– Һин уйнағанда беҙ Йыһан тауышын ишеткәндәй булдыҡ. Бындай ҡабатланмаҫ моңдоң әлегәсә ҡолаҡта сыңлағаны юҡ ине! – Бына ошондай юғары баһаһын бирә илебеҙҙең төрлө төбәгенән йыйылған жюри ағзалары, танылған яҡташыбыҙҙың сығышын ҡарағас.
Яңыраҡ Тыва Республикаһының баш ҡалаһы Ҡыҙылда Милли музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың II халыҡ-ара конкурс-фестивале уҙғарылды. Ҡатнашыусылар араһында Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновҡа етеүсе булмаған. Рәсәйҙән генә түгел, Украинанан һәм Япониянан да килгән белгестәр баһаһына ярашлы, беҙҙең яҡташыбыҙ еңеүсе булып танылған.
– Башҡортостандағы һәм Яҡутстандағы ҡумыҙ сәнғәте бөтә ерҙә лә өлгө итеп ҡуйыла, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты шөһрәтле сәхнә оҫтаһы. – Шөкөр, беҙҙә төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы даими үткәрелеп тора, был да сәнғәт үҫешенә ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай. Шуғалыр ҙа беҙҙең уйнау ысулдары ла, оҫталыҡ кимәле лә айырыла.
Ысынлап та, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың һәр сығышы — быға асыҡ дәлил. “Сал быуаттар ауазы”, “Уралда” кеүек музыкаль композицияларын ғына миҫалға алайыҡ. Оҫта ҡумыҙсы был импровизацияларында тотош Башҡортостандың тәбиғәтен күҙ алдына килтерә. Һыҙылып таң атыуы, ҡоштарҙың сутылдашыуы, шишмәнең сылтырап ағыуы, сал даланың еле, ат тояҡтары тауышы – быларҙың барыһын да башҡорт егете серле ҡумыҙ аша тамашасы йөрәгенә еткерә.
Әйткәндәй, мәртәбәле бәйгелә Сибай ҡалаһының Дилара Рафиҡова етәкселегендәге “Яугел” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле лә ҡатнашҡан. Уларға ла уңыш мулдан тәтегән. Башҡорт ансамбле – ижади коллективтар араһында, ә инде етәкселәре яңғыҙ башҡарыусылар рәтендә икенсе урынды яулаған.