Ауыл мәҙәктәре15.11.2013
Аҡъюл — беҙҙең районға сиктәш ауылдарҙың береһе. Унда мәрәкәсел халыҡ йәшәй, үҙҙәре үк төрлө мәҙәктәр сәбәпсеһе булып китә. Түбәндә шуларҙың бер нисәүһен тәҡдим итәм.

Миңә генә үлергәме?

Ҡыҙыу бесән ваҡытында һуңға ҡалған тракторсылар айыулы тип һаналған Яра буйында йоҡларға ҡала. Тик төндә уларҙы айыу баҫа. Йомағужа "Т-25" тракторын ҡабыҙа һалып ҡайтырға ҡуҙғалырға йөрөгәндә, эргәһенә Нурислам олатай инеп ултыра. Тауға етеп барғанда алдан юлға сыҡҡан трактор боҙолоп ултырып ҡалған да быларҙан төшкән яҡтылыҡ шуның фараһында сағыла икән. Йомағужа шаяртып: "Тағы айыу килә", — тигән дә тракторы туҡтар-туҡтамаҫтан һикереп төшөп, эргәһендәге ағасҡа үрмәләй башлаған. Ә олатай: "Мин үлгәс, һин дә үл", — тип ботонан һөйрәгән дә төшөргән тегене.

Үәт, һыпыртҡан...

Дәүләт ағай менән Рәйсә апай Яра йылғаһы буйында бесән саба. Арығас, сәй ҡайнатып эсергә булалар. Һыуға киткән ғаилә башлығы, алдында айыу торғанын күреп, сәйнүген быраҡтыра ла ауыл яғына һыпырта. Хәлдең айышына төшөнмәгән Рәйсә апай: "Дәүләт, ҡайҙа бараһың?" — тип ҡысҡыра-ҡысҡыра артынан йүгерә. Ҡыуып етеп, пинжәгенән тартһа, айыу килеп еткән икән тип уйлап, тегенеһе кейемен һыпырып ташлап, йүгереүен дауам итә. Кемдең йыртҡыс ҡулына эләккеһе килһен инде.

Шпион тотҡандар...

Яҙғыһын Ҡоро Эсәкле йылғаһы буйлап берәүҙең Йылайырға кәмәлә йөҙөп төшөп барыуын күреп, бригадир Вәлиәхмәткә: "Шпион китеп бара", — тип хәбәр итәләр (улар тураһында күкле-йәшелле хәбәр таралған дәүер бит). Уныһы шунда уҡ ауылдың иң ышаныслы кешеһе булған Йәнтүрә ағайға еткерә. Быныһы иһә йәһәт кенә ат менә лә, бер нисә ир-егетте эйәртеп, "шпион"ды тоторға саба. Барып етһәләр, уныһы балыҡҡа төшөп барған үҙҙәренең уҡытыусыһы Лоҡман ағай булып сыға. Һиҙгерлек, хәйер, зыян итмәй шул.

"Там матай не ходит"

Һаҡмар буйында Сыбай сабын тауы битләүендәге күп урында ялпаҡ таштар түшәлеп ята. Балыҡҡа килгән урыҫтар Рәшиттән, ошонан үтеп буламы, тип һораған. Рәшит усын-усҡа ыуып: "Шып-шыма ялпаҡ таш бывает бит, там матай не ходит", — тип аңлатҡан.

Үҙҙәре оҙаҡлағас...

Йәнтүрә ағай ҡунаҡ саҡыра. Ғәҙәт буйынса, килгәс тә уларға сәй эсерелә. Хужабикә өтәләнеп йөрөй, тик, ни хәл, самауыр һемәгенән һыу аҡмай ҙа ҡуя, ти. Ҡый тығылған, ахырыһы, тип өй хужаһы һемәккә таҫтамал терәп, йән көскә өрөп ебәрһә, хатта самауырҙың кәмфәркәһе осоп киткән, әммә һыу юҡ. Баҡтиһәң, оҙаҡлаған ҡунаҡтарҙы көтә-көтә ҡайнап ултырған самауырҙың һыуы бөткән дә ҡуйған икән. Һуңлау насар ғәҙәт шул.


Вернуться назад