Таңғы һил иртәләрҙә, йә йондоҙҙар һибелгән аяҙ төндәрҙә Кеше тын ҡалып, сихри тынлыҡҡа таң ҡалып, Йыһан ауаздарын тыңлай, Илаһи заттан ниндәйҙер ым-ишара йәки яуап көткәндәй уйланып тора. Бер мәл, Кеше йырлай йә һамаҡлай башлағас инде, Донъя үҙе, таң ҡалған шикелле, Кеше тауышына ҡолаҡ һала, уның һәр бер өнөн-һүҙен тын ғына ҡабул итә. Һүҙ Йыһан киңлегендә тирбәлә. Йондоҙҙарға ҡағылып, уларҙы сыңлата. Ерҙәге ысыҡтарҙы һирпелдереп, үләндәрҙе илата… О, һүҙ ҡөҙрәте! Әй, һүҙ ҡәҙере!..
Донъя. Кеше. Һүҙ. Ошо мәңгелек төшөнсәләр бейеклегенән һәм берлегенән ҡарағанда, күренекле башҡорт шағиры Муса Ғәлиҙең ижады үҙенең танылыу даирәһе менән дә, поэтик тәрәнлеге менән дә ысын классика өлгөһө булырлыҡ кимәлде тота. Донъя менән Кеше араһында әлеге Һүҙ ғәли йәнәптәре – уларҙы тоташтырыусы, берләштереүсе һәм йәшәү мәғәнәһен тултырғандай, асыл донъя барлығын йәмләгәндәй ҡөҙрәтле көс.
Илебеҙ өсөн тарихи һынау булған 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының үлемесле ғәрәсәттәрен үтеп ҡайтҡан легендар фронтовик шағирҙар һәм яҙыусылар быуынын күреү, улар менән яҡындан аралашыу бәхете тейҙе беҙгә – һуғыш осоронда тыуғандарға, һалдат балаларына. Әҫәрҙәре ХХ быуаттағы башҡорт әҙәбиәтенең классикаһын тәшкил иткән Назар Нәжми, Яҡуп Ҡолмой, Ҡадир Даян, Хәниф Кәрим, Ибраһим Ғиззәтуллин, Мостай Кәрим, Ғәли Ибраһимов, Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡолдар быуыны вәкилдәренең береһе ул Муса Ғәли (Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев, 1923–2004 йылдар). Ошо легендар быуындағы Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Муса Ғәли һәм Шәриф Бикҡол – дүрт яугир-әҙип, Дәүләкән педагогия училищеһын тамамлап, имен хеҙмәт юлына аяҡ баҫҡас ҡына, ерҙе ауыр туптар гөрһөлдәүе тетрәтә. Улар, ун һигеҙ – ун туғыҙ ғына йәшлек егеттәр, бер төптән күтәрелеп, һалдат гимнастеркалары кейеп, билгә һары ҡайыш быуып, ҡулға ҡорал алып, дошманға ҡаршы аяуһыҙ алышҡа ташланалар:
Мин түгелме, Ер яҙмышын йөкмәп,
Күҙ ҙә йоммай утҡа кереүсе,
Үләндәргә итек эҙе һалып,
Ялҡындарға ҡарай елеүсе
Мин түгелме?..
Ил янғанын күргән минең йөрәк
Тынмаҫ булып инде гел яна.
Яу юлдары кисеп, шуны белдем:
Ил янмаһын өсөн ир яна!
(“Ҡыҙыл үләндәр”, 1978).
Дүртеһе лә ҡаты яралар менән тыуған илгә – һөйөклө Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Һәм тағы ла хеҙмәт – был юлы әҙәбиәт фронтында һүҙ сәнғәтенә хеҙмәт – башлана. Быныһы инде оҙайлы хеҙмәт – срокһыҙ, алһыҙ-ялһыҙ, ғүмерлеккә ижад утында яныу...
Дүрт яугир-әҙип халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре булып етеште, арымай-талмай әҙәбиәт йөгөн тартты. Дүртеһенең дә башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәреүҙә дөйөм уңыштары булған кеүек, һәр береһенең тик үҙҙәренә генә хас, айырым-айырым үҙенсәлекле ижадтары, ҡабатланмаҫ моң-аһәңле шиғриәттәре күңелдәрҙе тарта һаман да.
Дүртеһен дә берләштергән йәнә бер уртаҡ һыҙат хаҡында ла әйтмәү мөмкин түгел. Ул – әҙәби алмаш тәрбиәләүгә талымһыҙ хеҙмәт итеү. Аллаһ Тәғәлә биргән талант-ҡеүәңде йәш ҡәләмдәштәрең менән ихлас бүлешеү. Нисәмә йыл инде башҡорт әҙәбиәтенә тулҡын-тулҡын булып килгән йәштәр ошо ижади мөхиттә Муса Ғәлиҙең йылы ҡарашын, атайҙарса иғтибарын тойоп, ипле һүҙен, тәғәйен кәңәштәрен ишетеп йәшәй. Һәм һәр яңы быуын үҙенә олпат шағирҙы үҙенсә аса, яңыса ҡабул итә, күңел йылыһын ала. Инде ул әҙәби быуындар, үҫә-үҫә килә, үҙҙәре лә олоғая, ә әҙип шул килеш – тәүге олпатлығында ҡала килә, ҡартаймай ҙа, ижад ҡуры кәмемәй ҙә, талант уты ла һүрелмәй.
Уның ярайһы уҡ оҙайлы әүҙем ижад ғүмере эсендә, әгәр иҫәпләп ҡараһаң, оло әҙип йәштәрҙең күпме тәүге ҡулъяҙмаларын уҡыған, кәңәштәр күндергән, фатиха биргән. Йөҙҙән ашып китәлер, кәм тигәндә. Ә бит һәр бер ҡулъяҙма артында шағир яҙмышы тора: хуплайһыңмы һин уны ижад юлына, әллә сыбыҡлайһыңмы...
Ғөмүмән, ХХ быуаттың 60-сы йылдарынан йәш яҙыусылар менән эшләгән Муса ағай йәштәргә бер ваҡытта ла ҡаты бәрелмәне, ҡаты бәғерлелек күрһәтмәне. Әммә был йомшаҡлыҡты, объектив булмауҙы аңлатмай. Ҡулъяҙмаларға ҡарата ул тейешенсә ғәҙел, хаҡ баһалы булды. Әммә етешһеҙлекте, йәш ҡәләмдәшенең яҙыуҙағы кәмселектәрен ул бик һаҡ, ипле генә төҙәтер, йә уйынсалап, йә кинәйәләп еткерер. Йәш авторға бындай мөғәмәлә – күңелгә майҙай. Ошондай мөнәсәбәттән һуң ул оло әҙипкә магнитҡа тартылғандай тартыла, йылыға яҡынлағандай ылыға башлай.
Бына ни өсөн Муса ағайҙың йәш дуҫтары, кесе ҡәләмдәштәре күп булды. Һәр береһенә, тиерлек, ул гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр яҙҙы, яңы китаптарына баһаламалар баҫтырҙы.
Муса Ғәли байтаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһына етәкселек итте. Башҡорт шиғриәтенең үҫеш тенденцияларын байҡап, 1970–1980 йылдарҙа ижади йыл йомғаҡтарына арналған докладтар яһаны. Уның доклад һәм сығыштары, ғәҙәттә, теоретик юғарылыҡ, дәлилдәр төплөлөгө менән айырылып торҙо. Башҡорт шиғриәтенә генә хас милли колоритты күреү, милли образдарҙы тотоп алыу һәләте менән ул – үҙенең поэтик кимәлен, донъя шиғриәте талаптарынан сығып фекер йөрөтөүе менән үҙенең киң эрудицияһын да танытты. Муса ағайҙың йәштәргә туранан-тура ярҙамы, ижади йоғонтоһо дөйөм әҙәби процесҡа, әҙәбиәт үҫешенә һис шикһеҙ ыңғай тәьҫир яһаны. Йәш әҙиптәрҙе ана шулай быуын-быуын үҫтереү, даими хәстәрлек күрһәтеү әҙәбиәттә Муса Ғәлиҙең ижад мәктәбен булдырҙы тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Һирәктәр өлөшөнә төшә бындай бәхет.
Муса Ғәли – бик үҙенсәлекле тыуған яҡ йырсыһы ла. Уның шиғриәте ҡулына ҡорал тотоп һаҡлаған ғәзиз тыуған еренә, мәғрур Уралыбыҙға сикһеҙ мөхәббәт менән һуғарылған, сал ҡылғанлы далаларға һәм сая бөркөттәр төйәкләр ҡыраз тауҙарға ҡайнар хис-тойғо менән туҡылған.
Күп илдәр күреп, сит ерҙәрҙе гиҙеп ҡайтҡандан былайыраҡ, тыуған ер өсөн ҡан түгеп, яу юлдары үтеп ҡайтҡан өсөн дә фронтовик шағирға ер-һыу, атайсалы айырыуса ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән-ғәзиз: Томан япҡан йәшел ҡырҙар, Һеҙҙән башҡа юҡ һулышым. Биш диңгеҙең кәрәк түгел, Димгенәм аҡһа тулышып. Бирмәҫ миңә ҡурай моңон Тик кистә тулҡын ҡағышы, Алыштырмаҫ йәш кипарис Өршәктең йырсы ҡамышын… Аяҡ баҫһам шунда ҡайтып, Үләндәр ҙә бәрхәт миңә. Бер ташына башым ҡуйып, Ял итһәм дә – бәхет миңә” (“Уралды һағыныу”. 1967).
Тыуған яғыңа булған уллыҡ бурысы – һәр кемдең ғүмер юлында һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә торған изге тойғо. Был тойғо Муса Ғәлиҙең поэтик ижадында гел генә үҙәк мотивтарҙың берәгәйлеһе булып барҙы, улар асылда шағирҙың төп әҫәрҙәр теҙмәһен тәшкил итте.
Мин әкиәт кеүек күреп бағам
Үҙ еремдең зәңгәр төҫөнә.
Париждарҙан урап ҡайтһам да, мин
Иҫерәмен арыш еҫенә... –
тип яҙҙы Муса Ғәли, тыуған ер ҡәҙерен изге анттай йөрәк түрендә йөрөткән кеше булараҡ, 1975 йылда үҙенең «Тыуған яҡта» шиғырында.
Тыуған яғы Шишмә яҡтарында Муса Ғәлиҙең Аҡ шишмәһе бар. Шағирҙың күркәм юбилей байрамдарының ошо сихри, нурлы, йырлы Аҡ шишмә буйҙарында үткәненә шаһит булғаным бар. Ул инеште халыҡ «Муса шишмәһе» тип тә йөрөтә.
Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Муса Ғәли шишмәләре иһә – оло әҙәбиәт Иҙеленә килеп ҡойған мул һыулы һалҡын шишмәләрҙең моңлоһо ла, йоро ла, тынмаҫы ла, ҡоромаҫы ла.
Шишмәләр иле – Башҡортостан һәм уның әҙәбиәтенә аяҡ баҫҡан күп кенә йәш ҡәләмдәштәремде мин моңло Муса Ғәли шишмәһенән көс-ҡеүәт алып урғылған, илһам һәм дәрт татып яҡтыға атлыҡҡан яңы шишмәләргә лә оҡшатам.
Йылдар һәм ижад. Ғүмер һәм әҙәбиәт. Былар Муса ағай өсөн айырылғыһыҙ төшөнсәгә, бер бөтөнгә әйләнгәйнеләр. Шиғырҙар, поэмалар, повестар, пьесалар, тәнҡит мәҡәләләре, хәтирәләр, юл яҙмалары... Тынғыһыҙ әҙәби эшмәкәрлек, эҙләнеү һәм талапсанлыҡ, эскерһеҙлек һәм тоғролоҡ – Муса Ғәли шәхесен ҡылыҡһырлар төп сифаттар.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов, Сибғәт Хәким, Яков Ухсай, Назар Нәжми, Давид Кугультиновтар рәтендә Муса Ғәли шиғриәте лә Рәсәй милли әҙәбиәттәре күгендә сағыу йондоҙ булып балҡыны. Һәм ул үҙенең ил алдындағы бай поэтик ижады менән дә, тынғыһыҙ әҙәби-ижтимағи эшмәкәрлеге менән дә быға тулыһынса лайыҡлы йәшәне. Муса Ғәли башҡорт әҙәбиәтенең иң сағыу таланттарының береһе булды. Ижадын халҡының күңел даръялары сайҡалыуын һәм сайпылыуын йырлауға бағышланы, башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итеүгә бар ғүмерен арнаны.
* * *
Уҙған быуаттың 60–70-се йылдарынан алып бөгөнгәсә, йәғни XXI быуаттың беренсе тиҫтәһенә ҡәҙәр, әҙәбиәткә килгән һәм унда әүҙем ижад иткән яҙыусылар арҙаҡлы шағир Муса Ғәлиҙең башҡорт әҙәбиәтендә, тимәк, рухи донъябыҙҙа, илле йылдан ашыу ваҡыт һуҙымында уның һәр дәүер булғанлығын тойоп, уға күнегеп китеп, исемен телдән төшөргәне булмағандыр. Бының башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Сағыштырып ҡарау өсөн генә әйткәндә лә, бөгөн әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалдары һаналыр, йәштәре етмеш бишкә еткән Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов һәм шағир Ирек Кинйәбулатовтар оло әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡанда (1957–1960) фронтовик Муса Ғәли – инде өс китап авторы, билдәле шағир, шиғриәт секцияһының әүҙем ағзаһы, Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты була...
Ана шул осорҙан башлап, ғүмеренең ахырына тиклем Муса Ғәли әҙәби мөхиттә ҡайнап йәшәне, әллә нисә быуын йәш ҡәләмдәшенә ярҙам итте, башҡорт әҙәбиәтен туғандаш халыҡтарға ғына түгел, ә Бөтә Союз уҡыусыһына еткереүҙә, шиғри һүҙҙең бәҫен, шиғриәттең замандар үткәндә лә һулыу белмәҫ аһәңен күтәреүҙә иң әүҙем әҙиптәр рәтендә барҙы, күп һанда шиғырҙар, егермеләгән поэма ижад итте, иллегә яҡын китап баҫтырып сығарҙы.
(Аҙағы бар).