Уның йомшаҡ, яғымлы, иркен тауышы тәү ишетеүҙә үк, халыҡ әйтмешләй, йөрәккә һары май булып яғылды. Шул саҡта уҡ был егеттең урыны профессиональ сәхнәлә булырға тейеш, тип үҙемсә һығымта яһап ҡуйғайным. Һүҙем – талантлы йырсы Илшат Сибәғәтуллин хаҡында.
Илшат 1978 йылда Илеш районының Үрге Мансар ауылында тыуа. Йыр-моң һөйгән ғаиләлә үҫә ул. Атаһы өҙҙөрөп гармунда уйнаһа, әсәһе Сафия апай моңло тауышлы йырсы булараҡ ауылдаштарын әсир итә. Шуға ла малай бәләкәй саҡтан уҡ ауыл сәхнәләрендә сығыш яһап, бар халыҡты һоҡландыра.
– Өлкәнәйеңкерәгәс, артист булыу хыялы менән йәшәй башланым. Айырыуса Фәрит Бикбулатовтың йырлауы оҡшай торғайны. Туғыҙынсы кластан һуң Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлегенә юл тоттом. Тәүге турҙы уңышлы үтһәм дә, музыкаль белем булмау һиҙҙертте – инә алманым, – ти Илшат.
Әммә аптырап ҡалмай егет – ҡайта ла Үрге Йәркәйҙәге 86-cы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Слесарь һөнәрен ала. Унан һуң туған колхозында хеҙмәт юлын башлай.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, махсус белем алырға кәрәклеген уйынан сығармай, Өфө сәнғәт академияһына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Республикала көндән-көн таныла барған егетте баш ҡалала филармонияла эшкә ҡалырға өгөтләүселәр ҙә, Ҡазанға саҡырып ҡоҙалаусылар ҙа була. Әммә ул был тәҡдимдәрҙән баш тарта.
Бөгөн Илшат, “Саҡмағошнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында оператор булып эшләһә лә, сәнғәттән, йырҙан айырылғаны юҡ. Айырыуса “Һандуғас”, “Азамат”, “Уйыл”, “Таштуғай”, “Томан”, “Ильяс”, “Салауат” кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын илһамланып башҡара. Моңло йырсыны Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә сығыш яһарға йыш саҡыралар. Мәскәү, Санкт-Петербург, Украина, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Латвия, Эстония, Төркиә һәм башҡа ил тамашасылары уның бәрхәт тауышына хайран ҡала. Аллаға шөкөр, беҙҙә таланттарҙы баһалай беләләр: 2004 йылда Илшатҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Былтыр “Башҡорт йыры”нда “Тамашасылар һөйөүе” дипломына лайыҡ булды. Ғаилә тормошонда ла бәхетле Илшат: ҡатыны Зирина менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.
Ҙур маҡсаттар менән йәшәй Илеш һандуғасы – киләсәктә күберәк халыҡ йырҙарын йырлау, уны йәш быуынға еткереү. Нәҡ шундай таланттар Шәйехзада Бабич исемендәге премияға лайыҡ, минеңсә.