Сөләймән Абдуллиндың исеме мәңгеләштереләсәк13.11.2013
(Булат Аҡманов, “Мәшһүр заттарыбыҙҙы онотмайыҡ”, 2013 йыл, 16 август)
“Башҡортостан” гәзитендәге мәҡәләлә әйтелгән тәҡдимдәргә ҡағылышлы мөрәжәғәтте ҡарағандан һуң, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы түбәндәге хат менән яуап бирҙе.

Ил Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге “Рәсәй Федерацияһының наградалар системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында”ғы 1099-сы Указы менән раҫланған Дәүләт наградалары хаҡындағы положениеның 8-се пунктына ярашлы, батырлыҡ ҡылған, ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткән кешеләрҙе үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме биреү йәки Изге Георгий, Суворов, Ушаков, Жуков, Кутузов, Нахимов, Батырлыҡ ордендары, Георгий Тәреһе, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләү ҡарала, бүтән дәүләт наградалары тапшырылмай.
Шуны ла әйтергә кәрәк: башҡорт халҡының мәшһүр йырсыһы Сөләймән Абдуллинға 1986 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Мемориаль таҡтаташ ҡуйыуға килгәндә, Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Республика үҫешенә тос өлөш индергән күренекле шәхестәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса комиссияға юллама әҙерләү өсөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына хат ебәрҙе.


Вернуться назад