Республика көнө алдынан Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асылды. Тантанала дәүләт эшмәкәрҙәре, бөйөк әҙиптең туғандары, ҡәләмдәштәре, шулай уҡ уның ижадын үҙ итеүселәр йыйылды.
– Әле үҙенән-үҙе Мостай Кәримдең “Ауыл адвокаттары” әҫәре иҫемә төштө, – тине Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. – Әгәр алыҫҡа барып аҙашһаң, кире юлды табыу өсөн нимә эшләрһең, тип һораған уҡытыусы уҡыусыларҙан. “Ә мин Рәсәйгә таянасаҡмын”, – тип яуаплаған уҡыусы. Был фекер шағирҙың тотош ижадында сағылыш таба. Шуғалыр ҙа илебеҙҙең төрлө төбәктәренән уға хаттар, телеграммалар яуып торҙо. Беҙ Мостайҙың һәр һүҙен көтөп алдыҡ. Уның ҡыҫҡа, тос һәм аңлайышлы телмәре һәр ваҡыт урынлы ине.
Ҡабатланмаҫ ижадсының һәйкәле лә үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. Бында Мостай Кәрим әҫәрҙәренең геройҙары ла кәүҙәләндерелгән.
– Шағирҙың туғандары, дуҫтары, ҡәләмдәштәре менән йыш кәңәшләшергә тура килде. Уның әҫәрҙәре менән дә танышып сыҡтым, – тине һәйкәлдең авторы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. – Шунан, һәйкәл шағирҙың үҙенән генә торорға тейеш түгел, тигән фекергә килдем.
Йәш быуын Мостай Кәримде тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәре аша ғына белә. Күптәр авторҙы яҡындан күргәне лә юҡ. Хәҙер инде Мостайҙың мөһабәт һәйкәле янына килгән һәр кеше үҙен, моғайын, бөйөк ижадсы менән осрашҡандай итеп хис итер.