РӘСӘЙ КӨЛКӨҺӨ15.11.2013
Түбәнге Новгород өлкәһенең Кстово ҡалаһына Евгений Нефёдов исемендәге Бөтә Рәсәй “Урыҫ көлкөһө” фестиваленә ҡунаҡ итеп саҡырғайнылар. Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Төмән һәм башҡа ҡалаларҙан, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Латвиянан килгән сатириктар менән бергә мин дә “Ҙур көлкө кисәһе”ндә сығыш яһаным, күңелле осрашыуҙарҙа шиғыр уҡыным, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә шаян жанр хаҡында етди һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаштым.
Болгариялағы Габрово фестивалдәрендә бер нисә тапҡыр булырға тура килгәйне. Бәлки, киләсәктә Кстово үҙебеҙҙең Рәсәй Габровоһына әйләнеп китер. Әйткәндәй, Габрово фестиваленең символы ҡойроғо ҡырҡылған бесәй булһа, Кстовоныҡы – кишер тотҡан ҡуян. Шуныһы хаҡ: бесәй артынан да, ҡуян артынын да йүгереү еңел түгел, уларҙы ҡыуып тотор өсөн байтаҡ тир түгергә кәрәк. Беҙ, көлкө эйәләре, быны яҡшы беләбеҙ. Беләбеҙ ҙә көләбеҙ. Үҙебеҙҙә – үҙебеҙсә. Рәсәй көлөүе менән.
Рәсәй киң.
Әммә-ләкин
киңлектәрҙә...
Икһеҙ-сикһеҙ етешһеҙлек,
самаһыҙ күп кәмселек –
Урлашыу ҙа
алдашыу,
тәртипһеҙлек,
эскелек –
Ҡышын яуған ҡарҙар кеүек,
илде күмеп китерлек.
Сатирикка эш бер ҡасан
түгел беҙҙә бөтөрлөк.
(Ярай әле сатириктар
илебеҙҙә етерлек!)
Нисәмә быуат буйына
үткер ҡәләм эйәләре,
сарлап сатира йәптәрен,
тырыштылар бөтөрөргә
Рәсәй кәмселектәрен.
Ләкин бөтөрә алманы
һис бер кем дә:
Крылов менән Гоголь дә...
Салтыков-Щедрин хатта...
Маяковский, Михалков та...
Мәңге бөтмәҫ кеүек
беҙҙә
кәмселек –
урлашыу ҙа
алдашыу,
тәртипһеҙлек,
эскелек.
Улар менән көрәштә
сатириктар һайламаны
юлдарҙың тик еңелен.
Ә шулай ҙа
үҙҙәре
бер ҡасан да,
еңеүсе булмаһалар ҙа,
ҡалманылар еңелеп.
Кәмселектәр менән алыш
сатирикты сыныҡтыра.
Яуызлыҡҡа ҡаршы баҫып
һәр ваҡыт
ул ныҡ тора.
Ҡыҙыҡмы был, ҡыҙғанысмы:
Рәсәй кәмселектәре
илдә күпләп
сатириктар тыуҙыра ла
үҫтерә
һәм уларҙы
йәберлектә йәшәтә лә
бөйөк
вә үлемһеҙ итеп
үлтерә.