“Ашҡаҙар” урманы шаулар бер заман...09.10.2013
“Ашҡаҙар” урманы шаулар бер заман...Беҙ яратып өлгөргән “Ашҡаҙар” радиоһының ижади коллективы яңыраҡ үҙенсәлекле акция үткәрҙе. Журналистар республикабыҙҙың күренекле сәхнә оҫталары менән бергә Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында ҡайын үҫентеләрен ултыртты. Был изге эштә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Марат Вәкилов та ҡатнашты. Хәҙер данлыҡлы башҡорт төбәгендә “Ашҡаҙар” радиоһы аллеяһы барлыҡҡа килде.

Акцияны ниңә нәҡ Айыусы ауылында үткәрергә булғандар, тигән һорау тыуғандыр күптәрҙә. Беренсенән, “Ашҡаҙар” радиоһына исем биргән йылға нәҡ ошо яҡты һуғара. Икенсенән, Айыусы — халҡыбыҙҙың батыр улы Ҡаһым түрәнең тыуған төйәге. Башҡорттарҙың тарихын өйрәнеүгә күп көс һалған ғалим-этнограф Рим Янғужин да бында тыуған.
Әйткәндәй, ауылда башҡорт халыҡ йыры “Ашҡаҙар”ға һәйкәл ҡуйылған. Ғәжәп бит: йырға – һәйкәл! Быуындан быуынға күсә килгән был рухи ҡиммәттең тарихы ла бар. 1863 йылдың көҙөндә Айыусы ауылы һунарсыһы Шәмсетдин Ашҡаҙар йылғаһы буйында фажиғәле вафат була. Ҡатыны Ҡанһолтан иренә бағышлап башҡорт халҡының классик йырына әүерелгән “Ашҡаҙар”ҙы сығара. Ә инде ата-бабаларыбыҙҙың рухи-мәҙәни ижадына ихтирам йөҙөнән яҡташтары исеменән был һәйкәлташ 2005 йылда ҡуйылған.
Шуға ла баш ҡала ҡунаҡтары сараны ошо һәйкәлгә сәскә һалыуҙан башланы. Артабан улар танылған ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Рим Янғужиндың ҡәберенә зыярат ҡылды. Нәҡ Рим Зәйниғәбитдин улы – Айыусыла ике һәйкәл ҡуйыуҙы хәстәрләгән, республикала тәүгеләрҙән булып шәжәрәләрҙе өйрәнеүҙе башлаған шәхес. Арыу-талыу белмәй иленә хеҙмәт иткән ғалимды онотмайҙар — шуныһы ҡыуаныслы. Айыусылағы мәктәп оло ғорурлыҡ менән Рим Янғужиндың исемен йөрөтә.
Ауыл үҙәгендә ҡайын үҫентеләрен ултыртыуҙа урындағы халыҡ дәррәү ҡатнашты. Берәүһе һыуын алып килде, икенсеһе үҫентене тотоп торҙо, кесерәктәр иһә“Ашҡаҙар” урманы шаулар бер заман... ниндәйҙер билдә ҡуйырға ашыҡты.
— Ошо остан икенсеһен мин Әнисә Яхина менән ултырттым, — тип тиҫтерҙәренә маҡтанды йылғыр малай. Бүтәндәр ҙә шатлығы менән уртаҡлашырға тотондо:
— Ә мин Миләүшә Ғәлиева менән...
— Ана, был яҡтан бишенсеһен беҙ композитор Юлай Үҙәнбаев менән ултырттыҡ. Үәт!..
Күмәкләгән — яу ҡайтарған тигәндәй, күҙ асып йомған арала ауыл уртаһында аллея барлыҡҡа килде. “Ашҡаҙар” радиоһы аллеяһы” тигән яҙыуы булған ҡапҡа ла ҡуйылды.
— Күңел йылыһы һалып ултыртылған ҡайындар гөрләп үҫеп китер әле, — тине “Ашҡаҙар”ҙың баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Миләүшә Ғәлиева, — ошо аллея һәр саҡ беҙҙең сәләм йөҙөнән ауылығыҙҙы биҙәп торһон.
“Ашҡаҙар” радиоһы өс йыл ғына эшләһә лә, халыҡтың ихтирамын яулап өлгөрҙө, сөнки бында тырыш, алдынғы ҡарашлы, һәләтле хеҙмәткәрҙәр тупланған! Унда эшләүсе композитор Юлай Үҙәнбаев, мөхәррирҙәр Урал Ниғмәтуллинды, Зөмәйрә Сафинаны, Фәнүзә Баһауетдинованы, Зилә Шәймәрҙәнованы күптәр яҡшы белә. Байрамға әүерелгән тамашала улар ҙа матур итеп сығыш яһаны.
Ауыл халҡы өсөн генә түгел, радио хеҙмәткәрҙәренә лә тарихи булды был көн. Алла бирһә, Ашҡаҙар йылғаһы буйындағы Айыусыла “Ашҡаҙар” радиоһының урманы шаулап торор әле.

Марат ВӘКИЛОВ, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары:
— Кешегә саф һауа, таҙа һыу, урман кәрәк. Беҙ тәбиғәттән бары тик алырға ғына күнеккәнбеҙ. Ә үҙебеҙ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өсөн нимә эшләйбеҙ? Һуңғы осорҙа тәбиғәт бигерәк тә беҙҙең ярҙамға мохтаж. Әгәр ҙә ваҡытында тейешле саралар күрелмәһә, киләһе быуын күп нәмәнән мәхрүм ҡаласаҡ. Ошондай акция үткәреү мине һөйөндөрҙө.


Вернуться назад