“Башҡортостан” гәзите – дәүләтселегебеҙ мәктәбе ул...15.10.2013
“Башҡортостан” гәзите – дәүләтселегебеҙ мәктәбе ул...Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, журналист булараҡ, үҙенең хеҙмәт биографияһын “Башҡортостан ҡыҙы” журналында башлай, “Башҡортостан” гәзитендә дауам итә һәм үҙенең алтмышын “Киске Өфө” гәзитендә ҡаршылай. Әгәр ҙә уның хеҙмәт урындарында эшләгән ваҡытын бизмәнләп ҡараһаҡ, ул барыбер ҙә 22 йыллыҡ эш тәжрибәһен туплаған “Башҡортостан”сы булып ҡала. Улай ғына ла түгел, уның тап ошо баҫмалағы тәжрибә һөҙөмтәһе булараҡ барлыҡҡа килгән “Киске Өфө” гәзитенең сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә баш ҡалабыҙҙа һәм республикабыҙҙа киң билдәлелек яулауы, күптәрҙең яратҡан баҫмаһына әүерелеүе күпте һөйләй ҙә инде. Түбәндә Гөлфиә Янбаева менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, “Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар” тиһәләр ҙә, әңгәмәне һеҙҙең үҫмер сағығыҙға бәйле һорау менән башлағы килә барыбер: 16 йәшлек Гөлфиә менән хәҙерге Гөлфиә араһында ниндәй айырма бар? Уларҙың ҡайһыһы бәхетлерәк икән?
– Ун алты йәшлек Гөлфиә менән хәҙергеһе араһында айырма... тик йөҙҙәге йыйырсыҡтарҙа ғыналыр тиһәм, аптырарһығыҙ, моғайын. Ысынында асылым үҙгәрмәгән. Ун алты йәштә лә мин ошондай уҡ үҙемде донъя кендегеләй, иңемә бөтөн донъя ғәмен йөкмәгәндәй тоя инем. Донъяны ағартырға, “кәкреләрҙе” төҙәтергә теләп яна инем. Уйлап-уйлап, уйҙарымдың осона сыға алмай ҡаңғыра инем. Атай-әсәйем, туғандарым, мәктәбем, ауылдаштарым, дуҫтарым – һәр кем, һәр нәмә өсөн яуаплылыҡ тоя инем. Һәр эшкә иң алдан үҙем тотона ла йөктөң иң ауырын үҙем күтәрә инем. Ул саҡта ла, әле лә бер минутҡа ла тынып, ҡулдарҙы һәлендереп, ойоп ултырғаным булманы. Моғайын, бала саҡтан һеңдерелгән “Мин эшләмәһәм, кем эшләр?” тигән яуаплылыҡ тойғоһо шулай тынғыһыҙ йән иткәндер мине.
16 йәшлек Гөлфиә хыялдарға бай ине. Йыйырсыҡтарҙан тыш тағы бер айырма ошолор: хыялдар һәм хыялыйлыҡ самалыраҡ хәҙер. Ә шулай ҙа тормошҡа ашмаған ҡайһы бер хыялдар һаман күңел төбөндә баҙлап ҡына янып ята әле ул. Мәҫәлән, парашюттан һикерә алманым һәм ул хыялымды барыбер тормошҡа ашырырмын тип өмөт итәм. Тағы... Ул саҡта тәбиғәттең тын алышын, сәскәләр, үҫемлектәр, бөжәктәр, ҡоштар телен аңлай һәм улар менән һөйләшеүҙәремде аҡ ҡағыҙға шиғыр итеп күсереү һәләтенә эйә инем. Хәҙер иһә был һәләтем тупаҫланыбыраҡ киткән һымаҡ...
Ә бәхеткә килгәндә... 16 йәштә лә бик бәхетле инем, әле лә. Үҙеңде һәр ваҡыт шат итеп тоя белергә кәрәк тигән һығымтаны, моғайын, ана шул үҫмер саҡта уҡ атайым һәм әсәйем, туғандарым, уҡытыусыларым һүҙенән, өлгөһөнән һеңдергәнмендер үҙемә. Һәр хәлдә, “Бәхет нимә?” тигәндә “Бәхет – ул үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәт булыу” тигән һығымта үҙем менән бергә тыуғандыр һымаҡ. Ә үҙ-үҙеңдән ҡайһы саҡта ҡәнәғәт булырға мөмкин һуң? Маҡсатыңа өлгәшкәндә, кешеләр араһында абруй ҡаҙанғанда, нәҫелеңде, тоҡомоңдо дауам итер балалар тәрбиәләгәндә, йәмғиәткә файҙа килтергәндә... Был исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин. Ләкин ошо бар өлгәшелгәндәр һиңә бик күп һынауҙар, ауырлыҡтар, көсөргәнештәр, хаталар аша, хәләл көсөң, беләк көсөң, рухи көсөң ярҙамында яуланғанда ғына ҡәҙерле була, һәм шул саҡта ғына һин үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәтләнеү кисерәһең. Мәңге ҡәнәғәтһеҙлек белдергән, мәңге моң-зар түккән, мәңге ауырыу-ауыртыныуҙары тураһында ғына һөйләгән кешеләр эргәһендә оҙаҡ тора алмай ул бәхет, сөнки бәхетһеҙлек уларҙың телендә, рухында, фиғелендә. Бер аҡыл эйәһенең һүҙҙәре ошоға раҫтыр, тим: “Бәхет өсөн тыумағандар ҙа бар, ундайҙар өсөн бар донъя ғазапланыу, зарланыу өсөн сәбәп кенә. Бындай кешеләргә тыумау яҡшыраҡ”. Аяуһыҙ әйтелгән, ә шулай ҙа хәҡиҡәт бит. Ә минең һығымтам шул: булғаны менән шөкөр итеп йәшә, бер үк ваҡытта бәхеткә ынтыл, уны яҡынайтыу өсөн ниҙер эшлә. Ҡулындағы күҙлеген йә башҡа әйберен ситтән эҙләгән хәтере тарҡау кешеләй булма, иғтибар ит: бәлки, бәхет һинең ҡулыңдалыр?
– Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, һеҙ ниндәйҙер донъяуи кәңәштәр биргәндә лә, ҡатын-ҡыҙ матурлығы, сабырлығы тураһында һөйләгәндә лә, гел генә фекер ебен әсәйегеҙ әйткәндәр менән нығытып ҡуяһығыҙ. Ғөмүмән, атай-әсәйегеҙҙән мираҫ итеп алған аҡыл, кәңәш, холоҡ-фиғел ни?
– Бала асылы барыбер ҙә атай-әсәй тәрбиәһенән, уларҙың йәшәйеш өлгөһөнән туҡыла. Һәм атай-әсәй ҡосағында үҫкән бала барыбер бәхетле. Мин дә шундай бәхетле бала булып үҫтем. Холҡом менән атайыма оҡшағанмын: ул тура һүҙле, дөрөҫлөктө алға ҡуйыусы, әммә бер аҙ түҙемһеҙ, ярһыу кеше ине. Ә әсәйем атайымдың бөтөнләй киреһе булды: сабыр, һығылмалы, шул уҡ ваҡытта үтә тынғыһыҙ. Ҡанымда атай холҡо тиртһә, йөрәгемдә һәр ваҡыт әсәй аҡылы һаҡланды. Атайыма оҡшап, үҙемдең туралыҡты ауыҙлыҡлай алмаған мәлдәр ҙә була. Шул саҡта кемдеңдер “Тәпәш урынды эйелеп үтергә өйрән” тигәне, икенсе берәүҙең “Асыу – айыу, йотһаң – ағыу” тип асыуыңды, ярһыуыңды ауыҙлыҡларға өйрәтеүе иҫкә төшә. Бына шулай һабаҡтар ала-ала алтын урталыҡтың өҫтөнлөктәренә төшөнөлдө. Юҡ, бының менән мин үҙемдең асылымдан ситләштем, ғәҙеллек яратыуҙан, донъяны ағартырға тырышып йүгереүҙән туҡтаным, тиергә теләмәйем. Дөрөҫ һүҙҙе тейешле урында, тейешле ваҡытта әйтергә өйрәндем. Шуны алтын урталыҡ тип атайым да инде.
Эйе, матурлыҡ тураһында һөйләгәндә лә, күңел йомартлығы хаҡында телгә алғанда ла, әсәйемдең әйткәндәрен миҫал итеп килтерергә яратам. Мәҫәлән, әсәйем ҡупшы ғына кейенеп йөрөй торған тәтәй ауыл әбейе ине. “Әй, балам, килешле, матур кейем кәйефеңде лә күтәрә, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ла бирә, тимәк, сәләмәт тә итә бит ул һине”, – ти ине һәр ваҡыт. Үтә йомарт ине әсәйем. Самауыры бер ваҡытта ла һүнмәне уның. Ингән бер кешене сәй эсерә, беҙ алып ҡайтҡан күстәнәстәрҙе өләшеп бирә лә: “Ни тиклем күберәк өләшһәң, шул ҡәҙәре кире ҡайта бит ул”, – тип һығымта яһай, шунан һыуытҡысын асып күрһәткән була: “Күрәһегеҙме, лыҡа тулы, барыһы ла килгән күстәнәс”, – ти. Тағы... “Таш менән атҡанға аш менән ат” тигән аҡылды ла, йәғни кешеләрҙе ғәфү итә бел, уларҙы изгелегең менән ең, тигән һабаҡтарҙы ла әсәйем һеңдергән миңә. Ошолар хаҡында, йәғни үҙем дә үҙләштергән һабаҡтар тураһында мин төрлө осрашыуҙар мәлендә йәштәргә лә һөйләйем, журналист яҙмаларында ла улар сағылыш таба.
– Һеҙ профессиональ хеҙмәткә арналған ғүмерегеҙҙең күп өлөшөн “Башҡортостан” гәзитендә үткәрҙегеҙ. Унда эшләгән йылдар хеҙмәт юлығыҙҙың төп өлөшөмө, әллә әҙерлек осоро тип аталамы? Ғөмүмән, башҡорт матбуғаты үҫешендә “Башҡортостан” гәзите мәктәбенең асылы нимәлә тип уйлайһығыҙ?
– 1980 йылдың яҙында, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында өс йылдан ашыу эшләгәндән һуң, күстем мин "Башҡортостан" гәзитенә. Бында эшләгән 22 йыл тәжрибә туплау, түл йыйыу, ҡәләмемде шымартыу, үҙемде ҙурыраҡ эшкә әҙерләү осоро булды. “Башҡортостан” гәзитендәге кеүек тәжрибә мәктәбе хәҙер бер генә башҡа редакцияла ла юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Үҙ эшенең оҫталары ғына эшләй ине был гәзиттә. Ул саҡта баш мөхәррир, уның урынбаҫарҙары, яуаплы секретарь, журналистар, корректор апайҙар, тәржемәселәр – һәр береһе ошо вазифалағы хеҙмәткәр ниндәй сифаттарға, ниндәй һәләткә эйә булырға тейеш, тигәнгә яуап бирә ине. Баш мөхәррирҙәребеҙ ниндәй ине! Бөгөнгө өлкән быуын журналистарының күбеһе Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев мәктәбен үткән кешеләр. “Беҙҙе сыбыртҡылап эшләтте”, — тип әйтергә яратабыҙ уны иҫкә алғанда. “Их бөгөнгө йәштәргә Исмәғилев сыбыртҡыһы етмәй!” — тип тә ҡуябыҙ. Хәйер, Абдулла Ғиниәт улы кеүек гәзит эше өсөн үҙенең көсөн дә, ваҡытын да, һаулығын да йәлләмәгән фиҙаҡәр баш мөхәррирҙе табып буламы икән бөгөн?! Үҙең фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәткәндә генә “сыбыртҡылап” була бит ҡул аҫтыңда эшләүселәрҙе.
Яҙған мәҡәләләребеҙҙе күҙе тонғансы уҡып, тексты ҡат-ҡат төҙәттереп, дөрөҫ ҡуйылмаған тыныш билдәләре өсөн дә тетмәңде тетеп, һәр беребеҙҙе дер ҡалтыратҡан Абдулла Ғиниәт улынан һуң килгән баш мөхәррир Мансур Әнүәр улы Әйүпов бөтөнләй икенсе фиғелдә ине: ул беҙгә эш өсөн яуаплылыҡты аңың менән тойорға өйрәтте, намыҫҡа, сәмгә баҫым яһаны. Яҙған мәҡәләләреңдә фекер, яңы һүҙ, яңы идеялар булыуын талап итте. Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар, яңырыуҙар осоро ине бит. Халҡыбыҙҙың рухын күтәреү, хаҡ тамырҙарын танытыу, асылына ҡайтарыу өсөн быға тиклем ишетелмәгән өр-яңы һүҙҙе әйтергә, заман талаптарына ярашлы үҙгәрергә тейеш ине башҡорт журналистикаһы ла. Бына ошо үҙгәрештәргә башланғыс һалды Мансур Әнүәр улы, унан һуң баш мөхәррирҙәр вазифаһын башҡарған Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов менән Ғәлим Авзал улы Хисамов уны дауам итте. Ошондай баш мөхәррирҙәрҙең юғары талабына яуап биреп, уларҙан эшләргә лә, кешеләр менән аралашырға ла, халҡың, уҡыусыларың ғәме, хәстәрлектәре менән йәшәргә лә өйрәнелде. Тағы шул: баш мөхәррирҙәремдең барыһы ла эшләгәнде, яҙғанды баһалай белде.
Иҫән булһам, “Башҡортостан” гәзите биргән һабаҡтар тураһында айырым бер китап яҙылыр, тип уйлайым. Сөнки башҡорт матбуғаты үҫешендә “Башҡортостан” гәзите мәктәбенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. “Башҡортостан” гәзите дәүләтселегебеҙҙе билдәләгән баҫма ғына түгел, башҡорт телендәге баҫмаларҙың милли концепцияһына, йүнәлешенә нигеҙ һалыусы ла. Ул совет осоронда ла үҙенең бай йөкмәткеһе, рухы менән республикалағы башҡа урыҫ һәм татар телендә сыҡҡан баҫмаларҙан айырылып торҙо. Һуңынан барлыҡҡа килгән “Йәшлек” һәм “Киске Өфө” гәзиттәре лә ошо уҡ йүнәлеште дауам итте. Мәҫәлән, мин “Киске Өфө”нөң милли концепцияһын тап “Башҡортостан” гәзите рухына яраштырҙым: ул – объектив һәм глобаль ҡараштар, альтернатив фекер, зыялылар тәжрибәһе трибунаһы булдырыу, рухи даирәне киңәйтеү, милләттәште сәмләндереү, ғәмләндереү, тәрбиәләү, тарихы, тамырҙары, үҙенең кемлеге хаҡында уйландырыу. Эйе, “Башҡортостан” гәзитенең әһәмиәтен тулыһынса баһалар һүҙ әйтелмәгән әле. Әгәр ҙә киләсәктә беҙҙең журналист һөнәре һаҡланып ҡаласаҡ икән, тимәк, был тәжрибә мәктәбе тураһындағы иҫтәлектәр ҙә йәшәүгә хаҡлы, тип уйлайым.
– Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, үҙегеҙ ойошторған, етәкләгән “Киске Өфө” гәзитенең концепцияһы тураһында әйтеберәк ҡуйҙығыҙ инде. Ләкин баш ҡала гәзитенең үҙ иңенә шул тиклем ҙур бурыс йөкмәүе кәрәк инеме икән, тип тә уйланыла?
– Бындай һорауҙар, унан да ғәйре, “Баш ҡалаға ниңә кәрәк башҡорт телендәге гәзит?” тигән һөйләнеүҙәр күп булды. Ләкин минең инаныуым икенсе ине: Өфө ябай ҡала түгел, ул – халҡыбыҙҙың яҙмышын да, сәйәси һәм иҡтисади көнитмеш хәлен дә, балаларыбыҙ, йәштәребеҙҙең киләсәген дә билдәләүсе баш йортобоҙ. Ауылда йәшәп ятҡан һәр кеше Өфөләге интеллектуаль кимәле һәм белеме буйынса юғары, донъяуи хәлдәр тураһындағы мең төрлө һорауҙарына яуап бирә алырҙай милләттәшенең фәһемле һүҙен ишетергә, башҡарған эштәрен белеп, күреп торорға теләй. Баш йортобоҙҙағы һәр ваҡиға, ундағы етәкселәрҙең, зыялыларҙың һәр һүҙе, ундағы ғаиләләрҙең йәшәү рәүеше, йәшәйеш өлгөһө – барыһы ла ҡыҙыҡ уның өсөн. Өфөбөҙҙәге башҡорт донъяһы – дөйөм башҡорт донъяһының сағылышы ул. Ә “Киске Өфө” ошо бер бөтөндө тоташтырыусы күпер һымаҡ.
Икенсенән, Өфөбөҙҙө күптәр һаман да бынан 30 – 40 йыл элекке урыҫ ҡалаһы итеп күҙаллай. Был төптө дөрөҫ түгел. Шөкөр, баш ҡалабыҙҙа мосолман донъяһы ла бар, башҡорттар ҙа үҙ тауышын ишеттерә ала хәҙер. Шулай булмаһа, милли театрҙарыбыҙ нисек тамашасы йыйыр ине? Өфөбөҙҙәге башҡорт мәктәптәре, лицейҙары ҡайҙан алыр ине уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы? Хәҙер Өфө халҡының яртыһы тиерлек ауылдарҙан килеп төпләнгән, башҡортса, татарса уҡый белгән кешеләр тип алһаҡ, шуларҙың туған телде, мәҙәниәтте һанлағандары 0,5 процент ҡына тип иҫәпләһәк тә... анһат ҡына 15-20 мең уҡыусы табып була “Киске Өфө” өсөн. Әлегә был үргә күтәрелгән юҡ-юҡлыҡҡа, ә шулай ҙа Өфөләге күп милләттәштәрҙе башҡортса гәзит уҡырға өйрәттек шикелле.
Эйе, “Киске Өфө”нөң концепцияһын шулай билдәләү беҙгә оло яуаплылыҡ йөкмәтә. Ул яуаплылыҡ гәзитебеҙ сыға башлағаны бирле иңебеҙҙән төшкәне юҡ. Үткән йылдар эсендәге эшебеҙ мәлендә беҙ үҙебеҙ ҙә байтаҡ һығымта яһаныҡ. Беренсенән, халыҡ рухты күтәреүсе, ихтыяр көсөн нығытыусы һүҙгә һыуһаған. Райондарҙа бик күп мәктәптәрҙә осрашыуҙар үткәрҙек, шунда уҡытыусылар ауыҙынан: “Әйбер төрөү өсөн генә кәрәкмәй беҙгә гәзит, беҙҙе йәшәргә, балалар тәрбиәләргә, асылыбыҙға ҡайтырға ярҙам иткән баҫма кәрәк”, – тигән һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат ишетергә тура килде.
Ошондай битарафлыҡтан азат кешеләрҙең рухи танһығын ҡандырыр интеллектуаль потенциалыбыҙ сикһеҙ икәнен аңланыҡ. Улар араһында заман боролоштарын лайыҡлы үткән, башҡаларҙы ла үҙ артынан әйҙәй, үҙ фекеренә күндерә алырҙай зыялылар, зирәктәр, шәхестәр бар. Фәһемле, һоҡланғыс өлгөләрҙе әллә ҡайҙан диңгеҙ аръяғынан түгел, тап үҙ арабыҙҙан табырға мөмкин, тигәнде иҫбатлағандар бихисап.
– Гәзит уҡыусы ла, радио тыңлаусы ла, телевизор ҡараусы ла журналист биргән мәғлүмәткә – ул бер сәғәттә әҙерләнгәнме, бер көндәме, бер аҙналамы – юғары талап ҡуя. Яңылышмаҫ, ашыҡ-бошоҡ һығымта яһамаҫ өсөн һеҙҙең үҙегеҙгә ни ярҙам итә: интуициямы, тәжрибәме?
– Эйе, журналистың яңылышыуы ауыр ҡабул ителә уҡыусы тарафынан. Был яуаплылыҡтың мөһимлеген йәш саҡта беҙгә өлкән журналистар аңғартты. Үҙебеҙ ебәргән һәр хата, өлкән коллегалар яһаған һәр иҫкәртеү аша тәжрибә тупланды. Тәжрибә, белем, мәғлүмәтлелек аша тәбиғи интуиция үҫтерелә килде. Журналисҡа иң кәрәкле сифаттарҙың береһе ул – интуиция, һиҙемләү. Әгәр ҙә донъяуи белемең, тәжрибәң юҡ икән, уҡыусыңа ниндәй мәғлүмәт мөһим икәнен һиҙемләмәй ҡалыуың да бар. Һиҙемләү – ул әле яҙылмағанды, буш ҡағыҙ битен уҡый алыу һәләтлеге. Һиҙемләү үҙ уҡыусыңдың ихтыяжын, заман ағышын күреп-белеп тороу һәләтлеге. Заман үҙгәрә, ҡоролоштар бер-береһен алыштыра, шул мәлдә һин заманға яраҡлашмаһаң, заман һулышын һиҙемләй алмаһаң, әлбиттә, уҡыусыңа сифатлы мәғлүмәт, сифатлы “тауар” тәҡдим итә алмайһың.
Һәр заманда ла мин уҡыусыға ниндәй һүҙ, ниндәй мәғлүмәт кәрәклеген тоя инем. Ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу, халҡыма кәрәкле баҫма тәҡдим итеү мөмкинлеге “Киске Өфө” гәзите менән барлыҡҡа килде, тип уйлайым. Шулай уҡ баҫылып сыҡҡан китаптарым да күңел танһығымды ҡандырҙы. Тәжрибә генә түгел, һиҙемләү ҙә ярҙам итә китаптарымда, “Киске Өфө” биттәрендә яһалған һығымталарыма.


Вернуться назад