Салауаттарҙа — еңеү рухы31.12.2011
2011 йылда милли батырыбыҙҙың тыуған төйәге — Салауат районында бик күп сағыу ваҡиғалар һәм мөһим саралар булды.
Беренсенән, ниһайәт, республикала йыл һайын уҙғарылып, матур йолаға әүерелгән “Салауат йыйыны” районға әйләнеп ҡайтты. Ул беҙҙә район һабантуйы менән бергә уҙҙы. Икенсенән, абруйлы яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булараҡ, халыҡ-ара кимәлдәге йәмәғәт ойошмалары берлегенең киңәйтелгән күсмә ултырышын беҙҙә — Малаяҙ мәҙәниәт йортонда — уҙғарҙы. Ул шулай уҡ үҙенең атаһы, билдәле көрәшсе һәм тренер Харис Монасип улының иҫтәлегенә Арҡауыл ауылында республика кимәлендәге көрәш турниры, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин ҡатнашлығында Малаяҙ ауылында төньяҡ-көнсығыш райондар араһында стронгмен бәйгеһе лә ойошторҙо.
Ғөмүмән, спорт буйынса уңыштарыбыҙ байтаҡ. Малаяҙҙың төбәк-ара мини-футбол ярышында ике йыл рәттән чемпионлыҡ яулаған “Меридинки” ҡыҙҙар командаһы Рәсәй буйынса ла һөҙөмтәле сығыш яһаны. Көрәшселәребеҙ ил кимәлендә еңеүҙәргә өлгәште. Районда шахмат буйынса республика бәйгеһе лә үтте.
Ноябрҙә Малаяҙҙа Республика Советының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса күсмә ултырышы уҙыуы ла райондың абруйын арттырҙы. Салауат төйәгендә шундай ҙур күләмле саралар үткәрелеүе республика етәкселегенең районға ҙур иғтибар бүлеүе хаҡында һөйләй. “Янғантау” шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов менән “Газ-сервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры Рәйес Күскилдиндың да даими ярҙамын тоябыҙ.
“Янғантау” шифаханаһы Бөтә Рәсәй бизнес-рейтингы лидерҙары исемлегенә инде, “Шифахана-курорт учреждениелары эшмәкәрлеге” номинацияһында алдынғы урындарҙың береһен яуланы. Уның бейеүселәре лә “Байыҡ” республика телевизион конкурсында алдынғылыҡты бирмәй: дүртенсе бәйгелә Шәһит Яҡупов менән Салауат Алтынбаев “Дуэт” номинацияһында гран-при алды.
Күренекле яҡташыбыҙ, ҡурай эшләү оҫтаһы Вәкил Шөғәйеповҡа 75 йәш тулыу уңайынан да күркәм саралар булды. Шәхестең юбилейына арнап, район мәҙәниәт һарайында I Төбәк-ара ҡурайсылар бәйгеһе уҙғарылды.
Һанай китһәң, райондың 2011 йылғы уңыштары етерлек. Киләсәктә лә үрҙәр яуларбыҙ әле, сөнки районыбыҙҙа йылдан-йыл алға китешкә өлгәшелә.
Айҙар НОҒОМАНОВ.
Салауат районы.


Вернуться назад