“Башҡортостан” гәзитен ғаиләбеҙ менән уҡыйбыҙ һәм көтөп алабыҙ. Уның мәғлүмәттәргә бай булыуы оҡшай.
Республика яңылыҡтарын һеҙҙең баҫма аша беләбеҙ. Йыл һайын дини календарь ебәреп ҡыуандырып тораһығыҙ.
Беҙгә бигерәк тә һуғыш ветерандары, уларҙың ғаиләләре һүрәтләнгән мәҡәләләр оҡшай, сөнки беҙ – һуғыш осоронда үҫкән балалар. Атайҙарыбыҙ яу ҡырында киләсәгебеҙ яҡты булһын өсөн баш һалды бит.
Тәлғәт ХӘЙБУЛЛИН.
Мәләүез районы,
Смаҡ ауылы.
* * *
“Башҡортостан”ымдан малай саҡтан алып ошоғаса айырылғаным булманы, әммә уҙған йыл кеҫә ҡапылғара йоҡарҙы ла ҡуйҙы. Яҙыла алмауымды бик тә ауыр кисерҙем (пенсияһы ла самалы шул), шуға күрә киләһе йылда мотлаҡ алдырасаҡмын.
Гәзитебеҙҙә ҡыҫҡа хәбәрҙәрем, көләмәстәрем, һүрәтләмә, хатта юмористик хикәйәм дә донъя күрҙе. Яратҡан гәзитем миңә шатлыҡ тойғолары килтерә.
Салауат ДӘҮЛӘТШИН.
Күгәрсен районы,
Мәҡсүт ауылы.
* * *
“Башҡортостан”ды күп йылдар рәттән ғаиләбеҙ менән алдырып, ҡунаҡ кеүек көтөп алабыҙ. Ул бик тә уҡымлы, барлыҡ республика яңылыҡтары менән танышып барабыҙ. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ, иҫән-һау булығыҙ!
Сәйфулла БАЙМЫРҘИН.
Хәйбулла районы,
Байғусҡар ауылы.
* * *
Уҡый-яҙа белгәнемдән бирле “Башҡортостан” гәзитенән айырылмайым. Бәләкәй сағымда “Көйҙәребеҙ – йырҙарыбыҙ” рубрикаһын ярата инем.
Ябай халыҡтың һулышын, проблемаларын яратҡан гәзитем аша белеп торам. Бигерәк тә ил, халыҡ өсөн янып йәшәгән, матур ғүмер кисергән, күңеле рухи хазинаға бай кешеләр тураһындағы яҙмаларҙы яратам. Уларҙы уҡып кәйефем күтәрелә, көс-дәрт алам.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА.
Мәсетле районы,
Юныс ауылы.
* * *
“Башҡортостан” гәзитен 60 йылдан ашыу алдырам. Киләһе йылға ла иң беренселәрҙән булып яҙылып ҡуйҙым. Әбейем менән ғүмер буйы яратып уҡыныҡ. Алдырыу ғына түгел, балаларға, күршеләргә лә “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу кәрәклеген аңлатырға тырышам. Почтаға барып, гәзит хаҡында һорашып торам. Беҙҙә баҫманы бер нисә йыл рәттән алдырып уҡыусылар байтаҡ. Яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Мәснәүи МУСИН.
Илеш районы,
Аҡкүҙ ауылы.
* * *
Үҙем эшләй башлағандан бирле “Башҡортостан” гәзитен алдырам. Тәүге яҙылыуыма 53 йыл була. Гәзиткә табынып йәшәйем. Мин булмаһам, яратҡан баҫмама яҙылыусылар берәүгә кәмер инде, тип уйлайым. Һеҙгә оҙон ғүмер, иҫәнлек теләйем.
Ғәзимә ШӘМСЕТДИНОВА.
Ауырғазы районы,
Талбазы ауылы.
* * *
Һуңғы арала гәзиттең эстәлеге яҡшырҙы, ләкин унда күберәк тәнҡит мәҡәләләрен күрге килә, сөнки тормошобоҙҙа бөтәһе лә ал да гөл түгел бит. Мин – эскеселәрҙең, эскелек табыны ойоштороусыларҙың дошманы. Милләтебеҙҙең тамырына балта сапҡан ошондай кире күренештәр хаҡында йышыраҡ яҙһағыҙ ине.
Хәйҙәр АҘНАБАЕВ.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.