Әүәл-әүәлдән башҡорт менән татар яҡындан аралашып, туғанлашып йәшәгән. Ике милләт араһында бүлешер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Йыр-моңдарыбыҙ ҙа, башҡа рухи ҡиммәттәребеҙ ҙә уртаҡ. Ниндәй генә ҡатмарлы замандар булмаһын, улар бер-береһенә хәленән килгәнсә ярҙам итергә, һуңғы телем икмәген дә бүлергә әҙер торған. Хәйер, был дуҫлыҡ ептәре йылдан-йыл нығый ғына.
Ошо көндәрҙә республикабыҙҙа Татарстандың Яр Саллы татар дәүләт драма театрының тамашалары үтеүе лә – быға асыҡ дәлил. Ут күршеләребеҙ дүрт көн дауамында Өфөнөң “Нур” татар дәүләт театрында баш ҡала халҡының күңелен асты.
Яр Саллы театрының был гастроле билдәле башҡорт шағиры, драматург Салауат Әбүзәрҙең “Хыялый” лирик комедияһы менән асылды. Авторҙың тәрән йөкмәткеле тәүге пьесаһы үтә лә бәхетле булып сыҡты. Хәҙер “Хыялый” Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының, шулай уҡ Ырымбур, Яр Саллы, Сибай театрҙарының репертуарын байытып тора.
Башҡортостан һәм Татарстан театрҙарының алмаш гастролдәре күптән инде күркәм йолаға әүерелде. Яр Саллы театрының Өфөлә сығышы ла тәүгегә түгел. Баш ҡалабыҙ тамашасылары күптән уларҙың уйнау оҫталығын баһалап өлгөргән. Был юлы ла улар яратҡан ижади коллективына тоғро ҡалды – тамаша залы тулы ине.
– Беҙ гастролебеҙҙе юҡҡа ғына Салауат Әбүзәрҙең “Хыялый” пьесаһы менән асманыҡ, – тине театрҙың баш режиссеры, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Муса Йәлил исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фаил Ибраһимов. – Был әҫәрҙе тамашасыларыбыҙ күптән яратып өлгөрҙө, уны ҡарарға халыҡ эркелеп йөрөй. Салауат Әбүзәр – саф күңелле, ихлас ижадсы. Шуға уның әҫәрҙәре лә шәп килеп сыға. Талантлы драматургтың яңы пьесалары киләсәктә лә беҙҙең репертуарҙы биҙәр тип ышанам.
Театр артистары күңелен биреп, еренә еткереп уйнаны “Хыялый”ҙы. Тамашасылар берсә рәхәтләнеп көлдө, ҡайһы бер урынында күҙ йәшен дә йәшерә алманы. Бында танылыу яулаған татар артистарының да оҫталығын билдәләп үтергә кәрәктер. Инсаф Фәхретдинов – Ғиззәт, Гөлүсә Ғәйнетдинова – Шәрифә, Булат Сәләхов – Зәкир (улар өсөһө лә “Татарстандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ), Индира Ғиләзетдинова – Йондоҙ, Динар Әминов Сәлим образы аша халыҡ һөйөүен яулап өлгөрҙө.
Тамашанан һуң ошо әҫәр буйынса фекер алышыу ҙа булды. Сәхнә оҫталары, фән әһелдәре авторға үҙ теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе.
– Ысын шағир ҡасан да булһа драма әҫәре яҙасаҡ, тигән Белинский, – тип һүҙен бшланы БДУ-ның татар филологияһы кафедраһы доценты, ғалим Рәүф Иҙрисов, – Әбүзәрҙе беҙ тәү сиратта ялҡынлы шағир булараҡ беләбеҙ. Уның һәр әҫәре еренә еткерелеп ижад ителә. Мин Салауат Әбүзәрҙе башҡорт йә иһә татар халҡының ғына түгел, тотош төрки донъяһының хазинаһы тип атар инем.
Бына шундай юғары баһа бирҙеләр авторға.
Гастролдең икенсе көнөндә Яр Саллы театры яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры Илдар Юзеевтың “Ғашиҡтар тауы” мелодрамаһын ҡуйҙы. Рәбит Батулланың “Йәш аралаш көлөү” драмаһын да халыҡ йылы ҡабул итте. Ә инде театрҙың Өфөләге гастроле Надежда Пушнинаның “Ҡыҙым кейәүгә сыға” комедияһы менән тамамланды.
Дәртләнеп, яңы ижади пландар менән ҡайтты Яр Саллы татар дәүләт театрының труппаһы. Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тиҙәр бит. Ҡайтыуҙарына улар ҙа шатлыҡлы хәбәр алды. Сибайҙың Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры Салауат Әбүзәрҙең “Ғүмерлек ғазап” мелодрамаһы менән Татарстанға гастролгә килгәйне.