Көтөп алынған һүҙлек25.10.2013
Көтөп алынған һүҙлекБДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары — филология фәндәре докторы, профессор Кәрим Ишбаев менән филология фәндәре кандидаты, доцент Зөлфиә Ишкилдинаның "Хәҙерге башҡорт теленең паронимдар һүҙлеге" исемле үҙенсәлекле хеҙмәте донъя күрҙе.

Нимә һуң ул пароним? Грек теленән (para — эргә, йәнәш, onuma — исем, атама) килеп ингән был термин менән морфематик төҙөлөшө, әйтелеше буйынса оҡшаш, мәғәнәләре яғынан айырылған һүҙҙәрҙе атап йөрөтәләр. Паронимдарҙың парлы һүҙҙәр, эргәләш һүҙҙәр тигән атамалары ла осрай.
Омоним, синоним, антоним терминдары һәр мәктәп уҡыусыһына яҡшы таныш. Ә бына пароним һүҙенең мәғәнәһен балалар ғына түгел, ҡайһы бер студенттар, хатта уҡытыусылар тейешенсә аңлап бөтмәй. Шул сәбәпле уларҙың, мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең телмәрендә был төшөнсәләр бутап йөрөтөлә, береһенең урынына икенсеһе яңылыш ҡулланыла. Һөҙөмтәлә стилистик хаталарға юл ҡуйыла.
Паронимдарҙың бер-береһе менән буталып йөрөүе уларҙың һүҙьяһалыш үҙенсәлектәре, этимологик бәйләнештәре, морфематик һәм фонологик төҙөлөштәре менән бәйле, тип иҫәпләй һүҙлекте төҙөүселәр. Ошоноң сәбәптәренә туҡталайыҡ.
Беренсенән, паронимдарға хас мәғәнә яҡынлығы: һауым (исем)— 1. һауын малдарҙы һауыу эше, һауыу процесы; 2. билдәле бер ваҡыт эсендә һауып алынған һөттөң күләме; һауын (сифат) — 1 а. һауҙырған, һөт биргән; 1 б. "һауын һыйыр" — "буш алыуға иҫәпләнгән килем-төшөм сығанағы" мәғәнәһендә.
Икенсенән, паронимдарҙың морфематик төҙөлөшөнә иғтибар биреп еткермәү: адресат (исем; почта, телеграф йәки телефакс аша ебәрелгән хат, телеграмма йә башҡа нәмәлә адресы күрһәтелгән кеше йәки ойошма, учреждение, предприятие) һәм адресант (исем; почта, телеграф йәки телефакс аша адреслап хат, телеграмма йә башҡа нәмә ебәргән кеше йәки ойошма, учреждение, предприятие).
Өсөнсөнән, үҙләштерелгән сифаттарҙың уларҙы яһаусы исемдәр менән әйтелештәре буйынса оҡшашлыҡтары: минераль (сифат; минералдан торған, минераллы) һәм минерал (исем; физик һәм химик үҙенсәлектәре буйынса бер төрлөрәк булған тәбиғи есем, руда, тау тоҡомо һәм күк есемдәренең состав өлөшө).
Дүртенсенән, һүҙ яһаусы аффикстарҙың мәғәнәһен айырып етмәү: ағым — ағын, һауым — һауын, яуым — яуын кеүек паронимдарҙа -ым аффиксы исем яһай, ә -ын сифат яһауҙа ҡатнаша.
Был тәңгәлдә шуны билдәләү зарур: башҡорт тел ғилемендә паронимия күренешенә иғтибар һуңғы йылдарҙа ғына көсәйә төштө. Юғарыла телгә алынған авторҙар тарафынан һүҙлектең тәжрибә булараҡ төҙөлгән тәүге варианты 2001 йылда баҫылып сыҡты (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиражы аҙ булыу сәбәпле, киң ҡатлам уҡыусыларға барып етмәне); башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге паронимдарҙы сағыштырып өйрәнеүгә бағышланған монографик баҫма 2006 йылда донъя күрҙе.
Һүҙлек менән эш итеүселәрҙә "Лексикографик хеҙмәттең һуңғы варианты тәүгеһенән нимәһе менән айырыла һуң?" тигән һорау тыуыуы ихтимал. Тәү сиратта һүҙлек статьяларының һаны арттырылыуы күҙгә ташлана. Шулай уҡ һәр паронимик берәмеккә ярашлы матур әҙәбиәттән, халыҡ ижады өлгөләренән, матбуғат баҫмаларынан, йәнле һөйләү телмәренән миҫалдар килтереү лексик берәмекте мөмкин тиклем тулыраҡ яҡтыртыуға булышлыҡ иткән.
Бынан тыш, һүҙлектә боронғо төрки теленә ҡағылышлы айырым һүҙҙәрҙең сығанаҡтары, шулай уҡ Көнбайыш Европа телдәренән (грек, латин, инглиз, немец, француз һәм башҡалар) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең нигеҙе латин графикаһы аша, ә ғәрәп, фарсы телдәренән ингәндәренең башланғыс формалары ғәрәп графикаһы менән бирелгән. Был, әлбиттә, хеҙмәттең бәҫен күтәрә.
Паронимдар, семасиология өлкәһендәге башҡа берәмектәр — антонимдар, синонимдар, омонимдар — кеүек үк, үҙаллы лексик берәмекте тәшкил итә һәм хәҙерге башҡорт теленең дөйөм һүҙ байлығын үҫтереүгә, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыуға ҙур өлөш индерә. Семонимик төрҙәге аңлатмалы һүҙлектәр рәтенә ингән "Хәҙерге башҡорт теленең паронимдар һүҙлеге" лә, ошо уҡ авторҙар тарафынан төҙөлгән "Башҡорт теленең һүҙьяһалыш һүҙлеге" (Өфө, 2005) һымаҡ, башҡорт тел ғилемендә лайыҡлы урынын табыр, лексикографияның яңы юғары баҫҡысын билдәләр тигән ышаныстабыҙ. Уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар, радио, телевидение хеҙмәткәрҙәре һәм башҡорт теле менән ҡыҙыҡһынған барлыҡ кеше өсөн тәғәйенләнгән һүҙлектең тиражы — ике мең дана.


Вернуться назад