Өлкәндәргә ҡарата булған иғтибар был һүҙҙәрҙе онотторҙоҒәҙәттә, беҙҙә алтмышты артылғандарҙы оло кеше тип һанайҙар. Рәсәйҙә бөтәһе 30 миллион самаһы кеше хаҡлы ялда. Тимәк, халыҡтың һәр бишенсеһе — оло быуын вәкиле. Ошо ғүмер көҙөн кисергәндәрҙең тормошон тағы ла йәнләндереп, йәмләндереп ебәреү маҡсатында үткәрелде лә инде Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында «50 ПЛЮС. Өлкән йәштең бөтә ыңғай яҡтары» тигән үҙенсәлекле күргәҙмә. Бында йәштәр ҙә, пенсия йәшенә етеп барыусылар ҙа үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап тапты.
«Медтехника» дәүләт унитар предприятиеһы күргәҙмәгә ингалятор, тонометр, термометр, физиотерапия аппараттары кеүек сәләмәтлек өсөн кәрәкле тауарҙарҙы ҡуйғайны. Уларҙы һатып алыусылар ҙа күп булды. Ғөмүмән, сара медицина белгестәре менән аралашыу, һаулыҡты тикшереү майҙанына әйләнде, сәләмәт тормош алып барыу тураһында лекциялар ҙа уҡылды.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң күңелгә ятышлы шөғөл булдырырға теләүселәргә сигеү, шәл бәйләү, ағасты юнып, семәрләп әйбер яһау кеүек оҫталыҡ кластары күрһәтелде. Шахмат һөйөүселәр араһында ойошторолған турнир ҙа күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Экспозицияла Рәсәй Һаҡлыҡ банкы, «Башинвестбанк», «Башкомснаббанк» өлкән йәштәгеләр өсөн социаль программалар тәҡдим итте. Күргәҙмәгә һалым түләү, пенсия йәшендәгеләрҙе эш менән тәьмин итеү, ололарға ҡарата мутлыҡ ҡылыу осраҡтарында кемгә мөрәжәғәт итеү кеүек үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса килеүселәр булды, кемгәлер психологик ярҙам күрһәтелде.
— 27 декабргә тиклем беҙҙең шифаханала өлкән йәштәгеләр өсөн юлламаларға 25 процент тирәһе ташлама яһаласаҡ. Бынан тыш, «Пенсионер», «Сәләмәт ял», «Студент ялы», «Медицина хеҙмәткәре», «Педагогик хеҙмәткәр» тигән программалар бар, — тине «Яҡтыкүл» шифаханаһының маркетинг буйынса
белгесе Әлфиә Әхмәҙина.
«Йәшел сауҡалыҡ», «Асы», «Янғантау» шифаханалары ла күргәҙмәлә ҡатнашты.
Рәсәй Пенсия фонды ойошторған стенд күптәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Фонд белгестәре хаҡлы ялдағыларҙы ғына түгел, йәштәрҙе лә борсоған социаль түләүҙәр, хеҙмәт пенсияһы һәм уның тупланмаһы, әсәлек капиталына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Рәсәй Почтаһы иһә хаҡлы ялдағыларға тракторсы, киоскер кеүек эш урындары тәҡдим итте.
Күргәҙмәгә ҡул оҫталары ла байтаҡ килгәйне. Мәҫәлән, Ырымбур ҡыҙы Алһыу Әпсәләмова шәл бәйләүгә маһир. Өфөлә шәхси предприятие асып ебәреүенә — ун йыл. Алһыу Ғәббәс ҡыҙының күҙ нурҙары тамған әйберҙәрен һатып алыусылар ҙа, уның оҫталыҡ серҙәрен өйрәнергә теләүселәр ҙә күп булды.
Ҡыҫҡаһы, күргәҙмә оло йәштәгеләр өсөн иҡтисад, социаль өлкә, хеҙмәт пенсияһы һәм башҡа бик күп һорауҙар буйынса мәктәпкә әүерелде. Өлкәндәргә ҡарата булған ҙур иғтибар «Ғүмер үтә, йәшлек китә, ҡартлыҡ етә» тигән әйтемде бер аҙға оноторға мәжбүр итте.
Юрий ЩЕРБАКОВ, хеҙмәт ветераны:
— Ошондай сараны йышыраҡ үткәрһендәр ине. Сәләмәтлеге ҡаҡшаған оло йәштәгеләргә бик кәрәк улар. Беҙ бит Бөйөк Ватан һуғышы осоро балалары. Аслыҡты ла, һыуыҡты ла, һыҙланыуҙарҙы ла күп кисергәнбеҙ. Тимер ҡойоу кеүек ауыр эштә оҙаҡ йылдар тир түгеп, һаулығым ҡаҡшаған. Һуңғы ваҡытта йөрәгем һыҙлап яфалай, бөгөн бына тикшертергә килдем әле. Белгестәрҙе эҙләп йөрөргә кәрәкмәй, бөтәһе лә урында. Етмәһә, заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгәндәр.
Фәнүнә НОҒОМАНОВА, хаҡлы ялда:
— Бөтә поликлиникаларҙа ла умыртҡа һөйәген диагностикаламайҙар. Ә бында кәрәкле бөтә аппараттар бар. Бер юлы күҙ баҫымын тикшерттем. Йорт кәрәк-ярағын, кейем-һалым һатып алдым. Хаҡтар былай артыҡ «тешләшмәй». Беҙ бында йомошобоҙҙо йомошлап ҡына ҡалмайбыҙ, тиңдәштәребеҙ менән дә аралашабыҙ.