Беҙ — милләттең киләсәге04.10.2013
Ер йөҙөндә меңдән ашыу милләт йәшәй. Һәр береһенең тормошо, яҙмышы төрлөсә. Ҡайһы бер милләттәр — юғалыу ҡурҡынысы аҫтында. Әлбиттә, улар йәне-тәне менән быға ҡаршы торорға тырыша. Ә бит беҙҙең халыҡҡа ла шундай уҡ хәүеф янай. Белеүебеҙсә, башҡорт — күп ихтилалдар, бәрелештәр аша үткән халыҡ. Ул борондан ере, иле, милләте өсөн янып-көйөп йәшәгән, йәнен аямай яуға сыҡҡан.
Бөгөнгөгә күҙ һалайыҡ. Мөһим проблемаларҙың береһе булып башҡорттарҙың сит илгә китеүе тора, тик төп бәлә унда түгел. Океан аръяғында, Көнбайышта бүтән милләт кешеһе булып йәшәйҙәр, кем икәнлеген, тарихын оноталар һәм сит илдә донъяға килгән «башҡорт балалары» Тыуған ил тарихын белмәй үҫә. Нисек кенә аяныслы булмаһын, бындай осраҡтар йышая.
Икенсе яҡлап ҡараһаҡ, дәүләтебеҙ үҙе милләттәрҙе юҡҡа сығарыу юлында. Беренсенән, милли мәктәптәрҙә башҡорт теле, әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте дәрестәренең сәғәт һанын ҡыҫҡарталар. Шул сәбәпле уҡыусылар белемде тейешенсә алмай, күп темалар үтелмәйенсә ҡала. Мәктәптәрҙең ябыла килеүе лә хәлде мөшкөләйтә. Мин үҙебеҙҙең яҡын-тирәләге һәм үҙ ауылыбыҙҙағы хәлдән генә сығып әйтә алам: күпселеге туғыҙ йыллыҡҡа әйләндерелгәйне, ә хәҙер килеп уларҙы берләштерәләр. Мәктәп ябылғас, ауыл да бөтә, тигән һүҙ. Башҡорт ауылдары ер менән тигеҙләнһә, милләтебеҙҙән нимә ҡалыр? Кем башҡорт булыуы менән ғорурланыр? Быны бойомға ашырмаҫ өсөн нимә эшләргә?
Һорауҙар күп, башта мең төрлө уй тыуа... Кемдер шунда уҡ аңлап алып, киләсәккә пландарын үҙгәртә, кемдер тәрән уйға бата. Әлбиттә, балаларға дөрөҫ тәрбиә бирергә, йолаларҙы, тарихты өйрәтергә, милли әкиәттәр һөйләргә һәм башҡорт ғаиләһе булып тормош көтөргә кәрәк иң тәүҙә.
Беҙ – милләттең киләсәге, ә киләсәк өмөтлө һәм яҡты булырға тейеш. Шағирыбыҙ Мостай Кәрим әйткәнсә, «Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ!"