Йәнгер еренән – еңеү менән29.10.2013
Ҡалмыҡстандың баш ҡалаһы Элистала эпик әҫәрҙәрҙе һөйләүселәрҙең халыҡ-ара фестивале үтте. 2005 йылдан үткәрелеп килгән, “Джангар ерендә – донъя эпостары” тип аталған ҙур форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән башҡарыусылар ҡатнаша. Әйткәндәй, Джангар – Йәнгер – ҡалмыҡ халыҡ эпосы геройы, ил яҙмышы өсөн йәнен аямаған әкиәти батыр.

Төрлө йылдарҙа фестивалдә Башҡортостан данын Асия Ғәйнуллина, Баязит Ғәйнуллин, Илсен Мирхәйҙәров, Розалия Солтангәрәева кеүек һүҙ оҫталары яҡланы. Быйыл иһә Ҡалмыҡстанда сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның уҡыусылары, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Рида Тимершәйехова менән Зилиә Әбелғатина сығыш яһаны һәм еңеү яулап ҡайтты. Әйтеүҙәренсә, ҡалмыҡтар Башҡортостан тәбиғәтенең хозурлығы, мәҙәниәтебеҙ хаҡында яҡшы хәбәрҙар. Ҡыҙҙар профессор Евдокия Харбунованан оҫталыҡ дәрестәре алған, музейҙарҙа булған. Фестивалдә яҡташтарыбыҙ “Урал батыр” эпосынан өҙөктәр ятлаған.


Вернуться назад