Яҡташыбыҙ мәртәбәле премия алды29.10.2013
Рәсәй Хөкүмәтенең “Рәсәй рухы” премияһына илебеҙҙең төрлө төбәгенән 15 кеше лайыҡ булды, улар араһында Вәкил Шөғәйепов та бар. Яҡташыбыҙ был бүләккә халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн “Халыҡ музыкаһы” номинацияһында билдәләнде.

Вәкил Шакир улы — башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары эшләү һәм реставрациялау оҫтаһы. Ул йоҡартылған ағас шпондан ҡурай эшләү ысулын уйлап тапҡан, шулай уҡ думбыраның боронғо өлгөләренә ҡарап, уны үҙе яһай. Вәкил Шөғәйеповҡа халыҡ уйын ҡоралдарын тергеҙеү проекттары өсөн 1988 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
“Рәсәй рухы” премияһы ғүмерен халыҡ сәнғәтенә һәм халыҡ мәғарифына бағышлаған мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә 2002 йылдан бирле тапшырыла. Улар — милли мәҙәниәткә ҙур өлөш индергән, халыҡ традицияларын йәш быуынға тапшырыуҙың мәктәптәр, оҫтаханалар, студиялар системаһын ойошторған кешеләрҙең ижади стажы, ҡағиҙә булараҡ, 20 йылдан ашып китә. Лауреаттар араһында халыҡ ижады коллективтары (фольклор, йыр һәм бейеү, халыҡ бейеүе, халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре, халыҡ хорҙары, оркестрҙар), эпос башҡарыусылар (сәсәндәр), халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары бар.
“Рәсәй рухы” премияһы Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Дәүләт халыҡ ижады йорто башланғысы менән булдырылған. 2002–2009 йылдарҙа йөҙгә яҡын премия тапшырылған. 2006 йылдың 18 сентябрендә “Рәсәй рухы” премияһына Хөкүмәт бүләге статусы бирелде.


Вернуться назад