Теле лә теле!09.10.2013
“Башҡорт булып тыуғанмын”
Таңсулпанға дүрт йәш ине ул саҡта. Балалар баҡсаһынан сыҡтыҡ та тура баҙарға индек. Ҡыҙым бөгөн күргән-белгәне, ҡурсаҡ театры килеүе хаҡында тытылдығын сыға.
Уға һатыусы ҡыҙыҡһынып ҡарап торҙо ла:
– Ҡайһылай матур итеп татарса һөйләшә бит әле, – тип һоҡланды.
Саф башҡортса аралашҡан ҡыҙым быға ғәжәпләнеп, ҡырт ҡына:
– Мин татарса түгел, башҡортса һөйләшәм, – тимәһенме!
– Ҡайҙан беләһең, әсәйең өйрәттеме? – тип төпсөндә ҡатын.
– Бер кем дә өйрәтмәне, үҙем беләм, сөнки мин башҡорт булып тыуғанмын, – тип яуапланы Таңсулпан.
Һатыусы өнһөҙ ҡалды.
“Моңо юҡ”
Таңсулпанға күптән түгел генә алты йәш тулды. Бер көн шулай телевизорҙан концерт ҡарайбыҙ. Бер һәүәҫкәр йырлай. Ҡыҙым тыңлап торҙо ла:
– Атай, бының моңо юҡ, ибет, – тине.
Бәләкәс кенә баланың был һүҙҙе белеүенә, моң төшөнсәһен аңлауына ғәжәп иттем. Бәлки, бығаса беҙҙең үҙ-ара һөйләшкәнде ишетеп ҡалғандыр.
– Моңо булмағанын ҡайҙан беләһең? – тип һорай ҡуйҙым.
– Шиғыр һөйләгән кеүек йырлай бит. Һуҙып ебәрмәй. – Унан йырҙы ошолай йырлайҙар, – тип һуҙып көйләп тә күрһәтте.
Үкенескә ҡаршы, сәхнәне моңһоҙҙар баҫып бара шул.