ҠӘЛӘМИӘТ04.10.2013
Хәжәте юҡ
("Мин — шағир" тигән берәүгә)
Шиғыр яҙа, яҙғандары уның
Бер ат йөгө — йәлләйем мин уны.
Ҡарт көнөндә йыр-моң баҡсаһында
Үткәрмәксе фани донъяны.
Инсафлы ла кеше инде үҙе,
Хәмер эсмәй, "һулға" йөрөмәне,
Грамотный кеше ине үҙе,
Түрәлектә генә эшләне.
Талашманы, тормош түмгәгенә
Абынғанға ҡулын һуҙманы.
"Простой"ҙар сәләм бирһә — алды,
Кеше өсөн күлдәк йыртманы.
Йәшәй белде, йәшәү яйын күрҙе,
Бушҡа эшләүҙе ул һөймәне,
Түрәләрен данлап йырҙар яҙҙы,
Оҙон-оҙаҡ шиғыр һөйләне.
Үҙен маҡтағанды ихлас һөйә,
Эскә йота белде шелтәне.
Маҡтаһалар, ауыҙ йырып тора,
Гөрләп кенә барҙы эштәре.
Ҡартлығында, ана, "мин — шағир" тип,
Үҙен үҙе ҙурлап саң ҡаға.
Оҡшашлыҡ бар: туҙған тирмәндең
Мөшкәһенән кәбәк, саң аға...
Ҡарға ҡарҡылдауын моң тимәҫтәр,
Хәжәте юҡ уға һис кемдең.
Илһам атын тотор көсө бөткән,
Йөрәк уты һүнгән меҫкендең.
Күрәм
Күрәм, эшсе түрә менән
Аяҡ тибеп талаша.
Үткенселәр көлә-көлә
Ҡарай бушлай тамаша.
Эшсе дуҫ, тыйыл, һүҙләнмә,
Өҙгөләмә йәнеңде.
Дөрөҫлөк хужа ҡулында —
Юҡҡа боҙма ҡаныңды!
Эй, түрә! Эшсе алдында
Осһоҙлама башыңды.
Сабыр бул! Эшсе туйҙыра,
Бирә көнлөк ашыңды.
Ҡоролған донъя икәүгә —
Ҙуры булһа, кесе бар.
Үҙеңдән ҙурҙың кесене
Буйһондороу көсө бар.
Хәтерләтә бөгөнгөнө
Урамдағы тамаша:
Илдәр донъяны бүлешеп,
Аяҡ терәп талаша,
Өҫтөнлөккә даулаша...
Ҡатын әйтте
(Шаярыу)
Ҡулыма мин көрәк тотоп үҫтем,
Ҡаҙыным ер, емеш үҫтерҙем.
Яйы сыҡҡан һайын, ҡәләм тотоп,
Шиғырҙарыма ла көс бирҙем.
Төплө аҡыл, төплө һөнәр ҙә юҡ,
Тырышһам да, эшем уңманы.
Ил эш көттө, ҡатын аҡса көттө,
Рәтле кеше булып булманы.
Үҙе белеп, Хоҙай тигеҙ бүлә:
Кемгә — ҡәләм, кемгә — тимер көрәк.
Шик-шөбһәләр менән тулы йөрәк,
Ишек ҡаға ҡартлыҡ көлөмһөрәп.
Уйҙар керә башҡа һирәк-мирәк,
Хыял итәм: “Шағир булыу кәрәк!”
Ҡатын әйтте: "Бөтмәҫ һиндәй дүрәк,
Эшкә тотон, ана, тимер көрәк".
Осор уҙыр
(Уфтаныу)
Шағир йөрәге ярһыулы,
Йөрәк ҡағыуы — тулҡын.
Шулар, кем шиғыр уҡымай,
Белмәй шағирҙың холҡон.
Тулҡындар бәреп ярына
Ғашиҡтарҙай эш ҡыла.
Йөрәк ярһыуы — моңланыу,
Шиғыр тыуа йыш ҡына.
Әйҙә, шағир, ал дауыллап,
Һалҡын көҙ етер тиҙҙән.
Осор уҙыр, йәштәр килер,
Һорап тормаҫтар беҙҙән.