Был ҡыҙыҡлы осраҡты танылған музыкант, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Редик Фәсхетдинов йыш иҫкә төшөрә. Бер заман филармония артистары Бөрйән районының Кейекбай ауылында концерт ҡуя. Төпкөлдә ҡунаҡхана тигән нәмәнең әҫәре лә юҡ бит инде. Шуға күрә уңған Әминевтәр ғаиләһе сәхнә оҫталарын ҡунырға алып ҡайта. Баш ҡаланан килгән артистар өйҙә йүгереп йөрөгән теремек кенә малайға иғтибар итә.
— Ҙурайғас кем булырға уйлайһың? — тип һорайҙар унан.
Әле мәктәпкә лә уҡырға төшмәгән малай оҙаҡ уйламайынса яуап ҡайтара:
— Ә мин артист булам!
Булыр бала — биләүҙән, тиҙәр бит. Ошо төпкөл ауылда йәшәүсе малай киләсәктә театр артисы булыр тип кем уйлаған?
Һүҙем — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының йәш актеры Урал Әминев хаҡында. Быйыл шөһрәтле мәҙәниәт усағы коллективы уны "Руди — NEVER OFF" спектаклендә Рудольф Нуриев образын тыуҙырғаны өсөн республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим итте.
Уралдың был тамашала сығышын үҙем дә тетрәнеп ҡарағайным, шуға ла, мөмкинлектән файҙаланып, һәләтле актер хаҡында бер ауыҙ һүҙ әйтмәксемен.
Беренсенән, бөйөк балет артисы хаҡында әлегә тиклем драма театрында пьеса ҡуйылғаны юҡ ине, сөнки бындай әҫәрҙе сәхнәләштереү ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Төп ролде башҡарасаҡ кеше ябай драма актеры ғына түгел, һәләтле бейеүсе лә булырға тейеш. Ә инде ошо ике сәнғәт төрөн дә үҙ иткән актерҙар бик һирәк осрай.
Икенсенән, "Руди — NEVER OFF" спектакле әҙер әҫәр буйынса ҡуйылманы. Бары тик уның биографияһына ғына таянып сәхнәләштерелде. Был да төп ролде башҡарыусыға ҙур эш йөкмәтә. Актер алдында үҙ ҡарашынан сығып, Рудольф Нуриевтың эске донъяһын асып бирергә, уны тамашасыға бар булмышында еткереү бурысы тора.
Бөтә донъяны шаулатҡан балет артисының тулы образын кәүҙәләндерә алырмы икән йәш актер, тип шикләнеп тә ҡуйғайным. Ә инде пьесаның тәүге минуттарында уҡ Уралдың башҡарыу оҫталығына һоҡландым. Һоҡландым тиеү генә аҙ булыр. Мин берсә тетрәндем, берсә үҙемде Рудольф Нуриевтың сығышын ҡарағандай хис иттем.
Уралдың бейеү оҫталығы ғына ни тора! Сәхнәлә орсоҡ кеүек әйләнә бит! Был тамашаны ҡарарға әхирәтем дә барғайны.
— Төп ролде башҡарған егет балет артисымы? — Пьеса тамамланғас, ул минән шулай һорай ҡуйҙы. Ысынлап та, был һорауҙы күптәр үҙенә биргәндер, сөнки Уралдың хореографик мөмкинлектәре бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай. Әйтерһең дә, алдыңда драма актеры түгел, ә балет артисы сығыш яһай. Урал Әминевтең хис-тойғоло кеше булыуы ла ролде еренә еткереп уйнарға мөмкинлек биргәндер.
Бындай уңыш еңел бирелмәй. Урал быға ҙур көс һалып, тырышып-тырмашып килде. Спектакль өҫтөндә эшләгәндә көн дә опера һәм балет театрында шөғөлләнгәнен дә беләбеҙ. Мәскәүҙәге Щепкин исемендәге театр училищеһында белем алыуы ла ана шул камиллыҡҡа ынтылыуы түгелме?
"Руди — NEVER OFF" спектакле ҡуйылғас, был әҫәр хаҡында бик әүҙем фекер алышыуҙар булды. "Ниһайәт, беҙ тап Нуриевтың образын күрҙек. Ул Рудольфты шул тиклем ышандырырлыҡ итеп кәүҙәләндерә", — тигәйне арҙаҡлы балетмейстер Хашим Мостаев. Ошо һүҙҙәр ҙә йәш актерға оло баһа бит!
Ғөмүмән, Урал Әминев — бик һәләтле шәхес. Киләсәктә яңынан-яңы сағыу образдар менән сәхнәне тетрәтәсәк әле. Тынғыһыҙ ижады менән Урал тауы бейеклегенә күтәрелер тип ышанам.
Ә инде Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына ул һис шикһеҙ лайыҡ.