Сыуаш әҙәбиәте классигы, яҡташыбыҙ Константин Ивановтың киң билдәле ”Нарспи” поэмаһы яңыраҡ ете телдә айырым китап булып донъя күрҙе. Чебоксар ҡалаһында сыҡҡан был йыйынтыҡҡа поэманың сыуашса төп варианты, шулай уҡ урыҫ, башҡорт, татар, украин, болгар, венгр телдәренә тәржемәләре индерелгән.
“Константин Иванов исемле мөғжизәгә һоҡланып туймайым. Уның хаҡында таралған даны буйынса түгел, ә моңло, яҡты, нәзәкәтле һәр шиғри юлына ҡарап әйтәм. “Нарспи” әҫәрен башҡортсаға тәржемә иткәндә, үҙемдә аңлата алмаҫлыҡ байрам тойғоһо кисерҙем”, – тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим.
Йыйынтыҡтың нәшер ителеүе уңайынан Өфөнөң Павел Миронов исемендәге сыуаш йәкшәмбе мәктәбендә китап туйы уҙғарылды. Унда өс республиканан халыҡ шағирҙары – Башҡортостандан Ҡәҙим Аралбай, Татарстандан Ренат Харис, Сыуашстандан Валерий Турғай – ҡатнашты. Халыҡтар дуҫлығына әүерелгән сарала шулай уҡ Сыуаш Республикаһының Башҡортостандағы сауҙа-иҡтисад вәкиле Владимир Портнов, сыуаштарҙың “Канаш” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Валерий Сидоров сығыш яһаны.
Әҙиптәр шиғырҙарын уҡып, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уҡыусылар иһә “Нарспи” поэмаһынан төрлө телдә өҙөктәр ятлап ишеттерҙе.