Ҡалдырма, әсәй! (6)11.11.2013
Ҡалдырма, әсәй! (6)Өҙөлгән өмөт

Март айының башы ине. Балалар йортоноң "башлығы" Даян киске аштан һуң Фәрит менән мине бүлмәһенә саҡырып алды. Нимә булды икән? Бер эш тә ҡылманыҡ шикелле. Тәртип боҙһаҡ, тәрбиәселәр уға "саңыбыҙҙы ҡағырға" ҡушҡанын беләбеҙ ҙә ул. Шулай ҙа...
— Һеҙгә бик мөһим задание бар, — тине ялбыр сәсле Даян. — Белеп тораһығыҙ, 8 Март яҡынлашып килә. Байрамға һөйгән ҡыҙыма бүләк алырға аҡса кәрәк. Шуның өсөн һеҙҙе саҡырттым да инде. Сос икәнегеҙҙе беләм. Ике көн генә ҡалды. Икәүләшеп миңә илле һум табып килтерегеҙ...
— Ә беҙ уны ҡайҙан алайыҡ? — тинем аптырап.
— Уныһы һеҙҙең эш: һорап тораһығыҙмы, урлайһығыҙмы, эшләп алаһығыҙмы... Ике көн эсендә илле һум булмаһа, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Ярай, ошоноң менән һүҙем бөттө, хәҙер үк эҙләй башлағыҙ, — тине лә карауатына һуҙылып ятты. — Барығыҙ, барығыҙ!
Ошо Даянды... Ул беҙҙән шуға көслөрәк. Шуның менән файҙалана ла. Ә уҡыуы әллә ни яҡшынан түгел. Күпме балаларҙан көлгәне бар уның. Анау тапҡыр миңә лә эләкте. Бына хәҙер аҡса таптыра. Был турала тәрбиәсегә әйтһәң, үҙеңә генә насар эшләйәсәкһең. Ошаҡлашып йөрөйһөң тип кәрәгеңде биргәнсе туҡмар. Башҡа малайҙарҙы ла һиңә ҡаршы ҡотортор әле.
Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан табырға! Беҙгә ул хәтлемде берәү ҙә биреп тормаҫ. Ишшеү, урлағыҙ тигән була! Юҡ, утта яндырам тиһәләр ҙә, ҡулымды кеше кеҫәһенә тыҡмам!
Иртәгәһен мәктәптән һуң магазин янына барҙыҡ.
— Берәйһенән һораһаҡ, бәлки, бирерҙәр, — тине Фәрит.
Кешеләр инеп-сығып тора. Тик "аҡса биреп тороғоҙ әле" тип теләнселәү яман уңайһыҙ. Шулай магазин эсендә оҙаҡ ҡына әйбер ҡарап торған булдыҡ. Үҙәк урамда йәшәгән апай бына инде икенсе тапҡыр магазинға килде. Йәнә беҙҙе күргәс, аптырап китте.
— Баяғы тоҙ алырға онотҡайным, шуға килдем әле, — тине ул һатыусыға. — Бынау малайҙар һаман тораларсы.
— Әллә инде. Торһондар — миңә ҡамасауламайҙар.
Теге апай беҙҙән төпсөнөргә тотондо:
— Кемде көтәһегеҙ, балаҡайҙар?
— Бер кемде лә... — Кәштәлә ятҡан тәмле-татлыларға тексәйеп ҡарағаныбыҙҙы күргәндер инде. Кеҫәһенән ун һум сығарҙы ла, беҙгә һондо.
— Мәгеҙ, бөгөн йома бит! — тине йомарт апай. — Шунан тоҙ һатып алды ла, сығып китте.
Ҡулыбыҙға ун һум аҡса эләккәс, шатлығыбыҙҙан ни эшләргә белмәнек. Тағын ҡырҡ һум тапһаҡ, Даянға бирәбеҙ ҙә ҡотолабыҙ. Детдомға ҡайтып барышлай юлдан тағы ике һум табып алдыҡ. Хәҙер 12 һум кеҫәбеҙҙә ята.
— Ҡояш беҙҙең яҡта. — Фәрит аҡсаларҙы йәнә һанап ҡуйҙы. — Бына бит, дуҫым, беҙ ниндәй бәхетле.
— Эйе, иртәгә тырышһаҡ, иллегә тултырырбыҙ ул...
Иртәгәһенә теге магазинға инеп торманыҡ, һатыусы алдында уңайһыҙ ине. Ҡыйыулыҡ табып, берәүҙән ваҡ аҡса һорап ҡарағайныҡ, ул ағай үҙебеҙҙе оялтып китте.
— Ҙурайһам, берәүҙән дә аҡса һорамаясаҡмын, — ти Фәрит. — Үҙем күп итеп эшләйәсәкмен. Әгәр ҙә кемдер һорап килһә — биреп торормон.
Магазин алдында тапана торғас, Фәрит бик шәп тәҡдим яһаны:
— Ильяс, өҫкө урамдарҙа юл ҡарҙан асыла башлаған бит. Әйҙә, шул яҡтарға йөрөп киләйек. Әгәр кемдеңдер кеҫәһенән тәңкә төшөп ҡалһа, ул ҡар ирегәс күренә бит.
Бигерәк башлы шул дуҫым. Тау башындараҡ урынлашҡан урам яғына юлландыҡ.
— Кемдер урамдан китеп бара, шунан ошо тайғаҡ урында ҡолай. Аҙаҡ кеҫәһенән аҡсаһы ҡойола. Ә ул шуны белмәй, тора ла, юлын дауам итә. — Ваҡ аҙымдар менән Фәрит шулай үҙенсә һөйләнеп алға бара. Уныңса булыуы ла мөмкин. Был боролош яман ныҡ тайғаҡ шул. Тимер аҡса табырмын тип иғтибар менән юлымды ҡарап барҙым.
— Ҡара, Ильяс, ҡара! — Класташым тамаҡ ярып ҡысҡырып ебәрҙе. — Илле тин таптым, илле тин! Ур-ра!
Ҡараңғы төшкәнсә урам буйлап йөрөһәк тә, бүтән табышҡа юлыҡманыҡ. Кеҫәлә ни бары 12 һум да 50 тин...
Детдомға ҡайтыуыбыҙҙы Даян түҙемһеҙләнеп көткән. Беҙҙе күреү менән бүлмәһенә саҡырып алды.
— Илле һумды һалығыҙ усыма, — төлкөләй хәйләкәр ҡарашына эстән генә асыуланып ҡуйҙым. — Һалығыҙ, һалығыҙ! — Табылған аҡса Фәриттә ине. Ул барыһын сығарҙы ла, Даянға һондо.
Бер нисә тәңкәне күргәс, "башлыҡ"тың йөҙө боҙолоп китте.
— Был нимә ул! Көләһегеҙме әллә минән?
— Бүтән табып булманы. — Фәрит ҡалтыраулы тауыш менән яуапланы.
— Знать не знаю. Нимә, аңлайышлы әйтмәнемме әллә?! Һеҙҙән һорайым!?
— Ике көн буйына эҙләнек, — тинем аҡланып. — Йөрөмәгән еребеҙ ҡалманы.
Даян йоҙроҡтарын төйөп, шкафҡа шаҡ иттереп һуғып ебәрҙе.
— Үҙегеҙгә үпкәләгеҙ тигәйнем. Мин үҙ һүҙемдә торам. Бөгөн Фәрит һинең менән, ә иртәгә Ильяс менән һөйләшеп алырға тура килер. — Йыйған аҡсабыҙҙы кеҫәһенә һалды ла, беҙҙе бүлмәһенән ҡыуып сығарҙы.
Күп тә үтмәй, Даян үҙ бүлмәһенә башҡа төркөм малайҙарын йыйҙы. Шунан һәр саҡ уға йомошсо булып йөрөгән малай Фәритте саҡырып алды. Хәҙер "башлыҡ" уның менән нимәлер эшләйәсәк. Иртәгә миңә сират етә тине бит. Даян менән беҙҙең бүлмә йәнәш, шуға берәй тауыш-тын ишетелмәҫме икән тип, һаҡ ҡына тыңлап торам. Әгәр дуҫымды туҡмай башлаһалар, тәрбиәсене барып саҡырырмын ул. Күп тә үтмәне, тышта нимәлер дөбөр-шатыр итеп ҡалды.
— А-а-а, башы-ы-ым! — Йән өҙгөс тауыш ишетелде. — Үл-лә-әм! Үлә-ә-әм!
Тәҙрәгә уҡталдым! Ҡараһам, Фәрит ерҙә аунап ята. Уның янына йүгереп сыҡтым. Класташым түҙә алмай тегеләй-былай тулай. Барыһы ла шунда уҡ аңлашылды: Фәритте тумбочка эсенә ултыртҡандар ҙа, икенсе ҡаттан ырғытҡандар. Ҡар иреп, боҙға әйләнгән ҡаты урынға ғына килеп төшкән. Ипләп ҡараһам, дуҫымдың башынан шабырҙап ҡан аға. Быны күреп, ҡалтыранып киттем, үҙем дә күҙ йәштәремде тыя алманым. Урамда йөрөгән башҡа малайҙар Фәритте индерешергә ярҙам итте. Медпунктҡа алып барҙыҡ, башын бинт менән уранылар. "Туйға тиклем төҙәлерһең", — тине шаяртып шәфҡәт туташы.
Шул көндә Фәрит төнө буйына йоҡлай алмай сыҡты. Берсә карауатында туланы, берсә аяғына баҫып атларға ла маташты. Ыҙалай-ыҙалай таңды аттырҙы. Уның йөҙө ап-аҡ ине. Хатта иртәнсәк ашағыһы ла килмәне.
Даян дөрөҫөн әйтмәҫкә киҫәтеп ҡуйҙы. "Әгәр берәй кемгә һөйләһәгеҙ, көн күрһәтмәйәсәкмен", — тине ул беҙгә. Шулай ҙа мин Рәйфә апайға һөйләп бирергә булдым.
— Юҡты һөйләйһең. Гел шул Даян тураһында ошаҡлашалар ҙа йөрөйҙәр. Ышанмайым, — тип үҙемде пыр туҙҙырып әрләп ташланы.
Фәрит мәктәпкә барманы. "Башым әйләнә, Ильяс, тора алмайым", — тине ул йәшләнгән күҙҙәрен һөртә-һөртә.
Тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай уны тыңларға ла теләмәне:
— Мәктәпкә бармаҫ өсөн юрамал ҡылана инде. Үҙе шалҡан кеүек. Әй, хәйләкәр ҙә ошо йолҡоштар!
Бер нисә көн үтте. Һәр саҡ йылмайып, ҡыуанып йөрөгән дуҫымды алыштырҙылармы ни! Йүнләп ашамай ҙа. Бер ике ҡалаҡ ҡаба ла, тәрилкәһен ситкә этә. Баш ауырыуҙан дарыу биреп, уны көсләп мәктәпкә лә йөрөргә ҡуштылар. "Сикәм ауырта, башым гел әйләнә", — тип һаулығына зарлана бирҙе Фәрит. Тик уны тыңлаусы ғына булманы.
Ул ҡәһәрле көндән теүәл бер аҙнаға яҡын үтте. Нисек кенә көсләһәләр ҙә, дуҫым мәктәпкә ҡабат бара алманы. Көнө буйына бер кем менән һөйләшмәйенсә карауатында тик ятты. Мин уның янында ултырҙым, кәрәкһә, һыуын да килтерҙем.
Бер ваҡыт Фәрит һөйләшә башланы. Әллә төҙәлергә итә инде!
— Ильяс, һин миңә ҡунаҡҡа киләһеңме?
Аптырап киттем. Быны нисек аңларға кәрәк!? Беҙ бит әле бер йортта, бер бүлмәлә йәшәйбеҙ.
— Ана, туп-тура ҡарале, — ти ятҡан көйөнә бармағы менән күрһәтеп. — Күрәһеңме, минең матур өйөмдө. Алдында машинам да тора...
Билләһи, Фәрит хыялыйға әйләнгән шикелле. Әллә нимә һөйләгән була. Имеш, өйө тора, машинаһы бар. Тиҙ генә шәфҡәт туташын саҡырттым. Тәрбиәсебеҙ ҙә бүлмәгә атылып килеп инде. Ә Фәрит һаман да ниҙер һөйләй ҙә һөйләй. Шәфҡәт туташы тиҙ арала ҡалаға шылтыратып "ашығыс ярҙам"ды саҡырҙы. Күп тә үтмәй, класташымды дауаханаға алып киттеләр. Фәриттең йөҙө күм-күк ине...
Бер ай үтеп тә китте, тик Фәрит кенә дауахананан ҡайтманы.
— Апай, дуҫым ҡасан ҡайта? — тип көн дә һорашып торҙом.
— Тотаһың да һорайһың да йөрөйһөң. Уға кендегең йәбешкәнме әллә? Ҡайтмай ул! — тине ҡырт киҫеп Рәйфә апай. — Уны бүтән детдомға күсерҙеләр...
Өҫтөмә боҙло һыу һипкәндәй булды!
Нисек башҡа детдомға? Фәрит ризалашмаҫ ине ул. Балалар йортонан сыҡҡас та, дуҫ булып йәшәрбеҙ тип ант бирешкәйнек бит. Ул Флүрә апайҙыҡы кеүек йорт һалам тигәйне. Аҙаҡ ғаиләбеҙ менән ҡунаҡҡа йөрөшөрбөҙ тигәне лә хәтерҙә. Фәрит үҙ магазиным була тип хыялланды. Әгәр Рәйфә апай әйткәне дөрөҫ икән, тимәк, элекке уртаҡ хыялдар юҡҡа сығасаҡ. Ҡайҙан эҙләп табам мин уны? Тәрбиәсемдең был хәбәренән һуң оҙаҡ шаңҡып йөрөнөм. Ышанмайым. Үҙҙәре ҡотолоу өсөн әллә ҡайҙа көсләп ебәргәндәрҙер...
Уҡыу йылы тамамланыуға күп тә ҡалманы. Көн шул хәтлем аяҙ. Ҡояш битте ҡыҙҙыра ғына. Класта бындай мәлдә ултырып түҙеп булмай. Бына ҡыңғырау зыңғырланы. Бөтәбеҙ ҙә инеп ултырыштыҡ. Уҡытыусы бөтәбеҙҙе лә барлайым тигәйне, журналды алырға онотҡан икән.
— Мөхәмәтов, бар уҡытыусылар бүлмәһенән класс журналын алып кил әле, — тине миңә.
Уҡытыусының ошолай ышаныс белдереүе беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Икенсе ҡатҡа күтәрелеп, уҡытыусылар бүлмәһенән журналды барып алдым.
Уҡыу йылы аҙағы бит инде. Кемгә сиреккә ниндәй билдә ҡуйыласағын шул тиклем белге килә. Берәү ҙә күрмәгән саҡта, тәҙрә төбөнә барып, журналды ҡарай башланым. Ниңәлер Фәриттең исеме һыҙып ташланған ине. Ҡыҙыҡһынып, һуңғы биттәрҙе ҡараштырҙым. Бәлки, ҡайһы балалар йортона күсеүе хаҡында яҙылғандыр. Барыбар дуҫымды табасағыма өмөтөм ҙур. Әһә! Таптым ул битте. Бында ваҡ итеп яҙғандар — танымаҫһың да. Шулай ҙа яҙмаға нығыраҡ тексәйҙем: "Выбыл из школы. Основание: свидетельство о смерти № ХР–10252". Был яҙыуҙы уҡығас, шаҡ ҡаттым. Ирендәрем ҡалтырап китте. Нимә? Фәрит үлгән?! Тәнгә эҫе булып китте. Тын алыуы ҡыйынайҙы. Башым зыр әйләнеп китте лә, иҙәнгә йығылдым...

Ҡунаҡ ҡаршылайбыҙ

Ял көнө һайын балалар йортонда йыйылыш үтә. Бөтә төркөмдө бер рәткә теҙеп ҡуялар ҙа, үткән аҙнаға "баһа" бирәләр. Тәүҙә директорыбыҙ һөйләй. Һуңынан завуч, аҙаҡ — тәрбиәселәр... Кем мәктәптә тәртип боҙа, кем насар уҡый — ошонда тетмәһен тетәләр. Аҙнаның иң тәртипле төркөмөн дә бында атайҙар. Ҡайһы берәүҙәр ҡырын эш эшләгәнен белә күреп, йыйылыштан ҡасып ҡалырға маташа. Кемдең шунда әрләнеп торғоһо килһен инде?! Ә был юлы берәү ҙә йыйылыштан ситтә тороп ҡалманы. Хатта кемдер бүлмәһендә йоҡлағанға һалышып, йәшенеп ҡалырға уйлағанын да саҡыртып алдылар. Ҡайһы бала ниндәй этлек ҡылған, кем үҙен тәртипһеҙ тота тип тикшереп торманылар. Күрәһең, ниндәйҙер унан да мөһимерәк яңылыҡ бар.
— Балалар! Беҙҙең ваҡытыбыҙ бик ҡыҫҡа — шуға ла башҡа мәсьәләләргә бөгөн артыҡ туҡталып тормайым, — тип башланы һүҙен Мәүлиҙә Нурғәлиевна. — Эш шунда — иртәнән һуң Өфөнән ҙур ҡунаҡтар киләсәк.
— Ҙу-у-ур? — Иң кескәйҙәр төркөмөнән ҡыҙыҡай аптырап һорап ҡуйҙы.
— Эйе, бик ҙур кешеләр. Улар тиктомалға йөрөп ятмайҙар. Беҙҙең ниндәй шарттарҙа йәшәүебеҙҙе, тәрбиә эшенең нисек барышын тикшерәсәктәр. — Шунан тамағын ҡырып, тик кенә тороғоҙ тигәндәй бармағы менән янаны ла һүҙен дауам итте. — Хәҙер һөйләгәнемде ҡолаҡ төбөнә киртеп ҡуйығыҙ. Бөгөндән үк бөтәбеҙ ҙә ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ, бөтә бүлмәләрҙе лә аҫтын-өҫтөнә әйләндереп йыуабыҙ. Келәттән бөгөн үк яңы кейемдәр аласаҡһығыҙ. Аҙаҡ, кеше килгәндә, минең шуным юҡ, минең быным юҡ, тип мейемде серетеп йөрөмәгеҙ. Тағы ла шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: килгән ағай-апайҙар менән әллә ни һөйләшеп бармағыҙ. Нисек йәшәйһегеҙ тип һораһалар, бер үк ошаҡлаша күрмәгеҙ. Улар килер ҙә китер, ә һеҙгә бында йәшәргә кәрәк. Ярай, хәҙер тәрбиәселәрҙе тағы йыйып һөйләшеп алырмын. Ә һеҙ, тиҙ генә эшкә тотоноғоҙ!..
Ҡунаҡтар килә тигәс, бер хәл иҫкә төштө әле. Ярай әле яҙ мәле, әтеү үткән йылдағы кеүек этләнербеҙ.
Сентябрь аҙағы ине. Ҡайҙандыр ҡунаҡтар килергә тейеш. Директор ҡушҡанса, көнө-төнө әҙерләндек. Һәр мөйөш, һәр бүлмә ялтлап тора. Бына иртәгә ҡунаҡтар килә. Ә беҙ күптән әҙербеҙ. Тик кискә ҡарай көн һыуытты ла ҡуйҙы.
— Мәүлиҙә Нурғәлиевна, төнөн ҡырау төшөргә итә шикелле, — тип директорҙы хафаға һалды тәрбиәселәрҙең береһе.
Быны ишеткәс, Мәүлиҙә апайыбыҙ үҙенә урын таба алманы. Тегеләй сапты, былай йүгерҙе:
— Нисек инде ҡырау булһын?! Бынау йәм биреп торған сәскәләр һулый бит улайһа...
— Апай, һуң көҙ булғас һулый инде, — тинем уны-быны уйламайса. Ошо һүҙҙәр уны ҡотортоп ебәрҙе.
— Кит, телеңдән алғыры. Һулыһа — ҡунаҡтарға инәң башын күрһәтәбеҙме? Ҡырау төшһә — төшһөн, әммә беҙ бынау баҡсалағы сәскәләрҙе һулытырға бирмәбеҙ! Кәңәш һорап шылтыратмаған кешеһе ҡалмаған тиҙәр. Ниһайәт, әмәлен тапты.
Балалар йорто алдында ҙур баҡса бар. Унда беҙ төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерәбеҙ. Килгән ҡунаҡтар һәр ваҡыт шуға иғтибар итә лә. Балаларға ҡалай шәп тәрбиә бирәһегеҙ, тип маҡтап та ебәрәләр икән. "Матурлыҡ аша донъяға һөйөү тыуҙырағыҙ, афарин" тип әйтеүҙәрен үҙем дә ишеткәнем булды.
Иртәгә лә ҙур кешеләр килерҙәр. Әгәр төнөн ысынлап та ҡырау һуҡһа — директорыбыҙ нимә күрһәтер? Быға Мәүлиҙә Нурғәлиевна юл ҡуймаҫ... Олораҡ кластарҙа уҡыған малайҙар был төндә йоҡламай сыҡты. Тәүҙә сәскә түтәлдәрен иҫке сепрәк-сапраҡ менән ябып сыҡтыҡ. Шунан түтәлдәрҙе уратып усаҡ яҡтыҡ. Һәр малайға үҙенә "һаҡлау" өсөн түтәл бүлеп бирелде. Сәскәләрҙе ҡырауҙан алып ҡалыу өсөн иртәнсәккә тиклем ут яғып, утын ташып бер булдыҡ.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршылағанда директорыбыҙҙың кәйефе шәп ине. Инде ауылда бөтәһенеке лә шиңеп бөткәндә, беҙҙең генә сәскәләр һулымаған. Ә килгәндәр, ошо һалҡын көндә лә беҙҙең сәскәләрҙең баҙлап ултырғанына һоҡланып туя алманы...
Булыр-булыр, әммә был тиклем дә әҙерлекте элек бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ ине. Шул уҡ көндә сағыу сәскәләр төшөрөлгән ҡорғандар эленде, детдомдағы ингән урындан алып директорҙың кабинетына тиклем, ашхана яғына, һәр төркөм бүлмәләрендә өр-яңы келәмдәр түшәлде. Тәҙрә төптәренә матур вазалар ҡуйҙылар, хатта ҡайһы бер урындарҙа иҫке люстралар ҙа алыштырылды. Бының менән генә бөтмәне әле яңылыҡтар. Гел генә сатнаған, йә тотҡаһы ярылған шәшкенән сәй эсә инек, ә бөгөн уныһы ла ниндәйҙер илаһи ҡөҙрәт менән матур ғыналарына алыштырылды. Бер булһа була икән дә ул. Һәммәбеҙгә лә яңы нәскей, күлдәк, ыштан бирҙеләр. Эй, ҡыуандыҡ, эй һикергеләнек ҡыуанысыбыҙҙан. Әллә ысынлап та ҙур кешеләр киләме икән, тип шыбырҙаштыҡ. Элек ниңә йышыраҡ килмәнеләр инде! Гел ошолай матур йәшәр инек.
Тәрбиәселәр ҙә, бүтән хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙенә урын тапмай ине. Йә тегендә, йә бында утҡа баҫҡан бесәй кеүек сабыулайҙар. Директорыбыҙ ҡабат-ҡабат төркөмөбөҙгә инеп сыҡты. Ахырҙа, тағы нимәне бында яҡшыртайым тип тамам хәле бөттө шикелле.
— Тәк, Рәйфә, бынау сәскә атҡан гөлдө кеше ингән урынғараҡ ҡуйығыҙ, ә бынау кибә башлағанын ниңә һерәйтеп бында ҡуйғанһығыҙ. Хәҙер үк берәй урынға йәшереп тороғоҙ! — тигән була. Аҙаҡ Мәүлиҙә Нурғәлиевна беҙҙән "имтихан" алырға тотондо.
— Ҡунаҡтар килеп инһә нимә эшләйбеҙ?
— Әллә, — тине аптырап Әмилә. Быны ишеткәс, директор ҡобараһы осҡандай булды. Кинәт туҙынды ла китте:
— Нисек инде әллә?! Урында йәйелешеп ултырмайбыҙ — баҫабыҙ ҙа һаулыҡ һорашабыҙ. Йылмайырға ла онотмағыҙ. Әтеү ауыҙығыҙ ослайышып, өңрәйеп торорға тиһәң — һеҙҙе ҡуш!
"Аңланыҡ" тигәндәй баш һелктек.
— Ә бына берәй ҡунаҡ һеҙҙең эргәгеҙгә килеп хәлегеҙҙе һорашһа, нимә тиерһегеҙ? — Директорҙың был һорауына яуап ҡайтарыусы булманы. Мәүлиҙә апай тағы "тоҡанып" китте.
— Ух, ошо бәрәндәр! Шуныһы насар, быныһы ҡыйын тип мыжып торһағыҙмы — үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: "Рәхмәт һеҙгә. Минең барыһы ла яҡшы. Бында миңә оҡшай, үҙемде өйҙәге кеүек тоям" тип әйтерһегеҙ! — Инде сығыу яғына ыңғайлағанда ғына, ҡарашы бер малайға төбәлде. Ул яңы ғына бирелгән ыштанын кейем алған ине. — Ах, бынау сусҡа! Ыштанын да бысратып өлгөргән! Кем һиңә әле үк кейергә ҡушты, ә? — Ен кеүек тегенең ҡулынан тотоп алды ла елтерәтә башланы. — Һыйырға септә япһаң шулай була инде. Хәҙер үк йыуып таҙарт. Әтеү башыңды серетәм. Бер ыңғайы бөтәбеҙҙе лә әрләп алды ла китте. Шунан бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡылдата баҫып, сығып китте.
Өфө ҡунаҡтары килер көндә ашатыуҙары ла шәп булды. Төшкөгә билмән дә бешергәндәр! Алмаһын да, кәнфитен дә күрҙек был көндә. "Ҙур кешеләрҙе" ҡаршылап, тамаша залында улар хөрмәтенә концерт ҡуйҙыҡ. Мин дә унда йырланым. Килгән ҡунаҡтар ҙа телмәр тотто.
— Бындағы шарттарҙы күреп иҫем китеп йөрөйөм әле, — тисе һомғол кәүҙәле, ҡуйы ҡара сәсле апай. — Бынау хәтле затлы балаҫтан кемдең балаһы атлай әле? Күп өйҙәрҙә бындай нәмә юҡ! Тағы ла ҡайһы өйҙә көн дә билмән ашайҙар? Һеҙгә ҡарайым да һоҡланып бөтә алмайым — ҡалай тәтәй кеүек кейенгәнһегеҙ! Шуға йөҙөгөҙ ҙә шат, кәйеф тә көр. Әлбиттә, Хөкүмәтебеҙ һеҙҙең көнкүрешегеҙҙе яҡшыртыу менән бихисап ҡарарҙар ҡабул итә, дәүләт аҡсаһын да йәлләмәй. Өйөгөҙ шуға ла гөл-баҡса кеүек балҡып ултыра. Был тиклем дә хөрриттә йәшәп тә, насар уҡыһағыҙ оло гонаһ булыр ул! Әйҙәгеҙ, балалар, тырышып-тырмашып белем тауына үрмәләгеҙ, үҫеп еткәс, илебеҙгә файҙалы эштәр башҡарығыҙ. — Шуның менән был апай телмәрен тамамланы.
Алдан өйрәтелеп ҡуйылғанса, беҙ һәр кемдең сығышынан һуң гөрләтеп ҡул саптыҡ. Тағы ла бер нисә бала йырлап алғандан һуң, күптән көткән ҡунаҡтар ҡатнашлығындағы тамашабыҙ тамамланды. Уларҙы директор ашханаға алып китте. Өфөнән килгәндәр директор артынан эйәреп залдан сығып китте, тик ҡунаҡтарҙың берәүһе генә әллә ни ашыҡманы. Мөләйем апайҙы шунда уҡ уратып алдыҡ. Ул кеҫәһенән сығарып кәнфит өләште. Шунан сәхнәлә торған пианино артына ултырып, дәтле көйҙәрҙе лә уйнап ишеттерҙе. Был апай башҡаларға ҡарағанда бигерәк алсаҡ булып сыҡты. Һәр беребеҙҙең исемен һораша, нисек уҡыуын белешә.
Мин ситтән генә барыһын да күҙәтеп тик торҙом. Шунан теге апай балалар менән бер аҙ һөйләшеп ултырҙы ла сығыу яғына ыңғайланы. Нисектер ул апай минең яҡҡа боролғайны, ҡараштарыбыҙ тура килде лә ҡуйҙы. Теге апай минең янға килде.
— Һаумы, туғаным. Ә һин ниңә ситтә тораһың? — тине ул йылмайып.
— Ммм... — нимә тип яуап бирергә әйтә алмай, тотлоғоп ҡалдым.
— Ниңә шул тиклем ҡаушаның да киттең?
— Ммм... Юҡсы...
— Улай булғас, әйҙә танышайыҡ. Мин — Гөлшат Әмировна булам. Ә һин?
— Ильяс.
— Ҡалай исемең матур. — Апайҙың һүҙҙәрен ишеткәс, иренем дә киттем. Рәхмәт тигәндәй йылмайып ҡуйҙым. — Бына, Ильяс, йөҙөңә ҡарайым да ниңәлер һинең өсөн борсолам. Кемдән шул хәтлем өркәһең. Яурындарың да төшөп киткән, күҙеңдән дә хәүефеңде күрәм...
— Юҡ, апай. Минең барыһы ла яҡшы. Бында үҙемде өйөмдә кеүек тоям, — тинем директор өйрәткәнсә.
— Бик шәп улай булғас. Әйҙә үҙеңдең йәшәгән бүлмәңде күрһәт әле. — Боҙло һыу менән ҡойҙолармы ни! был апай ниңә шул тиклем минең менән ҡыҙыҡһына икән? Әллә директор юрамал мине һынап ҡарарға ҡушҡанмы? Ошо уйҙар оҙаҡ тынғылыҡ бирмәне. Ни тиһәң дә шул тиклем дә ихлас һөйләшкән, йөҙө ҡояш кеүек балҡып торған апайға ҡуй булмай бит инде. Бүлмәмдә башҡа малайҙар юҡ ине, икәүләшеп кенә һөйләшеп ултырҙыҡ.
Бөгөн беҙгә килгән ҡунаҡтар ысынлап та ҙур ғына етәкселәр икән. Һәр кеше яуаплы урында эшләй. Ә Гөлшат апайҙы, абруйлы йәмәғәт эшмәкәрен, хөрмәт иткәнгә күрә үҙҙәре менән алғандар.
— Һин, Ильяс, борсолма. Мин һине яҡшы аңлап торам. Таныш булмаған кеше менән һөйләшеп ултырғанға директорың әрләр тип уйлайһыңдыр. Мәүлиҙә апайығыҙға үҙем аңлатырмын. Оҙаҡ йылдар балалар менән эшләгән кеше булараҡ, һинең һағыш тулы күҙҙәреңде күргәс, урап үтә алманым. Әллә берәй төрлө ярҙам кәрәкме? Әйт, оялма...
— Рәхмәт, апай. Бер ниндәй ҙә йомошом юҡ.
— Ильяс, һин нисәнсе класта уҡыйһың әле?
— Бына тиҙҙән туғыҙынсыны бөтәм.
— Ә уҡыуың нисек?
— "Өс"тәрем юҡ. Ике "дүрт"ем генә бар. Уныһы ла физкультуранан һәм химиянан.
Яҡшы уҡыуым хаҡында ишеткәс, Гөлшат апай арҡамдан һөйөп алды. Аҙаҡ ҡайҙа уҡырға теләүемде лә белеште.
— Педучилищеға барырға уйлайым, — тинем.
— Юҡ-юҡ-юҡ... Был тиклем уҡып та училищеға барып тормаҫһың. Һинең урының — университетта. — Гөлшат Әмировнаның был һүҙҙәрен ишеткәс, аптырап киттем. Әйтеүе генә еңел бит ул. Ә һин унда инеп ҡара! Әле педучилищеға барам тип тәрбиәсемә әйткәнгә, ул көлөмһөрәп ҡуйғайны.
— Унда уҡый алмаҫмындыр. Университет бит ул.
Әңгәмәсем минең был уйҙарымды юйҙырырға ашыҡты.
— Нисек инде уҡый алмаҫһың? Уҡыйһың. Йөҙөңдән күреп торам — һин булдыраһың. Бына тигән кеше булып китерһең әле.
Гөлшат Әмировна менән һөйләшеп ултырғанда үҙемдә шул хәтлем ышаныс артҡандай тойолдо. Бөгөндән университетҡа барырға әҙер инем. Хыялымда үҙемде шунда уҡып йөрөйөм тип хис иттем. Ошо осрашыуҙа был мөләйем апай иҫтәлеккә ручка ла бүләк итте. Шул саҡ бүлмәгә Мәүлиҙә Нурғәлиевна килеп инде. Берсә мине һөҙөрҙәй итеп ҡараны, берсә Гөлшат апайға йылмайырға тырышты. Миңә ҡарата булған нәфрәте йөҙөнә сыҡҡан ине.
— Ильяс, ниңә кешенең ваҡытын алаһың. Улар былай ҙа алыҫ юлдан арыған, — тине ул. — Гөлшат Әмировна, әйҙәгеҙ, сәй эсергә.
— Ҙур рәхмәт һеҙгә, әммә мин бында сәй эсер өсөн килмәнем бит.
— Әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙе генә көтәбеҙ. Сәй һыуына...
Ахырҙа, әңгәмәсем урынынан торҙо ла, сығыу яғына ыңғайланы. Шунан бер аҙға туҡтап ҡалды, миңә боролдо.
— Ильяс, мин әйткән һүҙемде онотма! Һин булдыраһың. Бәлки, Өфөлә күрешербеҙ ҙә... — Тағы ла ниҙер әйтергә теләне ул, әммә Мәүлиҙә Нурғәлиевна ашыҡтырғас, ҡабаланып хушлашты ла сығып китте.
Ҡараңғы төшкәс кенә ҡунаҡтар ҡайтыр юлға йыйынды. Беҙ ҙә уларҙы оҙатырға сыҡтыҡ. Улар килмәһә, ошо яңы кейемдәр беҙгә тәтер инеме? Детдом да танымаҫтай итеп үҙгәрер инеме?
Улар машиналарға ултырғансы Мәүлиҙә Нурғәлиевна ҡунаҡтар менән нимәлер хаҡында һөйләшеп көлөштө, һәр кеше менән ҡосаҡлашып хушлашты. Ә беҙ, еңелсә генә кейенгән көйөнсә, ишек алдына сығып ҡул болғап ҡалдыҡ.
Машиналар күҙҙән юғалғас, директорыбыҙ ауыҙы йырылып, оло ҡәнәғәтлек менән детдомға инде. Балалар ҙа уның артынан эйәрҙе. Тик Мәүлиҙә апайҙың эскә үтеүе булды, ҡорт саҡҡандай асыуланды ла китте:
— Уф, ошо ҡороп киткерҙәр! Ғүмерендә балаҫ күрмәгәстәр — шулай инде. Тапап, бысратып та өлгөргәндәр. Хәҙер ҡорғандарҙы ла йыртып бөтөрҙәр! Шунан тағы ҡунаҡтар килә ҡалһа... Юҡ,былай булмай! Шунда уҡ матур келәмдәр ҙә юҡ булды, ҡорғандар ҙа иҫкеһенә алыштырылды, төркөмдәге вазалар ҙа, яңы сынаяҡтар ҙа кире келәткә тапшырылды. Беҙгә бирелгән әйберҙәрҙе лә, һеҙҙең тиҙ туҙҙыра торған ғәҙәтегеҙ бар, тип кире йыйып алынды...

Министрға хат

Ҡунаҡтар ҡайтып киткәне бирле үҙемә урын таба алмай йөрөнөм. Башымда бары бер уй — университет! Тик унда нисек уҡырға инәләр икән? Ниндәй имтихан тапшырырға кәрәк? Ошо туҡтауһыҙ һорауҙарыма яуап табыр өсөн китапханала әллә нисәмә журналды аҡтарып сыҡтым. Башҡаларҙан һорар инем — оялам. Әллә ысынлап та шунда инергә йыйындыңмы, һине ҡушҡуллап көтөп торалар тип көлөрҙәр.
Шулай итеп, төпсөнә-соҡсона торғас, аҙмы-күпме нәмәне белдем. Тик ундағы бер шарт ҡына мине хафаға һалды. Университетҡа ун беренсенән һуң ғына уҡырға алалар икән. Ә мин әле 9-ҙа уҡыйым. Был ҡағиҙәне кем уйлап сығарҙы икән?
Тағы ла ике йыл уҡып, аҙаҡ Өфөгә барыр инем дә ул. Мин белгәндән әле берәүҙе лә детдомда 11-се класҡа ҡалдырғандары булманы. Туғыҙҙы бөтөү менән йә һөнәрселек училищеһына, йә техникумға ебәрәләр.
Нимә эшләргә? Гелән шул хаҡта уйлайым. Анау тапҡыр Өфөнән килгән Гөлшат Әмированың әйткәне һаман да ҡолаҡ төбөмдә сыңлап торғандай: "Һинең урының — университетта. Һин булдыра алаһың..."
Балалар йортонда хәҙер мин бирешкәндәрҙән түгел. Ни тиһәң дә, туғыҙынсы кластамын. Элек кенә ул ҙурҙар беҙҙе юҡ-барға дөмбәҫләй ине. Хәҙер улары китеп бөттө. Тәрбиәселәр ҙә ҡул күтәрә алмай. Бәлки, директорҙан һорап, тағы ике йылға ҡалырғалыр? 11-се класты тамамлайым да, туп-тура университетҡа барасаҡмын. Әгәр детдомда ҡалдырмаһалар? Әйҙә, берәй ПТУ-ға индерәбеҙ тиһәләр?! Йо-о-оҡ! Ул саҡта туғыҙҙы бөтөү менән, аттестатымды алам да, үҙемдең тыуған ауылыма ҡайтырмын. Унда үҙебеҙҙең өйөбөҙ бар бит инде. Шунда йәшәп торормон тағы ике класты бөткәнсе. Ә аҙаҡ инде — Өфөгә! Көндәрҙең береһендә Мәүлиҙә Нурғәлиевна саҡыртып алды. Беҙ бишәү инек.
Директорыбыҙҙың шундай холҡо бар: кеше менән һөйләшкәндә, бер ҡасан да әңгәмәсенең күҙенә ҡарамай. Ә ҡайҙалыр өҫкә, түбәгә, йә тәҙрә яғына ҡарап һөйләшә. Был юлы ла шулай итте.
— Беҙгә Өфөгә тиҙ генә отчет ебәрергә кәрәк, — тине ул ауыҙын ослайтып. — Шуға һеҙҙе йыйып алдым. Бына шулай ваҡыт үтә лә китә, хәҙер һеҙ ҙә детдомдан китәһегеҙ. Ҡайһы баланы ниндәй уҡыу йортона урынлаштырырға йыйынғаныбыҙҙы һорайҙар. Моғайын, тәрбиәселәрегеҙ ошо турала һеҙгә әйтеп ҡуйғандыр. Әйҙәгеҙ, теләгегеҙҙе әйтегеҙ. — Һөйләп бөткәс, беҙҙең яҡҡа ҡараны.
— Минең рәссам булғы килә, —тине өсөнсө төркөмдәге ҡыҙ. — Быға сәнғәт училищеһында уҡыталар тиҙәр.
Директорыбыҙ бер аҙға шымып ҡалды. Шунан ултыра бирҙе лә шарҡылдатып көлөп ебәрҙе.
— Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, тиҙәр, — тине көлөүенән туҡтай алмай. Һинең рәсемдән генә "бишле" бит, ҡалғандары шыр "өслө". Һинең арҡала, Өфөгә барып, комиссия алдында оятҡа ҡалғым килмәй.
— Апай, миңә уҡытыусым да шунда уҡырға кәңәш итте. — Ҡыҙҙың йөҙө ҡыҙарып, үҙенең теләген "аҡларға" тырышты.
— Юҡ-юҡ-юҡ! — Мәүлиҙә Нурғәлиевна урынынан һикереп торҙо. — Әллә ҡайҙа йәһәннәмдә уҡығансы, ана, үҙебеҙҙең райондағы ПТУ-ға бар. Әгәр һүрәт төшөрөргә яратаһың икән, әйҙә, малярға уҡы. Маляр менән рәссам араһында бер генә лә айырманы күрмәйем.
Шулай итеп, дүртәүҙең ҡайҙа уҡыясағы билдәләнде. Ниңәлер уларҙы район үҙәгендәге училищенан арыраҡ ебәрергә ашыҡманы директор.
Миңә лә сират килеп етте.
— Йә, Ильяс, һин ҡайҙа уҡырға теләйһең?
Нимә тип яуап бирергә лә ҡыймай тик торҙом. Ул һүҙ тел осонда ғына торған кеүек, тик әйтергә тотлоғам.
— Телеңде йоттоңмо әллә? — тине Мәүлиҙә Нурғәлиевна ручка менән өҫтәлгә таҡылдатып. — Хыяллана торғас, башыңды юғалттыңмы?
— Юҡ, — тип саҡ әйтә алдым.
— Шунан, ҡайҙа барам тиһең? — Башҡаларҙың да ҡарашы миндә генә ине. Күҙҙәренән күреп торам — һәр кем нимә тип әйтеремде түҙемһеҙләнеп көтә.
Бөткән баш бөткән тинем дә бөтәһе алдында әйтергә булдым:
— Университетҡа, — тинем саҡ ишетерлек итеп кенә.
Быны ишеткәс, директорыбыҙ тәүҙә ауыҙын асып, нимә әйтергә лә белмәй тора бирҙе. Берсә тиҫтерҙәремә, берсә миңә ҡараны.
— Кит, хәстрүш! Кеше ишетә күрмәһен! Бот сабып көләсәктәр бит! — Өҫтәлдәге дәфтәрҙәрен шапылдата һалды ла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Шунан туҡтаны. Уҫал ғына итеп әйтеп, мине күндерергә тырышты. — Һеҙҙең теләгегеҙҙе һорайбыҙ тигәс тә, ул тиклем ҡоторорға тимәгән. Һинең кеүектәрҙе Өфөлә көтөп торҙолар, ти! Икенсенән, беҙ берәүҙе лә 11-се класҡа ҡалдырмайбыҙ. Һин дә хан балаһы түгел.
— Әтеү, аттестатты алғас, үҙ ауылыма ҡайтам. Шунда ике йыл уҡырмын да...
Мәүлиҙә Нурғәлиевна әйтеп бөтөргә лә бирмәне:
— Шулайтҡан, имеш. Аҙаҡ һинең өсөн яуап бир. Анау көндә педучилищеға барам тип тәрбиәсеңә әйткәнһең. Хәҙер килеп оялмай ҙа университет тип тораһың.
— Һеҙ бит үҙегеҙ теләгемде һоранығыҙ — шуға әйттем.
— Быны мин түгел — мәғариф министры үҙе талап итә. Шуға оҙаҡҡа һуҙмай исемлекте ебәрергә кәрәк. Ә һин тораһың бында, ваҡытты алып. — Төкөрөгөн сәсеп директор әрләшә бирҙе. — Шунан, теләк тигәндәй, һин бит хәлеңдән килерҙәйен әйтергә тейешһең. Әйҙә, университет тигәнде онот, икенсе берәй техникумға урынлаштырайыҡ. Бына электрик һөнәрен алайыҡ, насармы?
— Насар түгел дә ул... Тик миңә ул оҡшамай.
— Оҡшамаһа — оҡшар!
Күмәкләшеп директорҙың кабинетынан сыҡтыҡ. Берәүҙең дә кәйефе юҡ ине.
Был көндән башлап бөтөнләй тынғылым юғалды. Әгәр ысынлап та директор шунда уҡырға ебәрһә! Ә документтарымды ҡулыма тоттормаясаҡ та!
Тик нисек кенә булмаһын, Мәүлиҙә апайҙың әйткәне менән һис тә килешә алманым. Нисек инде яратмаған һөнәр буйынса эшләргә була? Ярай, уҡып диплом алырмын, ти. Ә аҙаҡ нимә? Күңел ятмай бит, күңел...
Бер төндә, шулай йоҡлай алмай ятҡанда, башҡа уй килде әле. "Был отчетты мәғариф министры үҙе талап итә!" тигәйне бит директор. Ул министр ниндәйерәк кеше икән? Моғайын, уның да йөрәге барҙыр. Әллә министрҙың үҙенә хат яҙырғамы?
Мәктәпкә барғас, уҡытыусыларҙан уның тураһында белештем. Шунан адресын да таптым. Хатты яңғыҙым бүлмәлә ҡалған мәлдә яҙҙым. Быны берәү ҙә белергә тейеш түгел бит.
Тәүҙә үҙем менән таныштырып үттем. Ҡайһы мәктәптә, нисек уҡыуымды яҙҙым. Ниндәй фәндәр оҡшағаны хаҡында ла уртаҡлаштым. Яҡшы уҡығас, университетҡа инергә теләгем барлығын яҙҙым. Тик директорҙың быға ҡаршы килеүен, ауылыма ла ебәрергә теләмәүен белдерҙем. "Мәктәпте тамамлағас, үҙ көсөм менән университетҡа инәсәкмен, тик һеҙ миңә 11-се класта уҡып бөтөүҙә ярҙам итегеҙ", — тип үтендем.
Бер ай ҙа үтмәне Өфөнән министрлыҡтың вәкиле килде. Мине директорҙың кабинетына саҡыртып һөйләштеләр.
— Ильяс шул хәтлем уҡырға теләй икән, әйҙә, уҡыһын, — тине шул апай. — Әйҙәгеҙ уның был теләгенә ҡаршы килмәйек. Бәлки, булдырыр ҙа...
Бынан һуң мине детдомда ҡалдырҙылар. Ә башҡалар 9-сы кластан һуң сығып китте. Тик министрға хат яҙғаным өсөн, әллә күпме эләкте миңә.


Вернуться назад