Шиғриәттең ғәли йәнәбе26.10.2013
Бейек тау баштарында ғына мәңгелек ҡар ята. Сал сәсле күренекле шағирыбыҙ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Муса Ғәли ҙә — әҙәбиәтебеҙҙәге шундай бейек тауҙарҙың береһе.

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте данлы шағирҙың һайланма әҫәрҙәрен баҫып сығарҙы. Унда Муса ағайҙың төрлө йылдарҙа яҙылған, башҡорт шиғриәтендә онотолмаҫ эҙ ҡалдырған иң әһәмиәтле шиғырҙары һәм поэмалары тупланған.
Китаптың төҙөүсеһе — шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов.
Шуны өҫтәге килә: кисә Муса Ғәлиҙең тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы Шишмә районында әҙәби-музыкаль кисәләр үтте.


Вернуться назад