Хәл белеүсе15.11.2013
Ауыл буйлап
Сығып китте
Сәйфелмөлөк —
Йөрөмәксе
Кешеләрҙең
Хәлен белеп.
Иң башта ул
Керҙе уң яҡ
Күршеһенә —
Өйөнә иң
Яҡын торған
Кешеһенә.
Сирләп ята,
Имеш, күптән
Ғәбделтүләк —
Сәйфелмөлөк
Китте уға
Һаулыҡ теләп.
Унан керҙе
Һул яҡтағы
Күршеһенә —
Бер аҙ ғына
Алыҫ торған
Кешеһенә.
Был күрше лә
Ҙур ҡайғыға
Батҡан икән —
Ҡыҙы былтыр
Айырылып
Ҡайтҡан икән...
Унан керҙе
Ҡаршылағы
Күршеһенә —
Урам аша
Йәшәп ятҡан
Кешеһенә.
Был күршенең
Хәсрәттәре
Бүтән икән —
Күптән түгел
Һыйыры үлеп
Киткән икән...
Урам буйлап
Шулай һәр бер
Өйгә инеп,
Кеше хәлен
Һораштырҙы
Сәйфелмөлөк.
Тормош бит ул
Ашау түгел
Майлы бутҡа,
Ҡайғы-хәсрәт
Бар икән бит
Байтаҡ йортта.
Сәйфелмөлөк
Бик ҡәнәғәт
Урап ҡайтты,
Кешеләрҙә
Ҡайғы күреп,
Шатлығы артты!