Ғәҙәткә кергән мәҙәк15.11.2013
"Шифаһы шәп"
Әминә инде тиҫтәләрсә йылдар алдырған "Сәләмәт йәшәү рәүеше" гәзитенең яңы һанын йотлоғоп уҡырға кереште. Әллә күпме үлән, еләк-емеш төнәтмәләрен ошондағы белешмәләр, кәңәштәр буйынса эшләй ул. Файҙаһы тейгәне-теймәгәне лә бар, әлбиттә. Әммә шифалы үҫемлек нисек тә шифалы инде, ағыу түгел. Бына әле алтын тамырҙың име тураһында һәйбәт мәғлүмәт биргәндәр.
"Алтын тамыр — ғәйәт ҡиммәтле, ҡөҙрәтле дарыу үҫемлеге. Халыҡ медицинаһында ул ныҡ арығанлыҡты бөтөрөү, эшкә һәләтлелекте күтәреү име булған. Нервы ҡаҡшағанда, ашҡаҙан ауыртҡанда ла, тәнде хәлләндереү өсөн дә файҙаланғандар. Ауырыһа, хатта айыу ҙа ошо тамырҙы эҙләп ашай.
Төрлө сирҙән һуң дөйөм мөсһөҙлөк кисергәндә, нервылар ҡаҡшағанда, ҡан баҫымы түбәнәйгәндә, ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек булмағанда медицина тәжрибәһендә алтын тамырҙың шыйыҡ төнәтмәһе ҡулланыла. Ул 40 процентлы спиртта әҙерләнә".
Йүрүҙән ҡалаһында йәшәгән ҡәйенбикәһе маҡтап-маҡтап Ирәмәл алтын тамырын биреп ҡайтарғайны. Тәүҙә уға әллә ни иғтибар итмәһә лә, әле аҡҡа ҡара менән яҙылғанды үҙ күҙҙәре менән уҡығас, Әминә тамырҙарҙы ваҡлап киҫеп, спиртҡа һалып та ҡуйҙы.
Егерме көн үткәс, буғай, йомош менән Әминәнең апаһы килеп төштө. Иркенләп сәй эсеп ултырғанда, әлеге лә баяғы һаулыҡ, дауа-фәлән тураһында һүҙ ҡуйырҙы.
— Алтын тамыр тигән иҫ киткес шифалы үлән бар икән, тамыры теге женьшендеке һымаҡ. Шуның төнәтмәһен эшләп ҡуйҙым әле, — тине Әминә. — Ҡаты сәй төҫөнә ингәс, ашарҙан алда көнөнә өс мәртәбә балғалаҡлап эсәһең. Ана, ҡара, шешә йәнәшәңдәге йылытыу торбаһында ята.
Апаһы ҡарағайны, шешә буш...
— Ҡапаҡ!.. Рәим, һин генә эсеп бөткәнһең!..
— Эстем шул, эстем. Һин бит миңә өҙлөкһөҙ эш ҡушаһың. Ул нәмәң арыһам — арыуҙы бөтөрә, хәлһеҙләнһәм — хәл керетә, быуынһыҙ булһам — быуынлы итә, кәйеф ҡырылһа — кәйефте күтәрә. Шифаһы шәп!
"Үҙең эсер инең"
Мунса бураусыларға һыуһынға тип, Әминә бал ҡойҙо. Мәгәр балта оҫталары яҡын ҡоҙа тейеш берәүгә бәләкәй өй эшләргә булды ла китте. Уҙып ҡуймаһын тип, хужабикә балын емләп торҙо. Гелән мәрәкәләп һөйләшкән, һүҙҙе уйынға борған ире Рәим һин дә мин генә йөрөгәндә ҡапыл тере һыу йотҡандай йәнләнеп, тағы ла шаяныраҡҡа әйләнеп китте. "Быға ни булған?" — тип уйланы Әминә. Йорт эштәренә сумып иғтибар итмәгән, бәй, ҡыҙмаса йөрөй ҙә һуң был әҙәм. Күнәк ҡапҡасын асып ҡарағайны — һыуһынға тигәне төбөнә еткән... Ҡуйҙың бына табынға көрәгә!.. Бөтөнләй бөтөрөп ҡуймаһын тип, ҡалғанын өс литрлыҡ банкаға ҡойоп, баҡсаға сығарып йәшерҙе.
Бер көн төшкө сәйҙе эскәс, Әминә:
— Ҡарағат бешкән, йыйып керәйем әле, — тине, дәртләнеп.
Рәимдең йөрәге жыу итеп ҡалды: "Ҡабам бит ҡармаҡҡа..."
Ихатаға йүгереп сығып, ел ҡапҡаны тиҙ генә асып, емеш-еләк баҡсаһына тауыҡтарҙы ҡыуҙы. Шул саҡ туҫтаҡ тотҡан хәләл ефете күтәрмәлә күренде. Рәим иһә: "Ҡайҙан тишек табып керәләр тиһең, көш, көш, туймаҫ тамаҡтар!" — тип ҡарағат төбөнә ваҡ таш атты. Шул саҡ нимәлер сылтыр итеп ҡалды.
— Бөлдөрҙөң, ваттың һауытты! Эй, уңғайны балым, быуындарға төшөп китә ине. Үҙең эсер инең, арығас, — тип мыйыҡ аҫтынан йылмайып торған ирен шелтәләне Әминә.
"Ҡомаҡ"
"Был айҙағы пенсияның өс меңен булһа ла тотонмай торайым, кесе ейәнемдең тыуған көнө яҡынлашып килә. Бәләкәсмен тимәй, кеҫә телефоны һорай. Өләсәй, алып бир, тип теңкәне ҡорота. Аҡса ҡул осонда ятһа, Рәим әлеге лә баяғы "ярты"ға тотоноп ҡуйыр..." Шулай уйлап, Әминә меңлектәрҙе гәзиткә төрҙө лә, баҙға төшөп, ҡарабураға ҡыҫтырҙы.
Рәим йәйге эҫелә сарсауҙан һыра алып эсергә тип ваҡ аҡса иҫәпләп тора ине, тимер ун һумлыҡ тәгәрәп иҙән ярығына инде лә юғалды. Уның артынан һыра көҫәүсе лә баҙға йомолдо. Фонарын яҡтыртып, "ҡасаҡ"ты эҙләп йөрөй ине, төргәк күҙенә салынды. Асып ҡарағайны — аҡса!.. Рәим ҡыуанып, ике йөҙлөктө кеҫәһенә тыҡты. Әминә, моғайын, һиҙмәҫ. Юҡ... Иҫәпләр, тиргәр. Хәйләһеҙ булмаҫ. Рәим йөҙлөктәрҙе туҙҙырып, биш-алтыһын теҙеп һалып, береһен тишеккә тығыбыраҡ ҡуйҙы.
Иртәгәһен Әминә бәрәңге алырға баҙға ыңғайланы. Ҡапыл ҡойон ҡупҡандай, аҫтан аяныслы тауыш яңғыраны...
— Рәим!.. Ҡомаҡ!.. Ҡомаҡ!.. Аҡса!..
— Ниндәй ҡомаҡ?.. Ниндәй аҡса?..
— Ней, ҡомаҡ, тим, ояһына ташыған аҡсаны.
Әминә тыны ҡыҫылып баҙҙан сыҡты ла, ҡомаҡты әрләп, аҡсаһын һанарға кереште.
— Ярай әле ике йөҙ тәңкәһен генә әпкиткән...