Электрон тупланма әҙерләнә20.11.2013
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республикала “Башҡорт әҙәбиәте, музыкаһы һәм һынлы сәнғәте әҫәрҙәренең электрон тупланмаһы” тип аталған дәүләт мәғлүмәт системаһы ойошторола.

Белгестәр фекеренсә, ул милли сәнғәт әҫәрҙәре, шул иҫәптән китапханаларҙағы һәм музейҙарҙағы һирәк осрай торған әҫәрҙәр менән ирекле танышыу мөмкинлеген бирәсәк. Бындай тупланманы ойоштороу тәҡдимен республика Президенты Рөстәм Хәмитов парламентҡа былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә әйткәйне. Әҫәрҙәр исемлеген республиканың Мәҙәниәт министрлығында ойошторолған эксперт комиссияһы төҙөгән. Әле ул Башҡортостандың Мәғлүмәт технологиялары агентлығына тапшырылған.
Яңы мәғлүмәт системаһы китаптар, аудио-, видеояҙмалар, картиналар һәм музей экспонаттарының һүрәттәре менән тулыланып барасаҡ. Авторлыҡ хоҡуҡтарын һаҡлау маҡсатында, ризалығы булған ғына башҡорт яҙыусылары, композиторҙары, рәссамдарының әҫәрҙәре Интернет селтәрендә урын аласаҡ.


Вернуться назад