Рухи пәйғәмбәрҙәр Шишмәһе06.11.2013
Рухи пәйғәмбәрҙәр ШишмәһеМостай Кәрим, Муса Ғәли! Рухиәтебеҙҙең был ике пәйғәмбәре Шишмә районында тыуып үҫкән. Уларҙың исемдәрендә лә хикмәт бар һымаҡ: Муса — пәйғәмбәр, Кәрим — Ҡөрьән Кәрим...

Шишмә районында данлы башҡорт шағиры Муса Ғәлиҙең тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләгән саҡта ошо хаҡта уйландым. Ғөмүмән, райондан ниндәй генә күренекле шәхес сыҡмаған: Сәйфи Ҡудаш, Фәриҙә Ҡудашева, Динис Исламов, Зәйтүнә Бикбулатова, Раил Кузеев һәм башҡалар. Ысынлап та, башҡорт мәәниәтенә, әҙәбиәтенә ошондай данлы ул-ҡыҙҙарын биргән төбәкте нисек инде рухиәт шишмәһе тип атамайһың!
Май сүлмәге тышынан билдәле, ти халыҡ. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов етәкселегендәге әҙиптәр төркөмөн район сигендә үк икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы шишмәләр.
Артабан Муса Ғәлиҙең тыуған ауылы Иҫке Мусалағы шағир исемен йөрөткән мәктәпкә юлландыҡ. Бында яҙыусылар әҙәбиәт музейында булды, уҡыусылар менән осрашты.
— Әле генә Калугала үткән Рәсәй яҙыусылары съезынан ҡайттым, — тине Риф Тойғонов. — Минең Башҡортостандан икәнде белгәс, иң башта Мостай Кәрим менән Муса Ғәлиҙе иҫтәренә төшөрәләр. Был — ғорурлыҡ! Әллә ҡайҙағы халыҡтар ҙа уларҙың ижадын белә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Муса ағай – башҡорт әҙәбиәте тарихында бөйөк урын тотҡан шағир, тип Муса Ғәлигә арналған “Аҡ шишмә” исемле шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Күренекле шағирә, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваның да шиғри арнауы уҡыусылар күңеленә хуш килде. “Бөгөн тулҡынланам. Муса ағайҙың үҙе менән осрашҡан кеүекмен. Ул беҙҙең остазыбыҙ булды”, — тине Факиһа апай.
Әҙиптәр, уҡыусылар менән йылы хушлашҡандан һуң, Шишмә ҡасабаһы буйлап сәйәхәт ҡылды. Ҡасаба үҙенең бөхтәлеге менән арбай. Күркәм мәсет, дауахана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, балалар баҡсаһы төҙөлә. Әлбиттә, был уңыштарҙың башында район хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов тора. Нимә генә тиһәк тә, йорт-ҡураның бөтөнлөгө һәм бөхтәлеге хужаға бәйле.
Батшалар көнләшерлек район мәҙәниәт һарайы халыҡ менән шығырым тулы ине. Кисәне Флүр Зиннур улы асты.
— Яҙыусыларҙың әҫәрҙәре аша беҙ донъяның матурлығын кешеләргә күрһәтергә тейешбеҙ. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тиҙәр. Ә матурлыҡ — нәҡ бына яҙыусыларҙың китабында, — тине ул.
Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев Муса Ғәли ижады тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләгәндән һуң, һүҙ Ирек Кинйәбулатовҡа бирелде. Ирек ағай сәхнәгә күтәрелһә, залға йән кергәнен яҡшы беләбеҙ. Был юлы ла шаян һәм үткер теле менән тамашасының күңелен ҡытыҡлап алды: “Беҙ шишмәләрҙең “Деньги есть — Уфа гуляем, денег нет — Шишма сидим” тигән йырын яҡшы беләбеҙ. Беҙ бөгөн “денег нет — Шишма гуляем”.
Ирек ағайҙың шиғырҙарын тамашасы кинәнеп алҡышланы.
Кисәлә ҡурайсы Салауат Ғилметдинов башҡарыуында моңло башҡорт көйҙәре яңғыраны, сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының “Татар ҡыҙҙары” бейеүе йөрәктәрҙе елкендерҙе, Айгөл Ғәзиеваның, Лилиә Ҡарасуринаның йырҙары әсир итте. Район мәҙәниәт һарайындағы “Йома” татар фольклор төркөмөнөң, “Ләйсән” ансамбленең сығышы күңелдәргә хуш килде.
Хушлашыу һүҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Шәриповҡа бирелде. Уның башҡарыуындағы “Аҡ ҡайындар”, “Атлылар йыры” тамашасының дөрләгән йөрәгенә ялҡын булып өҫтәлде.
Бына шулай, күңелебеҙгә нур, йөрәгебеҙгә йыр алып ҡайттыҡ рухи пәйғәмбәрҙәр Шишмәһенән. Форсаттан файҙаланып, ошо гүзәл сараны ойоштороуға ҙур көс һалғаны өсөн Мостай Кәрим исемендәге музейҙың директоры, рухи ялҡыны менән башҡаларҙы ла дөрләтеүсе ханым Раушания Байғужинаға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерге килә.


Вернуться назад