Премия — иң оло яҙыусыға27.11.2013
Республика Яҙыусылар союзы идараһында совет классигы, танылған “Салауат Юлаев” романы авторы Степан Злобиндың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә ойошторолдо.

Союз рәйесе Риф Тойғонов менән урыҫ яҙыусылары берекмәһе башлығы Юрий Горюхин быйылғы Степан Злобин исемендәге премия лауреаты исемен иғлан итте. Ул — республикалағы иң оло йәштәге урыҫ яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Белорет районында йәшәгән 92 йәшлек Игорь Максимов.
Юрий Горюхин әйтеүенсә, әҙәбиәт ветераны әүҙем эшмәкәрлеген дауам итә, прозаһы “Бельские просторы” матбуғат баҫмаһында даими донъя күрә. Ветеран һуғыш йылдарында “Катюша”лар батареяһына етәкселек иткән, дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Игорь Павловичтың ауылда шәхси хужалығы бар.


Вернуться назад