Туймазыны моң сорнаны15.11.2013
Нимә һуң ул моң? Был төшөнсәгә берәү ҙә аныҡ яуап бирә алмай. Ә шулай ҙа йыр-моңһоҙ йәшәйешебеҙҙе күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Барлыҡ шатлыҡтарыбыҙ ҙа, хәсрәттәребеҙ ҙә быуындан быуынға күсә килгән халыҡ көйҙәрендә ята.
Ана шул рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлау маҡсатында 1997 йылдан алып Туймазы ҡалаһында “Оҙон көй” башҡорт йыры конкурсы үткәрелеп килә. Башта был бәйге ҡала кимәлендә генә уҙғарылһа, хәҙер иһә Татарстандан, Мәскәү, Сорғот, Ырымбур, Силәбе тарафтарынан да ҡатнашалар.
Быйылғы конкурстың иң төп бүләген Ғафури районынан Рәмил Сәйфуллин яуланы. Уға 100 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырылды. Йыр-моң бәйгеһенең иң оло һәм иң кесе ҡатнашыусыһына — Балаҡатай районынан 75 йәшлек Ғәйшә Абдуллинаға һәм Баймаҡтан туғыҙ йәшлек Дилә Барлыбаеваға — махсус бүләктәр бирелде.