Көҙгө моңдар
Һары япраҡ, дымлы тупраҡ еҫе...
Йәнгә моң һарылһа, ни сара бар?
Тирә-йүндә, ерҙә, һыуҙа, күктә
Йәшәйешкә күпме ишара бар!
Йылға өҫтө тып-тын.
Әйтерһең дә,
Ярҙарынан сығып, аҡландарҙа
Үҙ һағында торған тирәктәрҙең
Тамырҙарын йыуып аҡтармаған!
Онотҡанмы яҙғы ташыуҙарын,
Йәйелгәнен болон, туғайҙарға
Тыйнаҡланған, йыуашланған инде,
Ярҙарына һыйынып ҡына аға.
Бөҙрә талдар башын эйеп ҡала,
Бөгөләләр ҡамыш-күрәндәре
Сабыр ғына аҡҡан был һыуҙарҙың
Кире ҡайтмаҫтарын белгәнгәме?
...Көҙгө һуҡмаҡтарҙан атлай
кеше...
Һағыш-һорауҙары күңелендә.
Тал-тирәктәр,
шишмә-йылға-һыуҙар
Яуап бирә уға үҙ телендә.
***
Ауыл ҡыҙымын мин, тыуған яҡ тип,
Йәнем күбәләктәй елкенә,
Ҡош һайраһа, тыңлап,
хайран ҡалам,
Гармун тауышына елкенәм.
Ямғыр яуып, дымға туйған ергә,
Ғашиҡтарса бағам әле лә.
Йәшел төҫкә ингән яландарҙың
Кинәнесе күсә йәнемә.
Ғәм дә, тәм дә тупраҡ ҡараһынан,
Сафлыҡ, паклыҡ ҡарҙар ағынан,
Кем бар икән тағы минең һымаҡ
Шишмә буйҙарында һибелеп ҡалған
Ҡаурыйҙарға тиклем һағынған?
Ҡайын төбө ҡыҙыл еләктер ҙә...
Килә үҙем өҙөп ҡабаһым.
Болондағы гөлдәр араһында
Яланаяҡ йүгереп бараһым.
Яҙғы күкрәүҙәрҙе тойор өсөн,
Дауаларға йылдар яраһын...
Далаларҙа онотолаһым килә,
Үткәндәргә юлдар һалаһым.
Үләндәргә аунар саҡтар ҡайҙа,
Ҡайҙа һулап туймаҫ һауаһы?
...Ҡышын ап-аҡ ҡарҙар, йәйҙәремә
Ямғыр көтәм — ауыл балаһы!
***
Йәйен көткән ямғыр көҙөн яуа...
Туҡтай белмәй айҙар буйына.
Таш өҫтөндә һары япраҡтарға
Шыбыр-шыбыр миләш ҡойола.
Исем туйың — тыуған көнөң
бит был
Көҙгө көндәр моңһоу, илаҡ та...
Эргәбеҙҙә булһаң, тик бер көнгә
Яҙ килер ине бит ҡунаҡҡа.
Һин үҙең дә йәшлегемдең һуңлап,
Сәскә атҡан гөлө бит инде.
Тыштан елдәр миңә тәҙрә сиртеп,
Ошо хаҡта һөйләй шикелле.
Йонсоу көҙҙә ергә килгән өсөн
Уйсан, ғәмле микән әллә һин?
Беҙҙең өҫтә йөҙгән болоттарҙың
Күҙҙәреңдә күрәм шәүләһен.
Бөгөлә-бөгөлә елдә тал-тирәктәр,
Бәүелә Димдә һары тәңкәләр...
Хәтәр елдәр, ҡышҡы көндәр менән
Хәбәрҙар шул көҙгө сәскәләр.
Атайым кәңәштәре
Атайымдың үҙ ҡарашы ине
Һәр кешегә, һәр бер ғәмәлгә:
Бәхәстәргә нөктә ҡуя белер,
Һүҙ оҙайтмаҫ ине әрәмгә.
"Һөйләшеүең — көмөш,
өндәшмәүең
Алтынға тиң булыр сағында,
Тел осоңда торған һүҙең менән
Кеше яраһына ҡағылма.
Аҫыл затын таны башҡаларҙың
Кемдең булмаҫ хата-ғилләһе?
Кешеләргә аҡыл һатыу һис тә
Түгел аҡыллылыҡ билдәһе.
Ҡәҙерең булһын тыуған төйәгеңдә,
Эшкә генә сарыф бар көсөң,
Изгелегең менән даның килһен,
Хеҙмәт итмә, ләкин, дан өсөн.
Ете үлсәһәң дә, бер генә киҫ,
Үкенерлек булма аҙаҡтан.
Сереңде сис һаҡлай белгәндәргә,
Выжданыңды һаҡла ғазаптан...
Кәңәштәрең, бәлки, бәхәслелер,
Тик әйтелгән кәрәк ерендә,
Мин уларҙы изге мираҫ итеп,
Ынйы һымаҡ йыйҙым күңелгә.
...Ҡайһы саҡта, ябай һорауға ла
Яуап тапмай ҡаушап ҡаламын.
Атай, атай! Мин һаман да һинең
Кәңәшеңә мохтаж баламын.
Һыуҙа сафлыҡ, ерҙә хөрлөк ниңә?
Күңел офоҡтары самалы?
Ни өсөн һуң икән яҡшылыҡтан
Етеҙ булып сыға яманы?
Атай, атай! Тимәк, мин һаман да
Аҡылыңа мохтаж баламын!
Ярай әле, баш осомда ҡояш,
Мәрхәмәтле ерҙә табаным...
***
Шиңделәр баҡсала гөлдәр
Өнһөҙ ҡалды туғайҙар,
Талпынып һайрамай хәҙер
Ҡырҙа һабантурғайҙар.
Баҫыуҙарҙан бураларға күскән
Арыш, бойҙайҙар
Һалҡынға тартыла көндәр,
Ҡышҡа ишара айҙар.
Ҡоштар ҙа, ахыры, юлдарҙа
Серләшә, хушлашалар.
Тигеҙ сафтарға теҙелеп,
Берләшә, дуҫлашалар.
...Нисәмә йылдар үтһә лә,
Онотолмай, юйылмай,
Яңғырай кеүек ҡолаҡта
Йәнемә һеңгән был йыр:
Ҡоштар киткән. Гөлдәр кипкән,
Моңһоуланған туғайҙар.
Уйлата, яманһыулата,
Һарғайта торған айҙар.