Хеҙмәттәшебеҙ, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” исемле китабы быйыл донъя күргәйне. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә бер йыл эсендә ике тапҡыр нәшер ителһә лә, ул күптән таралып бөттө. Был әҫәрҙе уҡырға теләүселәр әленән-әле редакцияға мөрәжәғәт итә. Гәзит уҡыусыларҙың үтенесен иҫәпкә алып, “Ҡалдырма, әсәй!” китабының тулы вариантын Интернетҡа ҡуйҙыҡ. Уны сайтыбыҙҙағы (https://bash.bashgazet.ru) “Әҙәби күстәнәс” бүлегендә уҡый алаһығыҙ.