Татарстандағы йәш әҙиптәрҙән күстәнәс06.11.2013
Татарстандың Яҙыусылар союзы башланғысы менән Ҡазанда 7-8 ноябрҙә ике республиканың йәш яҙыусылары өсөн уртаҡ семинар уҙғарыла. Унда Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы булмаған биш татар һәм биш башҡорт ҡәләмдәштең ҡулъяҙмаларын Татарстандың билдәле яҙыусылары тикшереп, баһа бирәсәк. Китап итеп сығарырлыҡ яҙмаларҙы нәшриәткә тәҡдим итеү, ә авторҙарын Союзға ағза итеп алыу мәсьәләләрен дә ошо семинарҙа ҡарарға тейештәр. Татарстандың өмөтлө ҡәләм эйәләре эштәрен иһә башҡорт яҙыусылары уҡый. Күршеләребеҙҙең ижад емештәрен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итергә булдыҡ.

Резеда ҒӨБӘЕВА

***
Таш донъянан бер ҡайтауаз,
Ерҙәр тетрәй был ауаздан:
“Һөйәм!” — тиеп яра тауыш,
Ә мин ҡурҡам һинең наҙҙан...
Ә мин ҡурҡам һинле яҙҙан,
Хистәремдә аҙашыуҙан.
Йәнгә үтеп уйылырлыҡ
Алданыуҙан, алдашыуҙан...
Бәхет булып иңәр көндө
Һинһеҙ ҡалып һаташыуҙан...

Килереңдән ҡурҡам һинең,
Биреләсәк вәғәҙә һүҙҙән.
Һаҡлай алмаҫымдан һине
Ғәйбәттәрҙән, яман күҙҙән.

Тар донъяма һинең тауыш
Таш күктәрҙе бәреп керә:
Йәшәйек, тиме, әйҙә икәү,
Ҡәҙерҙәрҙе белеп кенә!..
Ә мин ҡурҡам бергәлектән,
Үҙ-үҙемдән һинең янда.
Ҡурҡам, ләкин юрайым бары
Һинле бәхет килер яҙға!



Фидаил
***
Һин эҙләмә мине
Йыраҡ уйҙарыңда,
Мин юғалдым үткән көндәрҙә.
Саҡ менән Суҡ кеүек
Ҡауыша алмайбыҙ беҙ,
Ярҙам итмәҫ оҙон төндәр ҙә.

Юллама Һин мине
Ҡышҡы бурандарҙа,
Үткәндәргә юлдар ябылған.
Һөйөүемдең яҡты тәҙрәһенә
Һағыштарҙан таҡта ҡағылған.

Саҡырма Һин мине
Аҡһыл томандарҙа,
Ысыҡ тамсыһы ергә төшкәндә.
“Һинең өсөн генә
Йәшәнем мин!” — тиеп,
Ҡабатлармын ерҙән күскәндә...

P.S. Ҡайтауаздар өҙҙө
Минең үҙәгемде.
Һулыным инде, һүнеп һүрелдем.
Һуң аңланым ләкин,
Һуң төшөндөм шуға, —
Буйым етмәҫ гөлгә үрелдем...



Наилә ХАРИСОВА

Яңылышҡанмын икән, яңылышҡан...

Яҙмышыма үҙем хужа мин тип,
Яңылышҡанмын икән, яңылышҡан...
Ни ҡәҙәре дөрөҫ йәшәһәң дә,
Яҙмыштан юҡ икән уҙмыштар.

Яҙҙарҙы мин йәшлек менән тиңләп,
Яңылышҡанмын икән, яңылышҡан.
Яҙҙар йыл да килә, тик йәшлекте
Ҡабат яҙып булмай икән яҙмышҡа.

Уҙған юлдар — беҙҙең ғүмер тиеп,
Яңылышҡанмын икән, яңылышҡан...
Бер һуҡмаҡтан мең ҡат уҙып була.
Ә ғүмерҙе...
Ҡабат уҙып булмай икән яңылыш та.



Рүзәл ӘХМӘДИ

Уяныу

Уянам иртән аяҡ тауышына,
Вәхши йырҙар күрше бүлмәнән
Ырғылып диуарҙы ҡурҡыта,
Мин уяндым, тимәк, үлмәгән.

Ҡурҡыуҙанмы ҡалтырайҙар улар,
Һөйәктәргә үткән һалҡынданмы?
Көндән-көн йөрәк тарайыуы,
Күҙҙәрҙәге һыуыҡ ялҡынданмы?

Йыраҡтамы тауыш, яҡындамы?
Әллә ниҙер күңелем бышылдай?
Һиҫкәндерә иҫке күлдәк аша
Йөрәк тибешенең йышлығы.

Юҡ, күңел һыуыҡлығынан түгел,
Бүлмә һыуыҡлығынан өшөйөм,
Йыйылмаған хистәрҙе таратҡас,
Мин уяндым, тимәк, йәшәйем.



Эльвира ҺАҘИ

Юғалтыуҙар көнө

Мәңгелектең яралары йәндә:
Мең йыл килгән юғалтыуҙар сикһеҙ...
Тик бер сәбәп күҙҙәремә тула —
Мин бөгөндән һинһеҙ...

Йөрәгеңдә турғай ҡалыр микән,
Офоғоңда Ҡояш ята кәмеп?..
Бөгөн әллә Ҡорбан һорай күктәр —
Һин юғалттың мине...

Йырға әүерелер миҙгел булып,
Быуат буйлап сикһеҙлеккә табан...
Һәм еткәндә аръяғына осорҙоң
Осрашырбыҙ ҡабат...



Фәнил ҒИЛӘЖЕВ

Ҡала ҡары

Тоноҡ күҙле ҡала ағымын
Уятаһы килә... миҙгелгә...
Ҡар яуа, ҡар яуа урамда!
Ләйсән Фәхретдинова.

Тоноҡ күҙле ҡала ағымы
Уянмаҫ мәңгегә, мәңге лә...
Йомшаҡ ҡар ҡытыҡлар ҡаланы
Ярһытып йоҡлаған хистәрҙе...
Һис ҡайтмаҫ тик тәүге мәленә.
Ҡар яуыр күңелгә...
Һалҡын ҡар
Ағартыр урамдың саттарын...
Бары тик хәтерҙә, күңелдә
Һаҡланыр ҡарҙай саф саҡтарың...

Ҡар яуа төндәрен...
Ә көндөҙ?
Ә көндөҙ ап-аҡ ҡар ҡарала...
Ҡомло тоҙ һибелә аҡ ҡарға,
Ҡомло тоҙ һибелә яраға...

Ҡар ҡаплай боҙоҡлоҡ яраһын
Бары тик миҙгелгә...
Ә унан?
Ә яҙың?
Ул үҙен аҡлаймы?
Сафлығын һаҡлаймы?
Ҡалала аҡ көйө ятмай ҡар —
Миҙгел дә...
Ап-аҡ ҡар...
Тапала...
Иҙелә...


Вернуться назад