Табыш02.11.2013
Булған хәл
Иртәнсәктән бирле бер өйҙән икенсеhенә hуғылып йөрөп, Шәрифйән саҡ башын «төҙәтте». Инде күңелләнеп, кәйефе күтәрелеп өйөнә табан атланы. Башҡалар күрhендәр, бүрене аяғы туйҙыра ул тигәндәй, үҙәк урам буйлап үткәндә нығыраҡ сайҡалып атларға тырышты. Шул саҡ ҡапҡа алдына сыҡҡан Ишмөхәмәтте күреп, уның янына барып торҙо.
– Нимә, иртәнсәктән үк әҙерһеңме? – тине Ишмәй, тәмәкеhен борҡолдатып (күршеләре уны ҡыҫҡаса ғына шулай атай – уңайлы бит).
– Аллаға шөкөр! – тине лә, һыр бирмәҫкә тырышып, тамаҡ ҡырып йырлап ебәрҙе. – Вечно молодой, вечно пьяный...
– Шулай икән, ә мин бына паллитр сәмәй алғайным, тик яңғыҙым эсә алмайым. Ни hин «туйғанhың»! Лутсы Хәмитте саҡырып киләйем әле. – Ишмәй яйлап ҡына Хәмит йәшәгән яҡҡа ыңғайланы.
– Ниңә Хәмитте саҡырырға, мин дә hиңә компанияға барам даһа, – тине ул, Ишмәйҙе ышандырырға тырышып. – Саҡ ҡына шаяртһам, ышанып бараһың, былай булғас, тиҙ ҡартайырһың. Мин, ни, айныҡ, бына туп-тура атлап күрhәтә алам...
Шулай итеп, икәүләшеп өйгә инеп тә киттеләр.
Был икәү ҡабат тышҡа сыҡҡанда ҡояш болоттар араhына йәшеренә башлағайны. Хәҙер инде Шәрифйән, ысынлап та, «туйҙы». Селәүсен шикелле эйелә-бөгөлә өйөнә табан атланы. Тик, ни ғәжәп, урам осондағы йортона һәләк тиҙ килеп етте. Быға үҙе лә аптырап ҡуйҙы. Бар көсөнә этәп, ҡапҡаһын асты.
Кәртә тулы ҡаҙ ине, улар Шәрифйәнде күреү менән ҡаңғылдаша башланы. «Бына һиңә, минең кәртәгә инеп тороп ыҫылдайҙармы?! Күршенекеләрҙер, аҡылға ултыртайым әле!» – тип уйланы ла эләгә-йығыла ҡоштарҙы тоторға маташты. Шулай этләнә торғас, бер ҡаҙҙы эләктерҙе.
– Бик яҡшы табыш, хәҙер берәй кемгә алып барып «осорам» да, ике көнлөк байрам әҙер! Бүтәнсә минең кәртәгә ҡаҙын ебәрмәһендәр! – тип мыңғырлап торҙо ла, ҡатыны ғына сығып бөтә эште боҙор тип, тиҙерәк артҡы яҡтан тайыу яғын ҡараны. Ә ҡаҙ шул тиклем тулай, ыҫылдай, тешләшә... Йүгерә-атлай сығып барғанда, hыйыр бысрағына баҫып, «лап» итеп йығылып китмәhенме! Ҡаҙ менән бергә ҡолап, хәҙер торам, торам, тип ятты ла иҙерәп йоҡлап китте...
Таңға ҡарай кемдер ныҡ итеп төрткөләгәнгә уянып китhә, алдында участка милиционеры баҫып тора! Шәрифйән ни эш-ләргә белмәй ҡалтыранып китте, бахмур ҡайғыhы юғалды, шулай ҙа:
– Һаумыhығыҙ, Никәләй Питрувиш! Ни йомош? – тип саҡ әйтә алды.
– Бына ошо hорауҙы мин hиңә бирергә уйлағайным, Шәриф, – тине милиционер, тегене мыҫҡыллап. – Һеҙ нисек минең кәртәгә килеп сыҡҡанhығыҙ?
Баҡтиhәң, был Шәрифйәндеке түгел, ә участковыйҙың өйө булып сыҡҡан. Икеһенең дә йорттары оҡшаш икән, баҡсаһы ла, ҡапҡаһы ла бер үк төҫкә буялған. Етмәhә, йығылып, ҡаҙҙың муйынын hындырған. Ҡыҫҡаса әйткәндә, Шәрифйәнгә лә, ҡаҙға ла – кәнис.
– Дә-ә, закон буйынса бының өсөн hинең башыңды төрмәлә серетәсәктәр! – тине участковый.
– Бәлки, кисерерhегеҙ, минең бит балаларым бар. Туңбаш, ниңә эстем икән, башмаҡ?.. – Шәрифйән үҙен үҙе әрләргә тотондо.
Берәй сәғәт инәлткәндән hуң, ирҙең хәлен аңлаптыр, милиционер:
– Ярай, кисерәм. Тик бер кемгә лә hөйләмә – шым да ҡуй, ләкин ҡаҙ өсөн ике аҙна минең кәртәмдә эшләргә тура килер. Ризаһыңмы?
– Әлбиттә, риза! – тине, шатланып, Шәрифйән.
Оло бәләнән шулай ҡотолғанына ҡыуанып бөтә алмай, ир ҡайтыу яғын самаланы. «Вәт, ҡайҙа ул йүләр, бушлай ике көн байрам итәм тип, хәҙер бына ике аҙна бушҡа эшлә инде!» – тип үҙен әрләй-әрләй ҡайтып китте ир.


Вернуться назад