Һүнмәҫ дуҫлыҡ усағы29.10.2013
Һүнмәҫ дуҫлыҡ усағыДағстан үҙенең бөйөк улы, шағир Рәсүл Ғамзатовтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы киң билдәләне. Ағымдағы йыл иһә республикала Рәсүл Ғамзатов йылы тип иғлан ителгән, һәм һәр мәктәптә, урта белем биреү, юғары уҡыу йорттарында, ижади ойошмаларҙа, театр сәхнәләрендә мәшһүр шағирҙың ижадына арналған дәрестәр, осрашыуҙар, фестивалдәр, конкурстар үткән. Бындай саралар тауҙар илендә генә түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә булды. Мәҫәлән, июль айында Мәскәүҙә Президент Владимир Путин ҡатнашлығында шағирға һәйкәл асылды, августа Төркиәлә Кавказ халыҡтарының X халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале барышында Махачкаланың туғанлашҡан Ялова ҡалаһында Рәсүл Ғамзатов бюсы ҡуйылған. Йәй башында Өфөнөң бер китапханаһында ла күренекле шағирға арналған сара уҙғарылды. Ғөмүмән, миҫалдарҙы күпләп килтереп булыр ине. 8 — 10 сентябрҙә үткән әлеге ҙур тантаналар — республикала һәм Рәсәйҙә, башҡа алыҫ һәм яҡын илдәрҙә ойошторолған сараларҙың йомғағы ул. Илебеҙҙең барлыҡ өлкә, край, республикаларынан, Мәскәү, Санкт-Петербург, башҡа ҙур мәҙәниәт, әҙәбиәт үҙәктәренән, Мысыр, Ираҡ, Иран, Алжир, Сүриә, Вьетнам, Болгария, Әрмәнстан, Украина, Белоруссия, Тажикстан һ.б. илдәрҙән әҙиптәр, тәржемәселәр һәм халыҡ шағирының дуҫтары йыйылды. Иҫтәлекле юбилейҙа Башҡортостандан тәржемәсе Илгиз Кәримов менән миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Рәсүл Ғамзатов беҙгә, башҡорт әҙәбиәтенә, нигеҙҙә, Мостай Кәрим аша, уларҙың дуҫлығы, бер-береһенең әҫәрҙәрен үҙ телдәренә тәржемә итеүҙәре менән таныш. Мостай Кәрим Дағстанға йыш барҙы, Рәсүл Ғамзатов та дуҫының юбилейҙарына килде. Һәм Мостай Кәрим — Дағстанда, Рәсүл Ғамзатов Башҡортостанда иң оло ҡунаҡ һымаҡ ҡабул ителде. Авар шағирының вафатына – 10 йыл, Мостай Кәримдең арабыҙҙан китеүенә һигеҙ йыл, ләкин улар тоҡандырған дуҫлыҡ усағы һүнмәй, ләүкеп яныуын дауам итә, һәм беҙ, башҡорт әҙиптәре, йыл һайын үткәрелгән әлеге оло тантаналарға барабыҙ икән, ике дуҫ яҡҡан усаҡта йылынабыҙ, уға утын өҫтәйбеҙ, һүнмәүен тәьмин итәбеҙ. Мостай иленән әҙәбиәтселәрҙе саҡырыуҙарын ошо дуҫлыҡты иҫләүҙәре, онотмауҙары, уға тоғролоҡ һаҡлауҙары тип ҡабул итергә кәрәк. Эйе, ике ҙур шағир тоҡандырып киткән дуҫлыҡ усағын беҙгә артабан да һүндермәҫкә, аралашып-йөрөшөп йәшәргә кәрәк. Улар беҙгә ошо васыятты ҡалдырҙы...
8 сентябрь. Иртәнге сәйҙән һуң беҙҙе, Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы, автобустарҙа ҡала ситендәге Тарки-тауҙағы зыяратҡа алып киттеләр. Бер яҡтан Каспий диңгеҙе, икенсе яҡтан тауҙар теҙмәһе ҡыҫҡан Махачкала буйлап барабыҙ. Һәр урам мөйөшө һайын — бронетранспортерҙар, баштарына каска кейгән һалдаттар. Ҡулдарында – автомат. Өҫтәүенә, әллә күпме полиция. Улары ла ҡораллы һәм, һәр машинаны тигәндәй туҡтатып, водителдең документтарын, машинаның багажнигын тикшерәләр... Нисектер ҡурҡыныс булып китә, үҙеңде фронт һыҙығына яҡынлашҡан кеүек хис итәһең. Көн дә тигәндәй үҙәк телевидениенан боевиктар менән бәрелеште, атышты, үлтереште, шартлауҙарҙы күрһәткәс, улар әлеге урам мөйөшөнән йәки тауҙар араһынан килеп сығыр төҫлө тойола башлай. Ә халыҡ әлеге ҡораллы һалдаттарға өйрәнеп-күнегеп бөткән, күрәһең — быларға бөтөнләй ҙә иғтибар итмәй йөрөп ята. Хәйер, һуғышҡа өйрәнеп буламы икән?..
Шуны ла әйтәйем: 8 сентябрҙә Рәсәйҙә берҙәм тауыш биреү көнө булды. Дағстан парламенты республика Президентын һайланы. Күпселек тауыш менән Рамазан Абдулатипов еңде. Махачкалалағы әлеге һаҡланыу саралары ошо һайлауға бәйле лә булғандыр, тим.
...Зыяратта кеше күп. Беҙҙең алда ғына үҙенең һайланыуын әлегә белмәгән Рамазан Абдулатипов хөкүмәт ағзалары, йәнһаҡсылары менән бергә шағир ҡәберенә сәскә һалып, баш эйҙе. Улар сығып, йылтыр-йылтыр машиналарына ултырып ҡуҙғалғас, беҙ керҙек. Телмәр тотоп, һүҙ әйтеүсе булманы, һәр ҡайһыбыҙ өндәшмәй генә шағир ҡәберенә гөлләмә һалды. Ҡара гранитҡа шағирҙың исем-шәрифе генә соҡоп яҙылған, тыуған, үлгән йылдары юҡ. Тәү ҡарауға сәйер ҙә һымаҡ, сөнки беҙ ундай мәғлүмәттең булыуына өйрәнгәнбеҙ, мотлаҡ шулай тейеш тә һымаҡ, ә төптәнерәк уйлаһаң, шағир һүҙенең, шағир ижадының башы һәм аҙағы юҡ, ул ваҡыт ҡыҫаларына һыймай, мәңгелек, шуға ла ғүмерен йәшәгән йылдары араһына индереү мотлаҡ түгелдер ҙә...
Шағир васыятнамәһендә ошондай һүҙҙәр бар: «Хороните меня... в Дагестане. Такое место найдется на горе Тарки-тау. Здесь совсем рядом покоится и моя Патимат... Оттуда будет виден мир, который я объездил. И Цада, где родился, и Москва, где учился, и Кремль, и Кааба в Мекке, которые я обошел, будут навсегда вместе с нами. Землю на могилу возьмите, прежде всего, в Цада – я был его представителем на свете, а потом – отовсюду по миру. Надгробную стелу сделайте небольшой – я не любил величия. На плите напишите одно слово – «Расул», если покажется мало, добавьте «Гамзатов»...
Ниндәй ябай вә бөйөк һүҙҙәр!
2006 йылдың сентябрендә Махачкаланың «Ак-Гель» паркында, рәсми әйткәндә, «Тормоштарын Дағстанға бағышлаған урыҫ халҡы вәкилдәренә мемориаль комплекс» асыла. Остары өҫкө яҡта бергә килеп тоташҡан бер нисә бетон стеланан торған мөһабәт архитектур ҡоролма аҫтында, дөрөҫөрәге, стелалар уртаһында – бер ҡулына китап, икенсеһенә глобус тотҡан йәш ҡатын һыны. Халыҡ уны урыҫ уҡытыусыһына ҡуйылған һәйкәл тип йөрөтә. Әлеге һәйкәлгә ҙур постамент булып торған йоморо ҡоролма эсендә — ҙур зал, унда – ҡала тарихы музейы. Р. Ғамзатовтың юбилейы айҡанлы төрлө йылдарҙа төрлө кеше менән төшкән фотоларынан, шиғырҙарынан торған күргәҙмә асҡандар. Шуларҙы күҙҙән үткәреп кенә лә шағирҙың ниндәй бай ижади тормош менән йәшәгәнен күҙалларға мөмкин. Һәм беҙ, уның ҡәберенә баш эйгәндән һуң, әлеге музейға барып, бының шулай икәненә йәнә бер инандыҡ. Ҡуйылған фоторәсемдәрҙән, шиғырҙарының ҡулъяҙмаларынан бик тә зауыҡлы каталог нәшер иткәндәр.
Артабанғы юлыбыҙ – шағир исемен йөрөткән Республика милли китапханаһына. Унда Дағстандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, халыҡ шағиры Магомед Әхмәдов рәйеслегендә Дағстан халыҡтары әҙәбиәтен урыҫсаға әйләндереү, ғөмүмән, тәржемә хаҡында «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Республикала ете төп тел иҫәпләнә, байтаҡ әҙәби-нәфис журнал сыға, йәштәр, балалар өсөн дә баҫмалар бар. Әммә авар даргинды аңламай, даргин – аварҙы. Лактар, лезгиндар, ҡумыҡтар, табасарандар, ноғайҙар менән дә шундай уҡ хәл. Уларҙан тыш, тағы ла утыҙға яҡын вағыраҡ милләт бар. Һөҙөмтәлә бар милләт вәкилдәре бер-береһе менән урыҫ телендә аралаша, гәзит, журнал төрлө телдә сыға. Яҙыусылар союзы рәйесенең һәр халыҡ әҙәбиәте буйынса ете урынбаҫары бар. Телгә бәйле йәнә бер күренеш: урам, магазин исемдәре, реклама баннерҙары, иғлан таҡталары тик урыҫ телендә. Ниңә шулай, үҙ телегеҙҙә лә яҙып булмаймы ни, тип һорағайным, ул саҡта бит бер милләтте лә ҡалдырмаҫ өсөн кәмендә ете телдә яҙырға тура киләсәк, тип яуапланы урындағы бер әҙип.
Бөйөк шағирҙың ғүмерлек музаһы – хәләл ефете Патимат Ғамзатова — исемен йөрөткән һынлы сәнғәт музейындағы күргәҙмәне ҡарау ҙа оло кинәнес булды. «Изгелек һәм именлек шағиры» тип аталған был экспозиция әҙиптең оло юбилейына бағышланған һәм Дағстандың төрлө быуын рәссамдары эштәренән ғибәрәт. Һынлы сәнғәт, графика, декоратив-биҙәк эштәренең күбеһе, әлбиттә, шағир образына арналған. Рәссамдар уның образын төрлө ҡиәфәттә, төрлө йәштә асырға тырыша, һәр ҡайһыһы үҙенсә күрә, һәм әлеге күргәҙмә ошо яғы менән ҡыҙыҡлы ла. Музейға әүәле Патимат етәкселек итһә, хәҙер уның директоры – кинйә ҡыҙҙары Сәлихәт.
Тәүге көндәге бай һәм йөкмәткеле программаны А.П. Салаватов исемендәге Ҡумыҡ дәүләт музыкаль-драма театры шағирҙың «Горянка» поэмаһы буйынса ҡуйған «Асият» (төп героиняһының исеме) спектакле осланы.
Тантаналарҙың икенсе көнө – 9 сентябрь — сараларға иң байы булғандыр. Ул Рәсүл Ғамзатов исемен йөрөткән проспекттағы (элекке Ленин урамы) шағир һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Артабан Ленин комсомолы исемендәге паркта, хәҙер инде 27-се тапҡыр үткәрелгән «Аҡ торналар – Рәсүл Ғамзатов көндәре»н рәсми асыуҙа ҡатнаштыҡ. Парктың халыҡ шығырым тулы майҙанында үткән был тантанала республика етәкселәре, Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән ижади союздар, мәҙәниәт ойошмалары етәкселәре, ветерандар, йәштәр, шағирҙың дуҫтары, төрлө ил вәкилдәре сығыш яһаны. Ошонда уҡ шағирҙың атаҡлы «Торналар» шиғырына яҙылған йыр яңғыраны, күккә бихисап аҡ күгәрсен сөйөлдө, аҡ шарҙар осоролдо. Ысын мәғәнәһендә тулҡынландырғыс мәл. Ошо урында әлеге шиғырҙың нисек тыуыуы хаҡындағы тулҡынландырғыс тарихты һөйләгем килә
...1965 йылда Японияға барғанда Рәсүл Ғамзатов аҡ торналарҙы күҙәтә. Улар, күрәһең, беҙҙең Алыҫ Көнсығыштан ҡышларға килгәндер, һәм әлеге торна тубы уға ҙур аҡ ҡоштар рәүешендә күренә. Шағирға ҡағыҙҙан мең торна һүрәтен ҡырҡырға тырышҡан бәләкәй япон ҡыҙының әсендергес тарихын да һөйләйҙәр. АҠШ 1945 йылдың сентябрендә Хиросима менән Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлағас, бихисап кеше ҡырыла, бер ҡыҙ, башҡа күптәр кеүек, нур ауырыуынан яфалана. Уға, ҡағыҙҙан мең торна һүрәтен ҡырҡһаң, мотлаҡ һауығасаҡһың, тигәс, был бала ышана ла көнөн дә, төнөн дә шуның менән шөғөлләнергә тотона. Ләкин, күпме генә тырышһа ла, меңгә еткерә алмай – үлә. Радиациянан ҡотолоу юҡ. Шағирҙы был ғибрәтле тарих тетрәндерә, шаңҡыта. Ошонда уҡ, Японияла сағында, ул әсәһенең үлеме хаҡында телеграмма ала. Эш сәфәрен өҙөп, шағир Мәскәүгә оса, юлда әсәһен, ун дүрт йыл элек үлгән атаһын уйлап бара, һуғышта һәләк булған ағалары иҫенә төшә. Ана шул тәрән кисерештәр төйөн-сылбыры уның йөрәген телгеләй һәм иң яҡын кешеләренең образдары бер-бер артлы күҙ алдынан үтеүе уға шулай уҡ аҡ торналар тубы һымаҡ күренә башлай... Һөҙөмтәлә шиғыр тыуа.
Һағышлы шиғыр «Новый мир» журналында баҫылып сыҡҡас, уны билдәле йырсы Марк Бернес уҡый. Оҡшата. Автор һәм тәржемәсе Наум Гребнев менән шиғырҙы йыр тексына яраҡлаштырып яңынан эшләп сыҡҡандан һуң, Марк Бернес уны композитор Ян Френкелгә уҡый ҙа көй яҙыуын һорай. Композитор ризалаша. Музыкаһы яҙылғас, Марк Бернес Р. Ғамзатовҡа шылтыратып, телефон аша йырлап күрһәтә. Тетрәндергес йыр тиҙ арала илде урап сыға, торналар тубы һымаҡ сит илдәргә тарала.
Шиғырҙар ваҡ-төйәктән тыумай, ул йөрәкте, аңды тетрәтеп, тәрән кисерештәр тактында ярала. Шағир, моғайын да, һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған ағаларын, фронт яландарында ятып ҡалған ауылдаштарын, ғөмүмән, ил именлеге өсөн бирелгән миллиондарса ҡорбанды иҫенә алғандыр, улар бер төйөн булып уҡмашып, шағир йөрәген ҡуҙғытҡандыр, Хиросима менән Нагасаки ҡалаларын ер менән тигеҙләгән атом бомбаһы алдында кешелек донъяһының ниндәй көсһөҙ икәнен аңлау килгәндер.

ТОРНАЛАР

Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр,
Әйтерһең дә, ергә аумаған.
Ул һалдаттар, аҡ торналар булып,
Осоп киткән зәңгәр һауаға.

Әле һаман ошо яугирҙәрҙең
Тауыштары килә алыҫтан.
Юҡҡамы ни, һауаларға ҡарап,
Күңелебеҙ тула һағышҡа.

Ҡанаттары талып, ҡош сылбыры
Оса таңда, оса кисен дә.
Шул сылбырҙа кескәй буш урын бар,
Ул буш урын минең өсөндөр!

Бер көн мин дә торна сылбырында
Юғалырмын инеп томанға.
Йәнем иңрәр моңһоу бер ҡош һымаҡ,
Ерҙәгеләр ғәзиз булғанға.

(Рауил Бикбаев тәржемәһе)

Дағстанда «Аҡ торналар»ға беренсе һәйкәл 1986 йылда Гунибта асыла. Ошо йылдан башлап «Аҡ торналар» көндәре Ер йөҙөндә бөтә һуғыштарҙа һәләк булған ҡорбандарҙы иҫкә ала торған һағышлы байрамға – Хәтер көнө рәүешендәге йолаға әйләнә. Дағстан ерендә үткәрелгән был сараны үткәрә башлауға – 25 йыл. Байрам тарихи һәм географик сиктәрҙе үтеп, ваҡыт һәм киңлек төшөнсәһен онотторҙо, иң мөһиме, ул – интернациональ, сөнки был көндә беҙ Хатындә һәм Хиросимала, Грозныйҙа һәм Каспийскиҙа, Нью-Йоркта һәм Мәскәүҙә, Бағдадта һәм Бесланда һәләк булғандарҙы иҫләйбеҙ. Әйткәндәй, «Аҡ торналар» һәйкәлдәре Һарытауҙа, Красноярскиҙа, Төньяҡ Осетия — Аланияла, Украинала, Белоруссияла, Үзбәкстанда, АҠШ-та, Японияла һәм башҡа илдәрҙә, йәнә 30-ға яҡын ҡалала ҡуйылған. Бына бит бер шиғыр көсө, уның кешеләр күңеленә барып етеүе, һуғышҡа ләғнәт һәм йыр-реквием рәүешендә яңғырашы! Донъя әҙәбиәтендә бындай икенсе күренеш юҡтыр ҙа.
...Шағир өйөндә лә булдыҡ. Бетон, кирбестән һалынған һәм тәү ҡарауға ярайһы уҡ ҡырыҫ йорттоң тыштан бер ниндәй ҙә биҙәү-семәрҙәре юҡ. 10–12 сутый самаһы ере бейек ҡойма менән уратып алынған. Емеш-еләк ағастары, йөҙөм мул үҫә. Өй эсе былай киң һымаҡ: тәүге ҡатта ҙур ғына зал, аш-һыу, хужалыҡ бүлмәләре, икенсе ҡатта йоҡо бүлмәләре, кабинет, китапхана. Әлбиттә, замана күҙлегенән ҡарағанда, ярайһы уҡ ябай, ҡәҙимге көнкүреш, йыһаз. Йорт хужаһы көнкүрештә шулай бигүк талапсан булмағандыр тигән тойғо ҡала.
Мин педагогия фәндәре докторы Ильяс Вәлиевтең «Гуманизм Мустая Карима» тип аталған ике томлыҡ китабын алып барғайным һәм бер арала, атайығыҙ беҙҙең бөйөк шағир менән дуҫ булды, беҙҙә Мостай Кәрим ижады тураһында етди монографиялар яҙыла, китаптар сыға, шуларҙың һуңғыларының береһен, ошо ике томлыҡты, уларҙың дуҫлығы билдәһе рәүешендә бүләк итәм, тип шағирҙың ҡыҙы Сәлихәткә тотторҙом. Ул бик рәхмәтле булып аманатты ҡабул ҡылды. Илгиз дә атаһының бер нисә китабын бүләк итте.
Ул көндөң иң мөһим сараһы, моғайын, М. Горький исемендәге урыҫ драма театрында үткән ҙур әҙәби-музыкаль кисә булғандыр. Зал бөтә Кавказ республикаларынан килгән президенттар, яҙыусылар берлектәре идараһы рәйестәре, республика хөкүмәте, ойошма һәм учреждениелар вәкилдәре менән шығырым тулы ине. Тәүге һүҙҙе Дағстан Президенты Рамазан Абдулатипов алды. Ул ярты сәғәт самаһы бер ниндәй ҡағыҙһыҙ Рәсүл Ғамзатов шиғриәте, уға үҙенең ҡарашы, республика, Рәсәй, элекке СССР, донъя әҙәбиәтендәге уның урыны хаҡында ифрат бай йөкмәткеле доклад һөйләне. Профессиональ тәнҡитсең ары торһон! Философия фәндәре докторы, шағир, композитор, күренекле сәйәсмән, бәлки, шулай һөйләргә тейештер ҙә. Ошо юбилей алдынан ғына ул «Философия творчества Расуля Гамзатова: самобытность и всемирность» тигән китап сығарған. Әйткәндәй, торараҡ әлеге театр сәхнәһенән Р. Ғамзатов шиғырҙарына яҙған көйҙәре лә башҡарылды.
Р. Абдулатиповтан һуң һүҙҙе Чечня Республикаһы етәксеһе Рамзан Ҡадировҡа бирҙеләр. Шағир ижады, шағир шәхесе хаҡында шулай уҡ Көньяҡ Осетия — Аланияның элекке Президенты Александр Дзасохов, Удмурт Республикаһы Президенты Александр Волков, Татарстандың Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин, Дағстандың тәүге Президенты Муху Алиев, Р. Ғамзатовтың кесе ҡыҙы Сәлихәт, Дағстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, халыҡ шағиры Магомед Ахмедов, Дағстандың халыҡ шағиры Фазу Алиева, «Завтра» гәзитенең баш мөхәррире Александр Проханов, Мәскәү Яҙыусылар ойошмаһының беренсе секретары Владимир Бояринов һәм башҡа күптәр телмәр тотто. Сығыш яһаусылар, әлбиттә, мәшһүр шағирҙың бөйөк ижады хаҡында һөйләне. Хәтирәләргә төштө, шул ыңғайҙан кисә генә Дағстандың Президенты булып һайланған Р. Абдулатиповты ҡотланы. Быныһы инде уның инаугурацияһы һымағыраҡ төҫ алды. Һуңынан Дағстандың ғына түгел, тотош Кавказ республикалары милләттәренең күҙ эйәрмәҫ етеҙ бейеүҙәрен ҡарап кинәндек.
Эйе, һәр осрашыу, һәр сара тәьҫораттарға бай булды. Сығыш яһаусылар, мәҫәлән, Р. Абдулатипов үҙе лә йыш ҡына Рәсүл Ғамзатовтың яҡын дуҫтарының береһе тип Мостай Кәримде иҫкә алды. Вьетнамдан килгән әҙип, тәржемәсе Хоанг Тхюи Тоан беҙҙең Башҡортостандан икәнлекте белгәс, заманында Мостай ағайҙың ете шиғырын вьетнам теленә тәржемә иткәнен, ошо эш осоронда уның менән хатлашыуын һөйләне. Урыҫса һәйбәт итеп һөйләшмәһә лә, бөтәһен дә аңлай һәм ҡәҙимге аңлата ала. 70-те уҙһа ла, бик теремек, әүҙем, аралашыу-һөйләшеүгә әүәҫ, һәр кем менән тиҙ уртаҡ тел таба. Ҡулынан ручка, блокнотын төшөрмәй һәр күргән-ишеткәнен яҙып йөрөнө, һәр ҡайһыбыҙҙы фотоға ла төшөрҙө.
Беҙҙең өсөн йәнә бер ҡыҙыҡ мәғлүмәт: Тажикстандың халыҡ шағирәһе Зөлфиә Атоуллоеваның әсәһе Зәйнәп Әминева Стәрлебаш районынан булған икән. Бәләкәй саҡта ауылына барғылай ҙа торғайныҡ, туғандары ла бар ине, гел генә ауыҙ эсенән башҡорт йырҙарын көйләр ҙә йөрөр ине, тип һөйләне. Әллә күпме уйын да өйрәткән икән. Күрәһең, үткән быуаттың сама менән 40-сы йылдар аҙағында осраҡлы бер тажикка кейәүгә сыҡҡан да, тыуған ерен ташлап, сит тарафтарға китергә мәжбүр булған һәм ғүмер буйы зарығып, һағынып, ауыҙ эсенән генә көйләп һағышын баҫҡан. Әсәйем 80-гә етеп, бынан биш йыл элек мәрхүм булды, ти шағирә. Дағстанда уйламағанда бына шулай аяныслы яҙмыш тураһында ла ишетергә тура килде.
2008 йылда барғанымда Дағстандың әҙәби-художестволы журналдарының баш мөхәррире Абдулла Даганов менән танышҡайным. Әйткәндәй, 1973–1975 йылдарҙа ул беҙҙең Рәшит Солтангәрәев менән Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа бергә уҡыған. Был барғанымда юҡ ине – ике йыл элек мәрхүм булды, тинеләр. Шул һөйләп торҙо: “Беҙ, йәш шағирҙар, төрлө йәһәттән дә Рәсүл Ғамзатовҡа оҡшарға тырыштыҡ: сәхнәнән шиғыр һөйләү, кеше менән аралашыу фиғелен отоп алырға, хатта сәсте лә уныҡы кеүек йөрөттөк, ә уға эйәрергә тырышып яҙыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ләкин беребеҙ ҙә уның ише була алманыҡ – талантты ҡабатлап булмай шул. Әммә ул беҙгә, йәғни шағирҙарға ғына түгел, ғөмүмән, әҙәбиәткә иң юғары талап ҡуйҙы һәм беҙ шуға ынтылып ижад иттек...”
Тимәк, Рәсүл Ғамзатов яҡҡан усаҡ һүнмәй, ләүкеп яныуын дауам итә. Һәм уның тауҙар илендә генә түгел, бөтә Рәсәйҙә, донъя кимәлендә. Билдәле урыҫ шағиры Сергей Наровчатовтың, әгәр минән илебеҙҙең бөгөнгө биш иң ҙур шағирын атауҙы һораһалар, һанар ҙа, улар араһында Рәсүл Ғамзатов та булыр, дүртәүҙе һораһалар, улар араһында шулай уҡ Рәсүл Ғамзатов булыр, әгәр инде иң ҙур бер шағир тиһәләр, мин мотлаҡ «һәм Рәсүл Ғамзатов» тип өҫтәр инем, тигән ҡанатлы һүҙҙәре бар. Бына нисек юғары баһалай урыҫ шағиры Р. Ғамзатов ижадын. Әйткәндәй, уның бихисап бүләк, наградалары, исем-шәрифтәре араһында «ХХ быуаттың иң ҙур шағиры» тигән халыҡ-ара премия ла бар...
Өсөнсө көндә тантаналар Рәсүл Ғамзатовтың тыуған яғында – Хунзаҡ районының Цада ауылында дауам итте. Тәүҙә тыуып үҫкән йортон ҡараныҡ. Бөтә нәмә – көнкүреш әйберҙәре, йыһаз, кейем-һалым, усаҡ урыны, хатта ҡул тирмәне, һыу ташыу ҡом-көршәктәре, арбалары шул килеш һаҡлана. Атаһының, Дағстандың халыҡ шағиры Ғамзат Цадасаның эш өҫтәле, ултырғысы, диваны, карауаты, китаптары... Хәҙер йорттарына төкөтөп музей эшләгәндәр, аталы-уллы шағирҙарҙың портреттары, бюстары, үҙҙәренең китаптары, бүләк ителгән баҫмалар, бихисап фотоһүрәттәр...
Мин үҙебеҙҙең «Инеш» нәшриәте сығарған «Я – россиянин» тигән китапты бүләк иттем. Китапта дүрт бөйөк шағирҙың – авар Рәсүл Ғамзатовтың, ҡалмыҡ Давид Кугультиновтың, балҡар Ҡайсын Кулиевтың, башҡорт Мостай Кәримдең шиғырҙары. Әйтерлек тә түгел, уникаль баҫма! Музей хужабикәһе йыйынтыҡты бик ихлас ҡабул итте.
Цада һөҙәк тау битләүендә ултыра. Ауылдың арт яғын текә тау теҙмәләре ҡаплай. Махачкала яғынан илткән оло юл ауылға терәлгәс, бейек постаментҡа ҡуйылған ике бюст – аталы-уллы халыҡ шағирҙарының һындары ҡаршылай. Йәш Рәсүл йыш ҡына ана шул ауыл артындағы текә тауға үрмәләп шиғыр яҙып ултырырға яратҡан икән.
Ауылға инер юлдағы һөҙәк яланда аҡ торналарға йәнә бер мөһабәт мемориаль комплекс асылды ул көн. Ерҙә һәр ҡайһыһы айырым ултырған бер нисә стела ҡырҡ метр бейеклектәге кәбән осо кеүек бергә ҡушыла, ҡушылған нөктәһендә – торналар тубы. Шулай итеп, яу яландарында ятып ҡалған һалдаттар, аҡ торналар сылбыры булып, үҙен тыуҙырыусы шағир төйәгенә килеп төштө. Улар араһында шағирҙың ағаларына ла, ауылдаштарына ла, ҡағыҙҙан мең торна һүрәте ҡырҡып һауығырға өмөтләнгән бәләкәй япон ҡыҙына ла, теүәл ун йыл элек арабыҙҙан киткән бөйөк шағирҙың үҙенә лә урын бар...


Вернуться назад