Бик боронғо замандарҙа халыҡтар үҙҙәренең тарихын таштарға сүкеп яҙыр булған. Дастандарын балсыҡ таҡталарға сыйып ҡалдырған. Һүҙҙе айырыуса ололағанда “ташҡа баҫылған” тип әйтеү шул замандарҙан беҙҙең көндәргә килеп еткән. Ташҡа баҫылған икән, тимәк, уның ысын-ысынлығына һис бер шик юҡ.
Шиғырҙарҙы ташҡа уйып яҙыу ғәҙәте, “ташҡайҙарға соҡоп ҡарғыш яҙҙым ейәндәрем уҡыр бер саҡта” тип йырҙарыбыҙҙа һаман йырланып йөрөһә лә, хәҙер тарихта ғына тороп ҡалған. Ҡайһы саҡта тормошҡа ашмаҫлыҡ уйҙар ҙа башҡа килеп ҡуя: әгәр шағирҙар әле лә шиғырҙарын ташҡа үҙ ҡулдары менән сүкеп яҙыр булһа, һүҙҙең ҡәҙере ни тиклем артыр ине, ташҡа яҙылған һүҙҙәрҙең һәр береһен һанап, ни тиклем һаҡсыл тотонор ине!
Беҙҙең заманда ла ҡайһы бер шағирҙарҙың айырым юлдары һәйкәлдәрҙең нигеҙ ташында, төрлө мемориалдарҙың мәрмәр таҡталарында яҙыулы тора. Бик һирәк була торған хәлдәр. Ләкин бөгөнгө көндәрҙә лә шиғри юлдарҙың йәшәү рәүеше ғәжәп үҙгәрештәр кисерә икән. Яңыраҡ мин бик үҙенсәлекле рәссам Әсхән Фәтхетдиновтың оригиналь эштәре хаҡында уҡып белдем. Был рәссам татарҙың мәшһүр шағиры Рауил Фәйзуллиндың иллеләп ҡыҫҡа шиғырын ағасҡа уйып яҙған, шулар нигеҙендә рельефлы скульптуралар төркөмө ижад иткән икән. Афористик шиғыр менән тапҡыр рәсем деталдәрен тәбиғи берләштергән был таҡталарҙа татар тормошоноң үҙенсә символик образы сағылған.
Минеңсә, был әҫәрҙәрҙең тыуыуында шиғриәт менән сәнғәт һис кенә лә осраҡлы килеп ҡушылмаған. Әгәр шағирҙар бөгөн дә ташҡа йәки таҡтаға уйып яҙыр булһа, Рауил Фәйзуллиндың хеҙмәте башҡаларҙыҡына ҡарағанда күпкә ырамлыраҡ барыр ине, һыу буйы шиғырҙарҙы таштарға соҡоп, көсө бушҡа сарыф ителмәҫ ине. Сөнки уның шиғырҙарында һәр һүҙ үҙ урынында, ташҡа яҙыр алдынан үлсәнелгән һымаҡ, һәр юл ҡат-ҡат уйланылған, еге егенә бер бөтөн итеп килтереп тоташтырылған. Рауил Фәйзуллиндың шиғри һүҙҙәре зыярат таштарындағы, һәйкәлдәрҙең йөҙлөктәрендәге, хәтер таҡталарындағы яҙыуҙар һымаҡ тәрән мәғәнәле һәм тапҡыр. Уның бер юллыҡ шиғырына әллә күпме фекер һыя, тотош тормош, яҙмыштар һәм ваҡиғалар күҙ алдына баҫа.
Халыҡ тарихының шиғриәттәге сағылышы тигәндән беҙ йыш ҡына оло поэма-дастандарҙы, киң күләмле әҫәрҙәрҙе күҙ алдына килтерергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ләкин замандың һыҙаттарын, уның айырым фажиғәләрен бер шиғри юл менән дә әйтеп биреп була икән. Рауил Фәйзуллин татар шиғриәтендә беренсе булып бына шундай бер юллыҡ шиғырҙар ижад иткән шағир. Шуныһына ла иғтибар итергә кәрәк: был бер юллыҡ шиғырҙарҙың байтағын автор берәй поэманы йәки китапты исемләгән һымаҡ исемләй. Ике генә миҫал:
1. Ҡазанға 800 йыл, тиҙәр...
Үгәйҙәрҙең тыуған көнөн кем үткәрһен?!
2. Ҡыҙыл китап.
Яңы бит асып ҡуйылған... Кем сираты?..
Берәр генә юллыҡ шиғырҙар, әммә ошо ике миҫалда ҡыйырһытылған милләт яҙмышындағы фажиғәле хәлдәр ҙә, бөгөнгө көндөң глобаль хәүеф-хафалары ла зиһенде һиҫкәндерә, уйҙарға һала.
Рауил Фәйзуллин татар шиғриәтенә алтмышынсы йылдар урталарында тәүге шәлкемдәре, тәүге китаптары менән замандаштарын һиҫкәндереп тә, уйландырып та, ҡыуандырып та, аптыратып-ғәжәпләндереп тә килеп инде. Уның исеме тирәһендә, беренсе әҫәрҙәре хаҡында ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр ҡупты. Алҡышлаусылар ҙа, инҡар итеүселәр ҙә етерлек булды.
Шиғриәттә барыһы ла тәбиғи һәм камил булырға, шиғри моң күңелдән үҙе түгелеп төшөргә һәм башҡа күңелдәргә күсергә тейеш, тиҙәр. Дөрөҫ, әлбиттә. Ләкин был тәбиғилек, бәлки, парадокстарҙан торалыр, ғәйре тәбиғиҙән яңыса тәбиғилек хасил булалыр. Ысын шиғриәт һәр саҡ көтөлмәгәнсә бит ул. Был яҡтан Рауил Фәйзуллин ижадында сағыу миҫалдар бихисап. Ғәйәт оло рухи донъяға — татар әҙәбиәтенә был шағир ниндәйҙер парадокс, күҙ күреп, ҡолаҡ ишетеп күнекмәгән ваҡиға булып килеп инде һәм барлыҡ үҫеш юлы менән, ошо ҡатмарлы эҙләнеүҙәр юлындағы оло-оло табыштары-асыштары менән үҙенең, ысынлап та, ҡыуаныстар һәм етди ваҡиға, милли шиғриәтте яңыртыусы өр-яңы һүҙ, мөһим күренеш икәнлеген раҫланы.
Әгәр ҙә туҡтауһыҙ яңырыу әҙәбиәт үҫешенең төп ихтыяжы икән һәм был ихтыяж айырым осорҙарҙа айырыуса көсәйә һәм көслө таланттар талап итә икән, алтмышынсы, етмешенсе йылдарҙан башлап татар шиғриәтендә был тарихи бурысты башҡарыу күп яҡтан Рауил Фәйзуллин өлөшөнә төштө һәм яҙмыш тарафынан үҙенә ни тиклем ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгәнлеген шағир яҡшы тойҙо, шуға һәр һүҙенә иң юғары талаптар ҡуйып, ғүмеренең һәр көнөн, һәр сәғәтен ҡәҙерләп ижад итте.
Татар шиғриәтендә Рауил Фәйзуллин ирекле шиғырҙың ирекле хоҡуҡ яулауына иреште, берәр, икешәр, өсәр, дүртәр юллыҡ әҫәрҙәр ижад итте, формаларҙы үҙгәртте, емерҙе. Ләкин улар милли ерлеккә Көнбайыштан йәки япондарҙан килтерелгән “ят бауырҙар” булманы, шағирҙың зиһенендә, бәғерендә ҡайнап, милли шиғриәттең яңғырашына үҙенеке булып ҡушылды. Емерелгән формаларҙан харабалар түгел, камил шиғри әҫәрҙәр, һүҙҙәрҙән ҡойолған гүзәл сәнғәт һәйкәлдәре тыуҙы. Башта сәйерерәк күренгән ошо формаларҙан тыш, башта ятыраҡ булып ишетелгән ошо моңдан башҡа хәҙерге татар шиғриәтенең рухи һәләтен күҙ алдына килтереп ҡара.
Рауил Фәйзуллин шиғырҙары һүрәттәрҙең сағылыуы, деталдәрҙең тапҡырлығы, уй-кисерештәрҙең тығыҙлығы менән хәтергә уйылып ҡала. Хәтергә уйыла тиеүем юҡтан түгел. Шиғриәтте күберәк күңел менән, йөрәк менән ҡабул итергә күнеккән башҡорт һәм татар уҡыусылары өсөн Рауил Фәйзуллин әҫәрҙәренең асылына барып етер өсөн зиһенде ныҡ ҡына эшләтергә, хис менән бергә аҡылды ла эшкә егергә кәрәк. Сөнки уның ижады — юғары әҙерлекле, киң ҡарашлы, һиҙгер һәм зирәк уҡыусыға тәғәйенләнгән интеллектуаль шиғриәт. Ошо сифаты менән дә ул хәҙерге татар поэзияһына бик ҡиммәтле яңылыҡ өҫтәй, уның заманса йөҙөн яңы һыҙаттар менән уңышлы тулыландыра.
Әҙиптең һүҙ байлығын йыш ҡына уның әҫәрҙәрендә ҡулланылған һүҙҙәр иҫәбе, уларҙың дөйөм һаны менән баһалайҙар. Айырым шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың һүҙлектәрен төҙөйҙәр. Бик кәрәкле эштәр, ҡыҙыҡлы хеҙмәттәр, әлбиттә.
Шулай ҙа һүҙҙең әлегә кеше зиһене үлсәп-баһалап бирә алмаҫлыҡ серҙәре менән үҙенсәлектәре бар. Шағирҙың баҫыуы нисек сәселгән? Орлоҡтары һирәк-мирәк кенә һибеп сығылғанмы әллә тығыҙ рәттәр булып ҡалҡҡанмы? Башаҡтарының тостары күберәкме әллә астарымы? Ижадта быны һандар менән генә иҫәпләп булмай.
Әммә Рауил Фәйзуллин шиғырҙары хаҡында шуны икеләнмәйенсә әйтә алам: китаптарының һәр бите һайын фекер тослоғо, һүҙҙәрҙең һәлмәклеге буйынса һәр юлдың ни тиклем ныҡ егелеүе, оло йөк тартыуы буйынса татар әҙәбиәтендә Рауил Фәйзуллинға тиңләшер шағирҙар әллә ни күп түгел. Был оло шағирҙың әҫәрҙәрендә кеше күңеле әллә күпме кисерештәрҙә, ҡанатланыуҙарҙа һәм тетрәнеүҙәрҙә, йәнде иретер кинәнес мәлдәрендә һәм бәғерҙәрҙе телер үкенесле саҡтарҙа асыла. Шәхес ғүмере буйы рухи камиллыҡҡа ынтыла, әммә ошо юғары маҡсаттар юлында күпме юғалтыуҙарға дусар була. Һағышлы ла, ҡарғышлы ла, йырлы-нурлы ла, хурлыҡлы ла был донъяла шағир барыһын да йөрәгенән үткәреп, ожмах бейеклектәренә ҡалҡып, тамуҡ гонаһтарына батып, шатланып-ғазапланып ер йөҙөнән үтә. “Мин хыянат иттем тоғролоҡҡа, хыянатым ләкин тоғро”, — тигәйне Рәми Ғарипов. “Гонаһ” исемле шиғырында Рауил Фәйзуллин былай ти: “Ҡурҡынма, көл, йылмай! Кәрәкмәй аһ-ваһтар! Беҙҙең был сауапҡа торорлоҡ гонаһтар!” Шағирҙың хыянаты ла, гонаһтары ла башҡасараҡ. Башҡалар, бәлки, үҙҙәренең ундай мәлдәрен һиҙмәй-кисермәй ҙә үткәреп ебәрәлер. Үҙенә иң юғары талаптар ҡуйып йәшәүсе шағир иһә һәр аҙымын, һәр ҡылығын ҡәтғи ҡараш менән барлай, иң һиҙгер үлсәүҙәр менән үлсәй. Хаталарын йәшермәй, тормоштоң аяуһыҙ хәҡиҡәттәренә тура ҡарай. Фәрештәнән иблискә әйләнер хәлдәргә лә тарый. Уның өсөн инсафлыҡтың һәм ихласлыҡтың сиктәре юҡ. Юҡҡамы ни минең аҙашым “Беҙҙе тамам тупраҡ йыуыр ләхеткә ятҡас ҡына” тигән тетрәндергес һүҙҙәрҙе ҡурҡмайынса әйтә.
Рауил Фәйзуллиндың кескәй генә шиғырында ла — кеше ғүмере. Һәм ундағы кисерештәр шағирҙың рухи һәләте менән генә сикләнмәй, бер-ике деталдең балҡышы аша башҡаларҙың яҙмышын яҡтыртып күрһәтә. Бына “Ишеттем мин бик боронғо ҡарттан” тигән бер “белешмә”:
Ташыуҙарҙан талға эленеп ҡалған
Эйәһеҙ бер яулыҡ шикелле,
Ҡалдым кибеп,
Донъя ҡыуағында,
Үтте ғүмер талғын ел менән!
Көрһөнөү һымаҡ ошо ҡыҫҡа ғына монологта — бик боронғо ҡарттың ғүмер юлдарына ни тиклем сабыр һәм һағышлы йомғаҡ-һығымталары... Кешеләрҙең бындай көрһөнөүҙәрен дә, тәбиғәттәге һәр хәрәкәтте лә шағирҙың һаҡ ҡолағы бик сос тотоп ала. Ошоларҙың хәтерҙән сыҡмаҫлыҡ әллә күпме һын-күренештәрен ижад итә.
Мин дә ҡуна алыр инем
Кемгәлер шатлыҡ булып!
Ерҙә күпме йәндәр йөрөй
Эйәһеҙ шатлыҡ булып... —
Рауил Фәйзуллиндың “Эйәһеҙ шатлыҡ” исемле шиғырында ошо юлдар йырҙағы ҡушымта һымаҡ ҡабатланып бара. Эйәһеҙ шатлыҡ булып әкренләп һүнгән ғүмерҙәр үҙе үк фажиғә бит. Шағир бына шулар өсөн һыҙлана, эйәһеҙ шатлыҡтар эйәләрен тапһын ине, тип үрһәләнә.
Һыҙлана-үрһәләнһә лә, Рауил Фәйзуллин хис-тойғолары менән түгелеп-сәселеп бармай, кисерештәрен тыя белә, ҡулда тота ала. Уның шиғырҙарына тышҡы эмоционаллек түгел, эске көсөргәнешлек хас. Ошо сифаттары менән ул күптәрҙән ныҡ айырыла. Ҡайһы саҡта ул, бәлки, үтә етди ҙә күренәлер, тормошонда барыһы ла алдан иҫәпләнгән һымаҡ та тойолалыр. Ләкин уның был рәүеше күңел ҡоролоғонан түгел, үҫмер саҡтан һайлаған оло маҡсаттарға тоғролоҡтан. Рауил Фәйзуллин — ғүмер буйы тормош-көнкүреш стихияһына баш бирмәйенсә, үҙ яҙмышын үҙе ижад итеүсе көслө шәхес, һәр саҡ үҙенә-үҙе тоғро булып ҡалған шәхес. Быға ирешеүе, үҙ йөҙөңдө юғалтмауы, үҙ һүҙеңде һаҡлауы, үҙ хоҡуғыңды яҡлауы еңел түгел. Аҙаштың ваҡланырға, еңел-елпе хистәре менән сөсөләнергә ваҡыты юҡ. Был холҡо уның ижадына ла күсмәй ҡалмай. Бер юллыҡ шиғырында әйтмешләй, “Ваҡыт ҡына мәңге тантанала”. Шуға ла шағир һәр мәлдең баһаһын белә, һәр шиғри юлдың бәҫен, бөйөк тәғәйенләнешен бер ҡасан да иҫенән сығармай.
Алтмышынсы йылдар уртаһында баҫылған “Ажаған” исемле ус аяһындай ғына йыйынтығынан алып туҡһанынсы йылдарҙа донъя күргән күп томлыҡ һайланма әҫәрҙәренә тиклемге утыҙ йыллыҡ арала Рауил Фәйзуллин бай ижад донъяһы тыуҙырҙы, милләтенең оло шағиры булып үҫте. Уның шиғырҙары күп телдәргә тәржемә ителгән, бик күп китаптары баҫылып сыҡҡан. Үҙе әллә күпме юғары бүләктәргә, хөрмәтле исемдәргә лайыҡ булған. Бына ун йылдан ашыу шағир “Ҡазан утлары” журналының баш мөхәррире, яҙыусылар мөхитенең үҙәгендә, халыҡ тормошоноң уртаһында илһамланып йәшәй. Дан-шөһрәтте йәшләй татыһа ла, маҡтау һүҙҙәрен күп ишетһә лә, быларҙан башы әйләнмәгән, ҡиблаларын юғалтмаған. Донъяны үткер ҡарашлы, зирәк зиһенле ил ағаһы булып барлай. Һүҙҙәре халыҡ күңеленә тамырланған, уйҙары ил хәтеренә уйылған.
* * *
Был юлдарҙы яҙғаныма ун дүрт йыл ғүмер үтеп тә киткән. Бер уйлаһаң, бик үк күп тә түгел һымаҡ. Ә ижад өсөн был бик ҙур ваҡыт. Бөйөк Туҡайҙарҙың, Бабичтарҙың ижад итә алыу осоро ошо һандар менән үлсәнгән булһа, улар күпме аҫыл әҫәрҙәр яҙыр ине.
Ошо мәҡәләмде яҙғандан һуңғы ун дүрт йыл эсендә Рауил Фәйзуллин тынғыһыҙ ижад рухында йәшәне. “Татарстандың халыҡ шағиры” тигән юғары исемгә лайыҡ булды. “Ҡазан утлары” журналының баш мөхәррире булараҡ хәҙерге татар әҙәбиәте өсөн ҙур хеҙмәттәр башҡарҙы. Яңынан-яңы китаптары донъя күрҙе. Татарстан китап нәшриәтендә 2005 йылда Рауил Фәйзуллиндың алты томлыҡ һайланма әҫәрҙәренең (бер йыл эсендә!) баҫылып сығыуы аҙашымдың яҙмышында ғына түгел, барлыҡ татар әҙәбиәтендә тарихи ваҡиға булды. Был томдарҙы ҡулға алған һайын мин Рауил Фәйзуллиндың ижадының, уның шиғриәтенең, публицистикаһының, әҙәбиәт хаҡында уйланыуҙарының ни тиклем күп төрлө һәм бай булыуына, талантына, титаник хеҙмәтенә, һайлаған маҡсаттарына тоғролоғона, фиҙаҡәрлегенә һәм ҡаһарманлығына һоҡланам.
Әле уҙған ғүмерҙәрҙе яңынан байҡайым да Рауил Фәйзуллин менән 1968 йылдың йәйендә Софияла уҙғарылған йәштәрҙең һәм студенттарҙың Бөтә донъя фестивалендә тәүге тапҡыр күрешеп танышҡан көндәремде күҙ алдынан кисерәм. Ул саҡта аҙашыма 25, миңә 30 йәш булған. Әле йәш булһаҡ та, байтаҡ уҡыусыларҙың да, оло ҡәләмдәштәребеҙҙең дә ихтирамын яулап өлгөргән сағыбыҙ ине.
Болгариялағы осрашыуыбыҙға ҡырҡ биш йыл ғүмер үтеп тә киткән! Яңы танышҡан ҡайһы бер кешеләрҙән ҡырҡ биш йыл эсендә генә түгел, ҡырҡ биш көндә күңелең һүрелә. Ә бына Рауил Фәйзуллинды мин күпме йылдар беләм, китаптары аша ла, күрешеп тә йыш осрашабыҙ. Ғүмер уҙған һайын был шағирҙы тулыраҡ асам, яҡшыраҡ аңлайым.