Рәхмәт тылсымы04.10.2013
Бәндәүир Ғәлимулла үҙенең йылдар буйы яҙған алты йөҙ битлек романының ҡулъяҙмаһын иң тәүҙә үтә лә тура һүҙле Рәшит Ниғмәтиҙән уҡытып алырға ниәтләй. Белә: талантлы шағир ыңғай фекер әйтһә, эш бешәсәк.
Әүеш-тәүеш хәрефтәр менән ҡулдан яҙылған роман ишаратын уҡып сығыу өсөн бик ҙур түҙемлек өҫтөнә аҙна-ун көн ваҡыты сарыф ителә шағирҙың. Ниһайәт, ул түҙемһеҙләнеп көткән авторға фекерен әйтә. Ҡулъяҙмалағы үтә тарҡау ваҡиғаларҙы бер тирәгә туплап йыйнаҡлау иҫәбенә, "һыуын ныҡ һығып", яртылаш ҡыҫҡартырға кәңәш итә.
— Тимәк, романға өмөт бар? — тип һорай Бәндәүир.
— Әлбиттә, бар. Тик уны өр-яңынан яҙырға кәрәк.
— Рәхмәт! — Ҡыуанысынан осоп китер хәлгә еткән Бәндәүир шағирҙы ҡосаҡлап алып, ҡулын ҡыҫа. — Бик ҙур рәхмәт!
— Туҡта инде, — ти шунда Рәшит Ниғмәти, ҡулъяҙма авторын этәрә биреп. — Һин бына "Рәхмәт!" тиһең дә тораһың. Ә ул "рәхмәт" башҡа сығамы һуң?


Вернуться назад