“Һайт, Ҡара юрғам, тайт, Ҡара юрғам...”22.11.2013
“Һайт, Ҡара юрғам, тайт, Ҡара юрғам...”22-23 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күренекле яҙыусы, драматург Таңсулпан Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” исемле әҫәре буйынса ҡуйылған мюзиклдың премьераһы була. Күркәм тамаша алдынан яҙыусыға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

— Таңсулпан апай, “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклының репетицияларына йөрөгән, сәхнәгә тәүге тапҡыр күтәрелеүен күргән кеше булараҡ, ниндәй тәьҫораттар кисерәһегеҙ?
— Репетициялар май айында уҡ башланды. Яңыраҡ уны сәхнәлә беренсе тапҡыр күрҙем. Әлбиттә, әҫәрҙе яҙғанда һин бер төрлө уйлайһың, ә сәхнәләштергәндә режиссерҙың үҙ ҡарашы була. Шуға күрә мин спектаклде әҫәр түгел, ә уның режиссеры Олег Хановтың эше булараҡ ҡабул итәм.
— Режиссерҙың эше ҡәнәғәтләндерҙеме һуң?
— Әҫәрҙе мин легенда-риүәйәттәр буйынса яҙҙым. Үҙем халыҡ ижадына мөкиббән ғашиҡ кешемен. Халыҡ ижадына мөрәжәғәт иткән тәүге әҫәрем түгел был. Сибай театры — “Тәңкәле ҡыҙ”ҙы, Йәштәр театры “Ғилмияза”ны ҡуйҙы. Был әҫәрҙе иһә Мәҙәниәт министрлығының заказы буйынса яҙҙым. Бик күп сюжетты айҡап-байҡап сыҡҡандан һуң, “Ҡара юрға”ға туҡталдым. Беренсенән, донъя әҙәбиәтендә, фольклористикаһында булмаған күренеш ята әҫәрҙең сюжетында: ат хужаһына ҡыҙ урлай... “Ҡара юрға” мине үҙенең боронғолоғо һәм әлеге көнгә тиклем йәшәп килеүе менән әсир итте.
Был әҫәрҙе нисек сәхнәләштереү, әлбиттә, режиссерға бәйле. Уны тарихи-этнографик, тарихи-социаль йүнәлештә лә ҡуйырға мөмкин, ә Олег Ханов заманға яраҡлаштырып, үҙенсәлекле мюзикл итеп сәхнәләштерергә булды.
— Был әҫәр менән нимә әйтергә теләнегеҙ?
— Бәхетте күктән көтөп ятырға ярамай, ҡыйыуыраҡ булырға кәрәк.
— Халыҡса әйткәндә, ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятһын. Шулаймы?
— Эйе. Ирмен тигән ирҙә ат йөрәге булһын. Ауырлыҡтар алдында ҡурҡып ҡалырға тейеш түгел ир кеше.
— Был әҫәр грант алғайны бит әле?..
— Был хаҡта миңә бер кем дә әйтмәне, ишетеп кенә белдем. Бер аҙ үпкәләберәк тә ҡуйҙым хатта. Автор булараҡ миңә өндәшһәләр ҙә булыр ине инде.
Грант алыуҙың файҙаһы ҙур, әлбиттә. Спектаклдә театрҙың бөтә артистары ҡатнаша, уларҙы кейендерергә, сәхнәне биҙәргә кәрәк. Байтаҡ сығым талап итә былар.
Мәҙәниәт министрлығы шулай ярҙам ҡулы һуҙып торһа, беҙҙең ғәжәйеп эпостарыбыҙҙы сәхнәләштерергә мөмкинлек булыр ине.
— Һеҙ — күренекле яҙыусы, драматург. Әҫәрҙәрегеҙ күптән инде Башҡортостандың байтаҡ театрында гөрләп бара. Ә бына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында тәүге тапҡыр ҡуйылыуы нисектер сәйер һымаҡ. Күңелегеҙҙә рәнйеү тойғоһо юҡмы?
— Минеңсә, был хәлде кешеләр ауыр кисергән һымаҡ. Йыш ҡына үҙемә әйткәндәре бар, әҫәрҙәрегеҙҙе уҡып, улар буйынса ҡуйылған спектаклдәрегеҙҙе ҡарап барабыҙ, ни өсөн Башҡорт дәүләт академия театры ҡуймай, тиҙәр. Мөҙҙәте етмәгән, тигән булам инде. Әҫәрҙәремде театрға алып барғылап торҙом, ләкин ни өсөндөр быға тиклем улар иғтибарҙан ситтә ҡала килде. Быныһына мин аңлатма бирә алмайым.
— Таңсулпан апай, премьеранан һуң мюзикл хаҡында ентекләп һөйләшербеҙ, тип өмөтләнәм. Һеҙҙе ижади уңыштар ташламаһын.


Вернуться назад