80-се йылдар концерты һеҙҙе көтә16.11.2013
Ул ваҡытта беҙ әле "йәшел" инек, йәғни бала-саға ғына, әммә танауға еҫ кергән һәм дәртле музыка аҫтында бейеүҙең, талпыныуҙың ни икәнен белгәнбеҙҙер инде, күрәһең. Элекке мәсет клуб хеҙмәтен үтәй ине, ана, шунда йыйылыштыҡ класташ ҡыҙҙар менән: бик бейеге килә. Ә иң шәп, заманса көйҙәр, йырҙар тик бында ғына. Ағайҙар, апайҙар Өфөнәнме, ҡайҙандыр магнитофон кассеталарында алып ҡайта был музыканы. Килеүен килдек тә бит, тик инергә оялдыра, ә ҡулдарҙағы магнитофонда, клубта теге дәртле көйҙәр башланды…
80-се йылдарҙа бөтә донъя кимәлендә, элекке СССР-ҙа дискотека хиттарын башҡарыусылар көҙҙөң һуңғы көндәрендә баш ҡалабыҙға килә. 22 ноябрҙә Өфөнөң Спорт һарайына киске сәғәт 7-гә тамашаға рәхим итегеҙ, кемдәр йәшлеге, мәктәп йылдарындағы кисерештәре менән яңынан осрашырға теләй!
F.R.David – йырсы, композитор, киноларға йырҙар яҙыусы «Words», «Pick Up The Phone» кеүек киң билдәле, күптәр тарафынан бөгөн дә бик йылы ҡабул ителгән йырҙарын башҡара. Иҫегеҙгә төштөмө, кемдәр был көйгә бейегән?
JOY – өс башҡарыусынан торған был дискотөркөмгә киң билдәлелек 1985 йылда «Touch by Touch» композицияһынан һуң килә. Ә инде «Valerie», «Hello», «Japanese girls» кеүек хиттар уларҙы 80-се йылдарҙың иң дәртле, тормош яратҡан, тамашасы йылы ҡабул иткән төркөмдәр исемлегенән төшөрмәне лә. Романтиктар, был йыр нәҡ һеҙҙең өсөн!
Fancy 1984 йылда «Chinese Eyes» композицияһы менән киң билдәлелек яуланы. Уның артынса «Bolero» алты ай буйы Испания хит-парадтарында беренсе урынды биләне. Fancy 1988 йылда яҙылған «Flames Of Love» композицияһы менән бөтә донъяға популяр булып китте. Быныһы инде зауыҡлы көй яратыусылар өсөн, һәр хәлдә мин быға бейей алмай торғайным.
1978 йылда ойошторолған «Arabesque» ҡыҙҙар триоһы «Midnight Dancer», «In the heat of the disco night», “In for a penny” йырҙары менән Германияның үҙендә генә түгел, бөтә донъяға билдәле булды. Ә егеттәр нисек килешле итеп бейей ине, хәтерегеҙгә төштөмө, ҡыҙҙар?!
«Форум» хаҡында айырым һөйләп тормайым, был төркөмдә 80-се йылдарҙа популярлыҡ яулаған Виктор Салтыков киң билдәле «Кони в яблоках», «Белая ночь» йырҙарын Өфө тамашасыһы өсөн башҡара. Бына инде мәҡәләнең башындағы фекергә лә кире әйләнеп ҡайттыҡ. Көндөҙ көтөүҙә һыбай йөрөгәйнек, кисен дискотекала «Кони в яблоках» йырын ишетеү менән тотондоҡ атта сапҡан, осҡан кеүек талпынырға, бейергә! Бер мәл класташ ҡыҙыҡай ҡысҡырып ебәрмәһенме: "Ҡыҙҙар, туфлийыыыыым, әсәй кисә генә алып ҡайтҡайны..." Ул илай башланы. Класташ йәл, әммә, әсәйем әйтмешләй, көй әрәм булған кеүек бит инде. Беҙ ҙә бала, һаман бейеп йөрөйбөҙ. Бына һиңә алмасыбар, бына һиңә туфлиҙар! Хәйер, ул осорҙа аяҡ кейеме етерлек тип әйтеп булмай ине шул, етмәһә, ҡыҙ күп балалы ғаиләнән. Хәҙер аяҡ кейеме йәлләп тороп булмаҫ инде, тип әйтер кеүек миңә класташтар, шул тойғоларҙы ҡабат кисерер, шул мәлгә яңынан ҡайтҡан минуттарҙы тойор өсөн.
Их, алмасыбар!..