Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға09.10.2013
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 12 октябрҙә 94-се ижад миҙгелен аса. Шул уңайҙан театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов, артистар – Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Хайсаров матбуғат конференцияһы ойошторҙо.
– Беҙҙе киләсәктә (2014 йыл) ҙур дата – театрыбыҙҙың 95 йыллыҡ юбилейы көтә, ғөмүмән, төп көс шуға йүнәлтелә, – тип башланы һүҙен Олег Ханов. – Ә айырым алғанда, миҙгел асыҡ һауала – Мәжит Ғафури һәйкәле майҙанында асыла, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арналған музыкаль-шиғриәт кисә үткәреү күҙ уңында тотола, аҙаҡтан тамаша залында драматургтың "Ай тотолған төндә" трагедияһы күрһәтеләсәк.
Ижади коллектив йыл дауамында тамашасы хөкөмөнә төрлө спектаклдәр сығарып, ял сәғәттәре бүләк итмәксе. "Ер менән күк араһында" премьераһы (Талха Ғиниәтуллин, Рәлиф Кинйәбаевтың инсценировкаһы), "Бәхет хаҡы" музыкаль мелодрамаһы (авторы Хәлисә Мөҙәрисова), "Аҡ пароход" драмаһы (Сыңғыҙ Айтматов), "Бер мәл санаторийҙа" комедияһы (Наил Ғәйетбай), "Әхмәтзәки Вәлиди" тарихи драмаһы (Нәжиб Асанбаев) һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
"Ҡара юрға" башҡорт халыҡ йыры нигеҙендә Таңсулпан Ғарипова яҙған "Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға" пьесаһы буйынса (режиссеры Олег Ханов) мюзикл әҙерләнә. Шулай уҡ Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр" повесы буйынса драма ҡараясаҡ тамашасылар.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә академтеатр артистары Ҡаҙағстанға (Астана һәм Ҡостанай ҡалалары) гастролгә юлланды – "Аҡ пароход" ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә лә, ҡаҙаҡ дуҫтарға ла оҡшағандыр тип ышанғы килә.
Башҡорт академия драма театры тарихында беренсе тапҡыр "Һамрау" балалар театр студияһы асылыуын ишетеү бигерәк тә һөйөнөслө булды.
– Жанрҙы мөмкин тиклем төрләндерергә тырыштыҡ. Драма ла бар, комедияны ла ҡарарға мөмкин. Театрҙағы күҙ йәштәре – таҙарыныу ул. Ҡарты ла, йәше лә беҙгә күңелен бушатыу, ял итеү өсөн килә, – тине Олег Закир улы.
Йәш артистар Руслан Хайсаров менән Артур Ҡунаҡбаев ижад миҙгелендә уйнаясаҡ ролдәре тураһында һөйләне.