Йәнтөйәгем – рухым ҡиблаһы!
Һинән миңә донъя башланды,
Һинән минең йырым баш алды…
Был юлдарҙың авторы — күренекле әҙибә Гөлнур Яҡупова. Шиғриәттән баш алған ижады уны ҙур прозаға алып килде: күптән түгел яҙыусының “Ҡатындар” тип аталған трилогияһы донъя күрҙе һәм тиҙ арала китап һөйөүселәрҙең күңелен яулап та өлгөрҙө.
Үҙ ҡиблаһына тоғро яҙыусы яңы китабының исем туйын иң тәүҙә тыуған районында уҙғарҙы. Район мәҙәниәт һарайына халыҡ һәр ауылдан тиерлек йыйылды. Был ғәжәп тә түгел, сөнки Гөлнур Яҡупова ун ете йыл район гәзите редакцияһында эшләп киткән, хәҙер ҙә яҡташтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй: ун йылдан ашыу йәш ижадсылар араһында “Өмөтлө ҡәләм” тигән конкурс алып бара.
Китап байрамына киң билдәле ҡәләмдәштәренән бер төркөм дә килгәйне: Яҙыусылар союзы рәйесе шағир Риф Тойғон, әҙәби фонд директоры прозаик Марс Әхмәтшин, шағирәләр Факиһа Туғыҙбаева, Гөлфиә Юнысова, прозаиктар Әмир Әминев менән Мөнир Ҡунафин, ғалимә Гөлфирә Гәрәева. Ҡунаҡтар араһында шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Лира Фәйзуллина, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте президиумы ағзаһы Гөлшат Нуриәхмәтова, “Табын” яҡташтар клубы етәксеһе Рәйлә Урманшина бар ине.
Ҡотлауҙар Гөлнур Яҡупованың шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар һәм “Ҡатындар” китабынан инсценировкалар менән аралашып барҙы.
Был байрам халыҡта китапҡа иғтибар кәмемәүен, туған телебеҙгә һөйөү һайыҡмауын дәлилләне.
— Йәнтөйәгемә, яҡташтарыма, ижадыма бәҫле образдар, ижадыма сәм, ғәм биргәндәре, телемә тәм, йәм өҫтәгәндәре, илһамыма ҡанат ҡуйғандары өсөн рәхмәтлемен, — тине йомғаҡлау һүҙендә әҙибә.
Шуны ла өҫтәп киткем килә: район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровтың ошо кисәлә шәхсән ҡатнашыуы, ҡәләм оҫталарына ихтирам күрһәтеүе лә милли мәҙәниәткә, әҙәбиәткә һәм телгә иғтибарлы булыу үрнәге ул.