Витаминдың ҡайҙа үҫкәнен беләһегеҙме? Юҡмы ни? Хәйер, белмәүегеҙ һис тә ғәжәп түгел, сөнки уны Зөһрә апайығыҙ ғына әйтә ала. Ышанмаһағыҙ, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә матур-матур биҙәктәр менән донъя күргән "Витамин ҡайҙа үҫә?" тигән китабын алып ҡарағыҙ әле — шағирә был серҙе ентекләп һәм тәфсирләп төшөндөрөп бирер.
Зөһрә апайығыҙҙың өр-яңы китабына әле генә “мейестән төшкән” тәмле шиғырҙары, “күпереп бешкән ҡалас” кеүек хикәйәләре тупланған. Бына бер шиғырын ғына “тәмләп” ҡарайыҡ әле.
Томшоғонан аҡҡан һыуҙа
Эй кинәнеп ҡойона.
Филдең душы үҙе менән —
Рәхәтләнеп йыуына.
Шәпме, ә?!. Шулай булыуына тамсы ла шигебеҙ юҡ. Зөһрә апайығыҙ бит тәбиғәттең телен белә, алма-шалҡандар, ҡыяр-ҡауындар менән дә “серләшә”, йәнлек-хайуандар, ҡош-ҡорт менән дә рәхәтләнеп “аралаша”.
Ә инде витаминдың файҙалы икәне һәр кемебеҙгә мәғлүм, ләкин уның ҡайҙа үҫкәнен генә белмәйбеҙ. Быны белер өсөн Зөһрә Ҡотлогилдинаның китабын уҡырға кәрәк. Был баҫма һеҙҙең йәнегеҙгә үҙе бер рухи витамин булыр, дуҫтар.