ҠАЗАН ҡазаһы22.11.2013
Күрше апай донъяға
зарланып йәшәүсән...
Апаҡайым, ҡуй,
уфтана күрмә,
Баҫып китте,
тиеп мәшәҡәт.
Һинең хәстәр
хәсрәт түгел бит ул,
Урап үтһен илде
һәләкәт...
Апаҡайым,
һин зарлана күрмә:
Осто-осҡа, тиеп,
ялғайым.
Һинең хәлдәр арыу,
ҡайғы төшкән
Аңламаҫ та һине,
моғайын...
Апаҡайым,
һин үпкәләй күрмә,
Яҙмышымдан, тиеп,
уңманым:
Сит илдәрҙе, имеш,
күрмәнең дә,
Поездарға килеп
һуңланың...
Апаҡайым,
ҡара тирә-яҡҡа:
Күршеләрҙең хәле
бик яман!
Әллә ниндәй яман
елдәр иҫкән
Яман хәбәр менән
ҡибланан.
Апаҡайым,
һис өндәшмәй тыңла,
Өнһөҙ илай
Ҡазан ҡалаһы!..
Үҙ ҡулдары менән
ергә һала
Ил ағаһы
ғәзиз балаһын!..
Өнһөҙ генә илап
таңдар ата,
Ут эсендә яна
тойғолар.
Апаҡайым,
ерҙә рухты тапар
Әжәл тигән
оло ҡайғы бар...
Мал табыла,
тамаҡ туя бит ул,
Ҡайтмай бары
киткән кешеләр...
...Хәлдәрегеҙ ауыр,
бигерәк ауыр...
Ҡайғы уртаҡлашам,
күршеләр!