Тыңланыҡ ваҡыт аҡҡанын03.12.2013
Тыңланыҡ ваҡыт аҡҡанынМөнир Ҡунафиндың "Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын" пьесаһы буйынса Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе ҡуйған спектаклде ҡарап сыҡҡас, күп йылдар элек Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында булған бер ваҡиға тураһында һөйләүҙәре иҫкә төштө.
Яҙыусылар союзы идараһында ул саҡта малай ғына булған Рәшит Назаров шиғыр уҡығандан һуң, атаҡлы шағир Назар Нәжми коридор буйлап: "Шағир тыуҙы! Шағир!" — тип ҡысҡырып йөрөгән, тиҙәр. Стәрлетамаҡтағы тамашанан һуң минең дә Өфөгә ҡайтып еткәнсе: "Драматург тыуҙы! Драматург!" — тип ҡысҡырғым килде.

Әлбиттә, был Мөнир Ҡунафиндың тәүге әҫәре түгел. Бер нисә йыл әүәл Ғафури районының халыҡ театры уның "Бер ус бойҙай" тигән пьесаһын сәхнәләштерҙе. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тигәндәй, Мөнир үҙе лә был эшенән ҡәнәғәт түгел ине. Хәйер, яҙыусы үҙ ижадынан ҡәнәғәтлек кисерергә тейеш түгел тиһәләр ҙә, бының менән килешеп етмәйем. Үҙең ҡәнәғәтлек кисермәй тороп, башҡаларҙы ҡәнәғәтләндереп булмайҙыр. Һәм бына "Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын" ҡарап, автор үҙе лә, Өфөнән килгән ҡунаҡтар — халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, ғалим Ғиниәт Ҡунафин, Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков һәм көллө тамашасы ҡәнәғәтлек кисерҙе. Ысынлап та, һәр кемдең йөрәгенә ҡағыла торған беҙҙең йәмғиәт хаҡында пьеса был. Уҡыусыға аңлашылһын өсөн ҡыҫҡаса ғына әҫәрҙең сюжетын һөйләйем әле.
Ваҡиға экологик яҡтан таҙа булмаған ҡаланың бер дауаханаһында бара. Ғүмере бына-бына өҙөлөргә торған сабыйға тоташтырылған яһалма тын алыу аппаратын икенсе балаға бирергә кәрәк. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн баш табип консилиум йыя. Унда полиция капитаны, физика уҡытыусыһы, хәҙрәт, Афған һуғышы ветерандары советы рәйесе, эшҡыуар, журналист, һуҡырҙар йәмғиәте вәкиле, йәш табип, әсә ҡатнаша. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән сюжет эсендә — көслө бәрелештәр, ҡараштар һәм фекерҙәр "алышы". Иҫ киткес бит: бер шаршауҙан торған әҫәргә Мөнир тотош йәмғиәтте, кешелекте борсоған мәсьәләләрҙе һыйҙыра алған. Геройҙарҙың береһе лә буш һүҙ һөйләмәй, һәр һүҙгә, һәр һөйләмгә тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һалынған! Ҡыҫҡаһы, йән, рух, бәндәүи заттың әхлаҡи экологияһы тураһында был пьеса.
Һис шикһеҙ, ҡуйыусы режиссер — Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов — әҫәргә йән өрөү өсөн күп көс түккән.
Сәхнәнең төп өлөшөн ҡырҡылған ағастың түңгәге биләй һәм ваҡиғалар уның өҫтөндә бара. Уйлап ҡараһаң, ябай ғына һымаҡ, ләкин режиссер ошо ябайлыҡҡа ҙур мәғәнә һалған: олпат ағастың тарамыш тамырҙары шанлы үткәнебеҙҙе, тарихыбыҙҙы сағылдырһа, бөгөнгөһөн — олонон — сәхнәләге геройҙарыбыҙ һынландыра ла баһа! Ошо олон нисек булыр, тармаҡ-тармаҡ ботаҡтар ебәрерме, япраҡҡа күмелерме — барыһы ла үҙебеҙҙән тора.
Артистарҙың уйыны хаҡында иһә театр теле менән бер генә һүҙ әйтергә була — бис! Рауил Ғәлин, Илһам Рәхимов, Айҙар Зарипов, Гилюс Минһазов, Рәсил Сынбулатов, Физәлиә Рәхимова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Марат Зөбәйеров, Фәнил Толонғужин, Гөлйемеш Мөхәмәтшина, Зиләрә Юлтаева, Вадим Ҡылысов, Рафиҡ Хәсәнов — бына улар тыуҙырҙы тетрәткес тамашаны, улар ташланы беҙҙе фекерҙәр һәм уйҙар ташҡынына. Рәхмәт һеҙгә, Стәрлетамаҡтың ғына түгел, Башҡортостандың, Рәсәйҙең мәҙәни сәскәләр гөлләмәһе!
Әлбиттә, Мөнир Ҡунафиндың был әҫәре тураһында киләсәктә байтаҡ һүҙҙәр булыр, һоҡланыуҙар белдерелер, кәңәштәр әйтелер. Ә бөгөн минең тотош Башҡортостанға бер генә һүҙ әйткем килә: "Драматург тыуҙы! Драматург!.."


Вернуться назад