Моң ҡапҡаһын аса09.10.2013
Моң ҡапҡаһын асаЗәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең “мейесенән” әле генә сығып, рухиәт еҫе бөркөлөп торған был китапты ҡулға алғас, йәнемә татлы ләззәт тойғоһо йүгерҙе.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 95 йыл тулыуға арнап сығарылған баҫма был. Тыуған еребеҙҙең мәшһүр улының исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған тышлыҡта толпар йүгәнен тотҡан шағирҙың фотоһүрәте бирелгән. Ысынлап та, шиғриәт толпарының йүгәнен ышаныслы тотто Назар Нәжми. Гүйә, бер-береһенә ҡушылып үҫкән ине улар.
Шиғриәт ҡапҡаһын асҡандай китапты асам. Назар Нәжмиҙең төрлө йылдарҙа төшкән фоторәсемдәре менән биҙәлгән биттәр шиғриәт донъяһына алып инә. Алты бүлектән торған китапта Назар Нәжмиҙең аҫыл шиғырҙары, шағир тураһында замандаштарының мәҡәләләре, туғандары һәм яҡындарының иҫтәлектәре бирелгән.
Төҙөүселәре — Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев менән күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов.


Вернуться назад