Театр + филармония = "Тиле йәшлек"05.10.2013
Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәни тормошонда ҙур үҙгәреш булды. Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо буйынса ҡалалағы филармония менән башҡорт драма театры берләштерелде. 2013 йылдың 1 октябренән көслө мәҙәниәт усағы яңы исем алды – Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе.
Әле, үҙгәрештәрҙән һуң, филармония артистары һәм театр актерҙар, бер рухлы командаға тупланып, яңы ижад миҙгелен асыуға ҙур әҙерлек алып бара. Тантаналы 23-сө миҙгелдең асылыуы октябрь урталарына билдәләнгән. “Серле илһам ҡосағында сағыу йондоҙ булып ҡабынып…” тип аталған музыкаль-театрлаштырылған тамашала артистар бер ҙә көтөлмәгән өр-яңы жанрҙа сығыш яһаясаҡ. Яңы концерт миҙгеле асылыу менән театраль-концерт берләшмәһенең спектаклдәре лә башланып китә: Ибраһим Абдуллин әҫәре буйынса яҙылған “Тиле йәшлек” (ҡуйыусы-режиссеры — З. Сөләймәнов) спектакленең премьераһы була.