Асылыбыҙға тоғро ҡалдыҡ30.12.2011
Асылыбыҙға тоғро ҡалдыҡРеспубликабыҙҙың мәҙәниәт усаҡтары тамашасыларҙы өр-яңы концерт программалары менән йыш ҡыуандыра. Ошо көндәрҙә генә йәше лә, ҡарты ла әллә күпме йыр-моң һәм бейеү кисәһе ҡарап кинәнде. Мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ла тос өлөш индерә. Уның директоры Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл ҠАРАБУЛАТОВ менән әңгәмә шул хаҡта.
— 2011 йылды филармония өсөн уңышлы булды тип әйтергә мөмкинме?
— Уҙған йыл уңыштары менән һөйөндөрҙө, үҙенсәлекле эш алымына күстек. Мәҫәлән, күп йылдар буйы ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында башҡарылмаған эштәр тормошҡа ашырылды. Республика етәкселегенең хәстәрлеге менән артистарыбыҙҙың эш хаҡы артты, филармония матди-техник яҡтан яҡшырҙы. Бының өсөн Рөстәм Зәки улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Милли асылыбыҙға тоғро ҡалырға һәм заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Өфө тамашасыһынан тыш, республиканың ҡала һәм райондары халҡының да тормошон йәнләндереү, халыҡта сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән гастролдәр ойошторабыҙ. Был тәңгәлдә бүлектәр яңы йүнәлештә эш башланы. Өр-яңы машина һатып алынды.
— Репертуар тураһында һүҙ алып барғанда...
— Концерт программалары йөкмәткеле булыуы менән айырылып торҙо. Һәр коллектив яңы программалар төҙөнө. Төркөмдәрҙең барыһына ла өр-яңы костюмдар тектерелде, сифатлы аппаратура һатып алдыҡ. Милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләүсе Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ҡоралдары милли оркестры һәм “Орлан” этно-джаз ансамбле Грантҡа лайыҡ булды.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә скрипкасы Гүзәл Нәзимуллина, хор капеллаһының солисы Флүрә Шәйхетдинова, ҡурайсы Азат Биксурин лайыҡ булды, солистарыбыҙ Радик Вәлмөхәмәтов менән Мәғфирә Ғәлиева Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алды.
Абонемент системаһы тулыһынса яйға һалынды. Филармонияның 73-сө ижад миҙгелендә барыһы ун дүрт абонемент булдырылды. Шулай итеп, 2012 йылды күтәренке кәйеф, юғары рух менән ҡаршылайбыҙ. Ә инде тамашасыларыбыҙҙы киләһе йылда ла филармониябыҙҙың күркәм залдарында ихлас күңелдән көтөп ҡалабыҙ!
— “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына киләһе йылға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Һеҙҙе Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы Яңы 2012 йыл менән ихлас ҡотлай һәм изге теләктәрен еткерә. Филармониябыҙ менән бергә ҡалған, музыка сәнғәтенә битараф булмаған тамашасыларыбыҙға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Аждаһа йылына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Ул, һис шикһеҙ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, яңынан-яңы уңышлы проекттар бүләк итер тип ышанабыҙ. Ғаиләләрегеҙгә, туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ һәм оло бәхет, рух күтәренкелеге, филармониябыҙҙың тоғро тамашасылары булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Эльнара ХАФИЗОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад