Туҡай һүҙе — уҡтай31.12.2011
“Тап Ҡазандың артында барҙыр бер ауыл. Ҡырлай, тиҙәр.
Көй өсөн тауыҡтары йырлай, тиҙәр...”
Иҫегеҙгә төштөмө? Эйе, бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың “Шүрәле” әҫәре шулай башланып китә. Халыҡсан әҫәрҙәре менән бар донъяла танылыу яулаған шағирҙың тыуыуына быйыл 125 йыл тулды. Ошо уңайҙан ТӨРКСОЙ ҡарары менән 2011 йыл төрки дәүләттәрҙә Туҡай йылы тип иғлан ителгәйне. Йыл буйына Рәсәйҙең бик күп төбәктәрендә, шулай уҡ Башҡортостанда, сит илдәрҙә бөйөк шағирҙың тыуған көнө оло байрамға әүерелде. Ҡазанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Уральскийҙа, Анкарала уға һәйкәлдәр ҡуйылды.
Яңыраҡ Төркиәнең Анкара менән Истанбул ҡалаларында Туҡай йылын тамамлауға арналған фәнни конференциялар булды. Унда Башҡортостан һәм Татарстандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкилдәре Лилиә Саттарова менән Әхәт Сәлихов та ҡатнашты.
Ғалимдар Туҡай ижадының төрки донъяһындағы әһәмиәте, милли мәҙәниәттәрҙең үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән тығыҙ бәйләнгән булыуы хаҡында һөйләне.
Туҡай йылы тамамланды, ләкин Туҡай ижадының ғүмере, халыҡтар йөрәген имләп, мәңге дауам итер.
С. НӘЗИРОВ.


Вернуться назад