Мәҙәниәтле ил тарҡалмаҫ09.10.2013
Башҡортостан Президенты Указына ярашлы киләһе йыл республикабыҙҙа Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде;
Бөгөн Башҡортостанда 12 театр, дүрт филармония, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Милли симфония оркестры, Милли халыҡ инструменттары оркестры, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Республика халыҡ ижады үҙәге, шулай уҡ һуҡырҙар өсөн 18 китапхана уңышлы эшләп килә;
Муниципаль ҡарамаҡта 2285 мәҙәниәт усағы, 1739 китапхана, 141 сәнғәт мәктәье бар;
Китапханаларҙың иҫәбе буйынса ла беҙҙең төбәк Рәсәйҙә беренсе урында;
Башҡортостан Милли музейының 55 филиалында дөйөм алғанда 440 мең ҡомартҡы һаҡлана;
Республикабыҙҙың мәҙәниәт усаҡтарында 1070 художестволы коллектив эшләй. Шуларҙың 170-е “халыҡ” йә иһә “өлгөлө” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә;
Иң яҡшы ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Президенты гранты булдырылды. Быйыл уға Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара .рға” ижади проекты (башҡорт халыҡ легендаһы буйынса Таңсулпан Ғарипованың әҫәре, режиссеры – Олег Ханов, музыка авторы – Урал Иҙелбаев) һәм атаҡлы бейеүсе Рудольф Нуриевтың яҙмышына бәйле Булат Йосоповтың “Визит” (“Сәфәр”) исемле нәфис фильмы лайыҡ булды;
Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереү, һаҡлау төрлө фестиваль, конкурстарҙа сағылыш таба. “Берҙәмлек – Содружество”, “Дуҫлыҡ моңо”, “Урал моңо”, “Кама буйы гәүһәрҙәре”, “Ағиҙел тулҡындары” фестивалдәре, Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға бейеүселәрҙең төбәк-ара бәйгеһе, “Алтын тирмә” халыҡ театрҙары фестивале республикабыҙҙың мәҙәни тормошон йәмләп тора. Шулай уҡ Ҡурай байрамы, «Оҙон көй» һәм «Ирәндек моңдары» конкурсы, «Ашҡаҙар таңдары», «Салауат йыйыны», «Шәжәрә байрамы» кеүек саралар юғары кимәлдә үткәрелә;
Өфөлә һуңғы йылдарҙа «Музейҙар төнө», «Театрҙар төнө», «Китапханалар төнө» кеүек сағыу мәҙәни саралар ойошторола.