Ап-аҡ ҡышты ҡап урталай бүлгән мәлдә, 1917 йылдың 8 ғинуарында, ут йөрәкле композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев донъяға килә.
Эйе, уның ише заман азаматтары донъяға йөҙ йылға бер генә тыуалыр. Хайран ҡалырлыҡ та баһа, күңеленә күпме зиннәт һыйған Заһир Исмәғилевтең. Был зиннәттәр араһында йөҙәрләгән йыр, әллә ни саҡлы романс, һоҡланғыс кантаталар бар: “Салауат Юлаев”, “Шәүрә”, “Ағиҙел тулҡындары”, “Урал илселәре”, “Аҡмулла” кеүек мәшһүр опералар, “Ҡоҙаса” һымаҡ музыкаль комедиялар — йылдар буйына бөртөкләп йыйылған сихри ынйылар бит улар!