Дәғүәселәр билдәләнде29.10.2013
2011—2012 йылдарҙағы хеҙмәттәре өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүселәр билдәләнде.
Икенсе турҙа ҡатнашыу һәм йәмәғәтселек тарафынан тикшерелеү өсөн түбәндәге ойошмалар тәҡдим иткән 12 кеше һайлап алынды:
Урал Әминев — М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры,
Айнур Асҡаров — “Башҡортостан” киностудияһы,
Руслан Воротников — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы,
Рөстәм Ғайсин — Республика урыҫ драма театры,
Артур Нәзиуллин — “Яңы исемдәр” төбәк-ара хәйриә йәмәғәт фонды,
Игорь Савельев — “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы,
Рәмзил Сәлмәнов — Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры,
Илшат Сибәғәтуллин — Дүртөйлө районы хакимиәте,
Рөстәм Сөләймәнов — Башҡортостандың Милли симфоник оркестры,
Динә Хәбибрахманова — Өфө сәнғәт училищеһы,
Гөлнара Хәлфетдинова — “Шоңҡар” йәштәр журналы редакцияһы,
Алһыу Хамматова — Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте.
Фекер алышыу материалдарын, баһалама, иҫкәрмә һәм тәҡдимдәрҙе 2013 йылдың 18 ноябренә тиклем Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 23-сө бүлмә) ебәрергә. Белешмә өсөн телефон: 276-45-87.


Вернуться назад